Был байрам үҙ Тыуған илен яратҡан, уның тарихы, халҡы менән ғорурланған, Рәсәйҙең сәскә атыуы өсөн фиҙаҡәр хеҙмәт иткән һәр кемде берләштерә.
Рәсәй көнө милләттәр берҙәмлеген һәм Ватаныбыҙ киләсәге өсөн уртаҡ яуаплылыҡты кәүҙәләндерә. Күптәребеҙ өсөн Рәсәй беҙ тыуған, йәшәгән, эшләгән, балалар үҫтергән ерҙә башлана. Беҙ тыуған еребеҙ, уның халҡы менән ғорурланабыҙ, уны яҡшыраҡ, матурыраҡ итергә тырышабыҙ.
Был байрам көнөндә барығыҙға ла һаулыҡ, именлек, уңыштар, районыбыҙ, республикабыҙ һәм илебеҙ мәнфәғәтенә емешле хеҙмәт теләйем. Байрам менән!
Фәнзил СЫҢҒЫҘОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.