1960 йылда 19 ғына йәшендә Иҫке Тайыш ауылы егете Хисаметдин Әлмөхәмәтовҡа тормошҡа сығып, матур итеп донъя көтөп алып китәләр. Икеһе лә элекке “Еҙем” колхозында алдынғылар рәтендә булған, ғаилә башлығы бар ғүмерен төҙөүсе һөнәренә бағышлаһа, Ләүзә апай сөгөлдөр үҫтергән, хаҡлы ялға туҡтағансы тиҫтә йылдан ашыу һөт йыйыусы булып эшләгән. Алтын туйҙарынаса ауылдаштарына өлгө булып, бәхетле ғүмер кисергәндәр. 9 балаға ғүмер биргәндәр. Олоно оло, кесене кесе итергә өйрәтеп, тик яҡшылыҡҡа ғына өндәп, көслө ихтыярлы итеп үҫтергәндәр. Әммә уларға бала ҡайғыһы ла күрергә тура килә: өс улдары сабый ғына көйө гүр эйәһе була. Һөйөклө ире лә баҡыйлыҡҡа күскән. Ләүзә Хәмзә ҡыҙы дүрт быуындың башланғыс сығанағы булып тора: 6 балаһы, 15 ейән-ейәнсәре, 4 бүлә-бүләсәре бар! Ошо үҙе бәхет түгелме ни?!
Тол ҡалғас, Ләүзә апайға тормош һуҡмағын яңғыҙ үтергә тура килә. Әммә ул яҙмыш һынауына бирешмәй, матур йәшәй, сөнки тормошона йәм өҫтәүсе балалары янында, бер ҙә яңғыҙ итмәйҙәр. Оҙон ғүмер юлы үткән, изге күңелле, егәрле ил инәһе ул. Иҫке Тайыш ауылының хөрмәтле ағинәйҙәренең береһе. Заманында күпләп мал-тыуар ҙа аҫрағандар. Ләүзә апай ҡул эштәренә, бәйләмгә маһир, шәл бәйләү, ҡамыр ризыҡтары, айырыуса бауырһаҡ бешереү оҫтаһы ул. Еңел ҡуллы булыуынан ергә нимә ултыртһа, шундуҡ күкрәп үҫеп китә, гөлдәре шау сәскәгә күмелә, йәшелсә-емеше ишелеп уңа. Ҡөрьән уҡый, уны ауылдаштары ҡөрьән аштарынан ҡалдырмай, балаларҙы өшкөрөп, шифалы ҡулдары менән ауыртыуҙарын баҫа.
- Ауыр заманда донъя көтһәк тә, матур, татыулыҡта йәшәнек. Бер көн ҡалдырмай, балалар тыуғас, хатта декрет ялына ла туҡтамай, сөнки ул юҡ ине, эшләнек. Ҡараусы булмағас, балаларҙы сәңгелдәге менән өйҙә ултырған ауылдың оло апай-әбейҙәренә ҡалдырып, эшкә йөрөй инек, - тип хәтер йомғағын һүтә Ләүзә апай.
Хәҙер Ләүзә Хәмзә ҡыҙының балалары барыһы ла башлы-күҙле булып, инәйҙәренең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, үҙ тормоштары менән матур итеп йәшәйҙәр, яратып һайлаған һөнәрҙәре буйынса эшләйҙәр, балалар үҫтерәләр. Улдары Рәфис ғаиләһе менән Ишембай ҡалаһында, Илдус Салауат ҡалаһында төпләнгән, икеһе лә иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙ иткән, Илгиз Стәрлетамаҡта йәшәй, Себер тарафтарында вахта ысулы менән водитель булып эшләй. Ҡыҙҙары - бер ул, өс ҡыҙ әсәһе Лилиә – уҡытыусы, тормош иптәше Хәниф менән Юрмашта донъя көтә, күпләп мал-тыуар, аттар, бал ҡорттары аҫрайҙар. Зилиә менән Фәнизә ғаиләләре менән Салауат ҡалаһында төпләнгән.
Инсульт кисергән Ләүзә Әлмөхәмәтова әлеге көндә Юрмаш ауылында йәшәүсе ҡыҙы Лилиәнең ғаиләһендә ҡәҙер-хөрмәттә, изгелек орлоҡтары сәсеп, уларҙың ҡурсыуында, һөйөнөп, йәшәйеш өлгөһө булып, иғтибар-ихтирамдарын тойоп, бәхетле ҡартлығын кисереп, йорттарына йәм өҫтәп йәшәй.
80 йәшегеҙ ҡотло, үҙегеҙ иҫән-һау булығыҙ, ҡәҙер-хөрмәткә генә төрөнөп йәшәгеҙ, хөрмәтле Ләүзә Хәмзә ҡыҙы!