+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
12 Июнь 2021, 13:45

Хәүефһеҙлек өсөн – бергә!

26 – 29 майҙа Мәләүез районы Нөгөш һыуһаҡлағысының хозур тәбиғәтле ярында юл хәрәкәте йәш инспекторҙарының “Хәүефһеҙ тәгәрмәс” 48-се республика слеты үтте. ЮХХДИ идаралығы республика Мәғариф һәм фән министрлығы менән берлектә ойошторолған сараның маҡсаты – юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәүҙе киң пропагандалау, балаларҙы йәш инспекторҙар хәрәкәтенә йәлеп итеү, уларҙы спорт һәм физик культура менән шөғөлләнеүгә ылыҡтырыу һәм башҡалар.

Быйыл конкурсҡа бөтә Башҡортостандан 250-нән ашыу бала йыйылды. 3 көн һуҙымында район-ҡалаларҙан килгән 62 команда төрлө номинацияла еңеү өсөн көрәште, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белеүҙә һәм уларҙы ғәмәлдә ҡулланыуҙа, беренсел медицина ярҙамы күрһәтеүҙә, велосипедты йөрөтөүҙә, ижади бәйгелә көс һынашты.
Сараны тантаналы асыуҙа республика ЮХХДИ-һы башлығы Динар Ғилметдинов, мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Филүс Миназов, Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров ҡатнашты.
Динар Ғилметдинов үҙ сығышында балаларҙа бәләкәйҙән үк юл ҡағиҙәләренә һәм закондарына ихтирам тәрбиәләүҙең мөһимлеген билдәләне. Шул осраҡта ғына юғары мәҙәниәтле водителдәр һәм йәйәүлеләр быуыны үҫәсәк һәм был юл хәүефһеҙлегенә ыңғай йоғонто яһаясаҡ, тине.
Республика конкурсында район данын Красноусолдағы 2-се мәктәптең өлкән вожатыйы Гөлнар Алиева етәкселегендәге уҡыусылар Диана Ваһапова, Арыҫлан Дәүләтҡолов, Камилла Кәримова һәм Булат Мәхийәновтан торған команда яҡланы. Балалар ярыш этаптарында һәм “Бергәләп юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге өсөн” агитбригадалар конкурсында лайыҡлы ҡатнашып, 4-се урын яуланы.
Дөйөм алғанда, Ишембай районы командаһы конкурстың абсолют еңеүсеһе булды. Беҙ уларға республикабыҙҙы Ярославль ҡалаһында ил кимәлендә уҙасаҡ “Хәүефһеҙ тәгәрмәс” конкурсында уңышлы сығыш яһауҙарын теләйбеҙ.
Гөлнар АЛИЕВА,
Красноусолдағы 2-се мәктәптең өлкән вожатыйы.
Читайте нас: