Рәсәй көнө уңайынан район хакимиәте башлығының эш кабинетында уҙған тантанала йәш граждандарҙы шәхсән Фәнзил Сыңғыҙов һәм район миграция хеҙмәте начальнигы Ольга Фролова тәбрикләне. Ә паспорт хужалары улар ҡулынан ҙур ғорурлыҡ менән тәүге шәхес таныҡлыҡтарын ҡабул итеп алдылар. Сарала район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Рәмил Кинйәбаев ҡатнашты. Балаларының шатлығын уртаҡлашырға атай-әсәйҙәре лә килгәйне. Йәш граждандарға иҫтә ҡалырлыҡ көндәрендә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.