-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
13 Июнь 2021, 13:45

Сәйәхәт барыһына ла оҡшаны

Йәйге каникулдар... Кем генә һағынып көтөп алмай уны?! Бала саҡтың иң нурлы, иң күңелле мәле бит ул.

Нияз Мәжитов исемендәге башҡорт гимназия-интернатының 4 А класын тамамлаусы 11 ҡыҙ, 10 малайға атай-әсәйҙәр көтөлмәгән матур бүләк яһаны. Уҡыуҙа, кластан тыш төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашып, төбәк-ара, республика, район, гимназия үткәргән ярыштарҙа, олимпиадаларҙа тик алдынғылар рәтендә йөрөүсе класыбыҙға уҡытыусы, тәрбиәселәре менән бергәләп йөрөп ҡайтырға Өфөләге йылға буйлап сәйәхәт турына юллама бүләк иттеләр.
Бай тарихлы Еңеү паркынан башланды сәйәхәт. Миңлеғәли Шайморатов, Александр Матросов, Муса Гәрәев һәм башҡа һәйкәлдәр менән танышып, һуғыш техникаһы ҡорамалдарын күреп, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр тупланыҡ. Иң ҡыҙығы урман ҡупшыҡайы - тейенде осратыу булғандыр, моғайын.
Һуңынан күңелдәргә иман нуры һибеп, үҙенә тартып тороусы Ләлә-Тюльпан мәсете менән танышып, рухи байлыҡ туплап сыҡтыҡ.
Теплоходта йөрөү уҡыусылар күңелендә онотолмаҫлыҡ хәтирә булып ҡалғандыр. Ағиҙел йылғаһының матурлығына, Өфө ҡалаһындағы үҙгәрештәргә һоҡланып, матур тойғолар менән ҡайттыҡ. Сәйәхәт ысын мәғәнәһендә бай мәғлүмәтле, күңелле булды.
Балаларға уҡытыусылары Гүзәл Әсҡәт ҡыҙы Мәүлетҡолова һәм тәрбиәселәре - минең менән рәхәтләнеп сәйәхәт ҡылып, бай тәьҫораттар туплап ҡайтырға мөмкинлек булдырған атай-әсәйҙәргә, гимназиябыҙ директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасиповаға рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Класс тормошонда ҡайнап йәшәүсе атай-әсәйҙәрҙең береһе, был сәйәхәткә лә балалар менән бергә барған Әлиә Инир ҡыҙы, автобусыбыҙ шоферы Тайып Талип улы ла ошо сәйәхәттә күңелле һәм хәүефһеҙ итеп йөрөп ҡайтыуға ҙур тырышлыҡ һалды. Балаларҙың каникулдары артабан да матур, күңелле үтһен.
Альбина ҒАЙСИНА,
Красноусол башҡорт
гимназия-интернаты тәрбиәсеһе.
Читайте нас: