-5 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
16 Июнь 2021, 09:55

Ҡайҙа "ҡыҙыу нөктә" - Шәйхолов шунда

Сәйетбабала тыуып үҫкән әҙиптәр, журналистар бихисап, уларҙы районыбыҙҙа ла, Башҡортостанда ла яҡшы беләләр. Ә бына башҡа тармаҡтарҙа эшләгән кешеләр электән күләгәлә ҡала килә. Бер ҡараһаң, уларҙың да бит ил алдындағы хеҙмәттәре тос. Шуларҙың береһе - билдәле партия һәм дәүләт эшмәкәре, Өфө ҡалаһының иң хөрмәтле шәхестәренең береһе - Мәҡсүт Хисмәт улы Шәйхолов ошо көндәрҙә 75 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй.

Урта мәктәпте тамамлағас, Сәйетбаба егете оло тормошҡа ҡала мөхитендә аяҡ баҫа - Салауат ҡалаһындағы нефть химияһы комбинатына эшкә барып урынлаша. Артабан төплө белем алырға ынтылған йәш эшсе 1971 йылда комбинаттың йүнәлтмәһе буйынса Өфө нефть институтына уҡырға инеп, уны уңышлы тамамлай. Юғары белемгә эйә булған Мәҡсүтте башта өлкән аппаратсы, артабан смена етәксеһе итеп тәғәйенләп ҡуялар.
Нефть эшкәртеүҙең яңы технологияларын үҙләштереү теләге уны Өфөгә - КПСС-тың XXII партсъезд исемендәге нефть эшкәртеү заводына алып килә. Ул дәүерҙә бында Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов баш инженер булып эшләгән. Әзмәүерҙәй ир-уҙаман үҙенән бер башҡа түбән, ҡаҡса ғына кәүҙәле егеткә һынап ҡарап тора ла эстән генә: «Был малайҙан рәт сығырмы икән?» - тип уйлап ҡуя. Шулай ҙа, бер килке уның менән әңгәмәләшкән арала, төпөш «малайҙың» бик төшөп ҡалғандарҙан түгел икәнлеген аңлай, һәм уны ҡуш ҡуллап эшкә ала. Күп тә үтмәй баш баҫып эшләп йөрөгән егет тәүҙә өлкән оператор, шунан установка етәксеһе итеп тәғәйенләнә.
Намыҫлы эше һәм тырышлығы менән бер нисә йылда абруй ҡаҙанып өлгөргән Мәҡсүт Хисмәт улына оло ышаныс күрһәтелә - 1978-1982 йылдарҙа республикабыҙҙың Химия һәм нефть химияһы сәнәғәте эшселәренең профсоюз өлкә комитетында ойоштороу бүлеге мөдире вазифаһын башҡара. Артабан Шәйхолов туған заводына ҡайтып, цех начальнигы урынбаҫары, цех етәксеһе кеүек юғары вазифалар биләй.
1985 йыл. Орджоникидзе район Советы депутаты, коммунист Шәйхоловты КПСС-тың Өфө ҡала комитетына саҡыртып алалар һәм Халыҡ контроле комитеты рәйесе урынбаҫары вазифаһын тәҡдим итәләр.
Һәр эштең асылына тиҙ төшөнгән зирәк аҡыллы етәксе бында ла принципиаллеге, ныҡышмаллығы менән ҡала етәкселәренең ихтирамын ҡаҙана.
Уҙған быуаттың 90-сы йылдары. Өфө ҡалаһында, заводтарҙың һауаны һәм һыуҙы бысратыуы оло бәләгә әүерелгән осор. Предприятиелар экология талаптарын һанға һуҡмай. Был хәлде нисек яйға һалырға?
1989 йылда баш ҡаланың тәбиғәтте һаҡлау комитеты етәксеһе вазифаһына конкурс иғлан ителә. Һөҙөмтәлә 33 дәғүәсе араһынан, ғәҙел еңеү яулап, Мәҡсүт Шәйхолов ҡаланың баш экологы булып китә.
1990 йылдың 28 апреле... Был көн Өфө ҡалаһы тарихында бер «ҡара» бит булып яҙылып ҡалды. Нәҡ ошо көндө бар илде шаулатҡан фенол фажиғәһе булды. Производствоның ағыулы шыйыҡсаһын һыуға ағыҙған «Химпром» заводының енәйәти эҙемтәләре оҙаҡҡа һуҙылды.
Тәбиғәт бысраныуға дусар булыу сәбәпле һәм халыҡ эсәр һыуһыҙ тороп ҡалғас, баш ҡалала ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде. Баш ҡала урамдары эсәр һыу килтергән машиналар менән тулды, улар янында оҙон-оҙон сираттар хасил булды. Халыҡтың асыуы ла, ярһыуы ла республика етәкселегенә барып етте, ләкин предприятие етәкселеге ысын хәлде йәшерергә маташты.
«Ғәйепле»не тиҙ таба власть әһелдәре: ул да булһа - Шәйхолов! Ике ут – халыҡ һәм фажиғә – араһында тороп ҡалған баш экологка ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла. Нисек кенә ғәжәп булмаһын, бәғзе түрәләр, үҙҙәре һыуҙан ҡоро сыҡмаҡсы булып, ошондай абсурд хәлгә барып етә: экология торошон контролдә тотҡан орган етәксеһен нисек ғәйепләргә мөмкин һуң?!
Нисек кенә булмаһын, Шәйхоловтың дәлилдәренә ҡолаҡ һалыусылар табыла. Мәҡсүт Хисмәт улы прокуратура вәкилдәренә «Химпром»ға ҡарата ҡаланың тәбиғәтте һаҡлау комитеты тарафынан ебәрелгән күп һанлы акт, протокол һәм эксперт һығымталарын күрһәтә. Ниһайәт, ғәҙеллек тантана итә – Шәйхоловты ғәйепләү юҡҡа сығарылып, экологик фажиғәнең сәбәпсеһе тип табылған предприятиенең өс етәксеһе шартлы рәүештә икешәр йылға хөкөм ителә.
1995 йыл. Әкренләп фенол фажиғәһе шауҡымы онотола төшә, ләкин ҡала власын өр-яңы проблема борсоуға һала: торлаҡты хосусилаштырыуҙағы кәмселектәр тураһында юғары инстанцияларға йөҙәрләгән ялыу оса. Был өлкәлә лә эште яйға һалыу өсөн сираттағы «ҡыҙыу нөктә»гә йәнә Шәйхоловты ебәрәләр. Биш йыл эсендә «Өфөтехинвентаризация» ойошмаһында ла, ҡаланың торлаҡ фондында ла ныҡлы тәртип булдырыуға ирешә ныҡыш һәм талапсан Шәйхолов.
2000 йылдарҙа баш ҡалала ерҙе файҙаланыу өлкәһендә баш-баштаҡлыҡ һәм тәртипһеҙлек хөкөм һөрә. Ни эшләргә, тип артыҡ баш ватып тормай ҡала етәкселеге – һәр эш урынында үҙен булдыҡлы, дарманлы етәксе итеп танытҡан Шәйхолов баш ҡаланың Ер ресурстары һәм ер төҙөлөшө комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнә.
Эшлеклелеге, тынғыһыҙлығы һәм яуаплылығы менән оло абруй ҡаҙанған Шәйхоловтың үҙенән генә түгел, хатта фамилияһынан да ҡурҡа башлайҙар ҡайһы бер ер менән мутлашыусылар. Ерҙә үҫкән ерҙен ҡәҙерен белә, тиҙәр бит. Мәҡсүт Хисмәт улының тырышлығы менән баш ҡаланың барлыҡ ер фонды иҫәпкә алына, уны уңға-һулға таратыуға сик ҡуйыла, иң мөһиме - Өфөнөң электрон «ер базаһы» булдырыла.
Артабанғы йылдарҙа иһә М.Х. Шәйхолов күсемһеҙ милек һәм төҙөлөшкә контроллек итеү тармаҡтарында етәксе вазифалары биләй. Һәр ҡайҙа тәртип урынлаштырып, үҙе артынан яҡты эҙ ҡалдырып китә ул.
Оҙаҡ йылдар иң ауыр һәм ҡатмарлы участкаларҙа намыҫлы эшләгән етәксенең баш ҡала алдындағы оло хеҙмәттәре хөкүмәт тарафынан юғары баһалана. Уға төрлө йылдарҙа «Өфөнө үҫтереүҙәге хеҙмәттәре өсөн» билдәһе, «Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы инвентаризаторы», «Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе» исемдәре бирелә, быларҙан тыш, бик күп Маҡтау грамотаһына лайыҡ була.
Баш ҡалабыҙҙың абруйлы ир-уҙаманы – бәхетле күркәм ғаилә башлығы ла. Мәҡсүт менән Нәсихә Шәйхоловтарҙы Альберт һәм Эльвира исемле балалары яҡшы уҡып, матур итеп эшләп йөрөүе менән генә түгел, алты ейән-ейәнсәр менән дә һөйөндөргән.
Өфө ҡалаһы тарихына үҙ исемен фиҙаҡәр хеҙмәте менән яҙып ҡалдырған был шәхес тураһында тыуған яғында ла яҡшыраҡ белһендәр ине. Уның кеүек, Башҡортостаныбыҙ һәм халҡыбыҙ хаҡына оло эштәр башҡарған кешеләргә ҡарата иғтибар ҙа, ихтирам та кәмемәҫ, тип ышанайыҡ.
Ниязбай СӘЛИМОВ.
Читайте нас: