+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
15 Июнь 2021, 10:15

Әкиәт геройҙары ла килде

1 июнь - Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә Еҙем-Ҡаран ауылында матур саралар ойошторолған ине. Был көн "Йондоҙсоҡ" балалар баҡсаһында тәрбиәләнгән балалар өсөн күңелле байрамдан башланды.

Байрамда ҡатнашыусылар яратҡан шиғырҙарын һөйләне, йомаҡтарға яуап эҙләне, ”ат”сабышыу, тоҡ кейеп йүгереү, арҡан тартышыу, тоҡ менән көс һынашыу кеүек төрлө уйындарҙа ҡатнашты. Балалар менән эшләүселәр бөтә тәжрибәһен, тырышлығын һалып уйнаттылар, бәләкәстәргә бүләк биреп ҡыуандырҙылар.
Байрам артабан Еҙем-Ҡаран мәҙәниәт йорто алдында дауам итте. Барлыҡ балаларҙы үҙенә саҡырып, майҙанда күңелле көйҙәр яңғырай. Балалар тырышып-тырмашып асфальтта һүрәт төшөрҙө. Бына бер мәл майҙанға балаларҙың яратҡан әкиәт геройҙары Маша (Самира Садаева) менән айыу (Гүзәл Шафиҡова) килеп сыҡты. Балалар геү килеп ҡаршы алды уларҙы. Әкиәт геройҙары ҡыҙҙар-малайҙарҙы бер түңәрәккә йыйып, музыкаль флэшмоб уҙғарҙы, рәхәтләнеп бейеттеләр, уйнаттылар. Күрһәгеҙ икән балаларҙың ниндәй дәртле, оҫта икәндәрен! Ҡыҙыҡлы уйындар һаман да дауам итте, сараны ойоштороусылар балаларҙы күстәнәстәр биреп оҙатып ҡалдылар, иҫтәлеккә фотоға төшөп тә өлгөрҙөк.
Ошондай байрам ойоштороуҙа ярҙам иткән шәхси эшҡыуар Ләйсән Рауил ҡыҙы Килмөхәмәтоваға, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә һәм ата-әсәләргә ысын күңелдән рәхмәт әйтке килә.
Миңһылыу МИРХӘЙҘӘРОВА,
“Йондоҙсоҡ” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Еҙем-Ҡаран ауылы.
Читайте нас: