Ҙур булмаған Ҡыҙылъяр ауылының хозур тәбиғәте ошо төбәктә ғүмер итеүселәр күңеленә күсеп, йәшәүгә дәрт-көс бирә һәм йәшлек хисе лә өҫтәгәндәй. Шулай булмаһа, олпат йәшкә етеүселәр, үҙ йәшенә хас булмағанса йәш сырайлы булып ҡалмаҫ та, гөрләтеп донъя көтмәҫ ине. Элекке М.Ғафури исемендәге колхоздың Абдулла һөтсөлөк фермаһының алдынғы һауынсыһы, хеҙмәт ветераны, ошо көндәрҙә 75 йәшлек олпат юбиле-йын билдәләйәсәк Фәнәзиә Кинйәбай ҡыҙы Сәғитоваға ла үҙ йәшен биреп булмай әле, күркәм йортта яңғыҙы ғына йәштәргә биргеһеҙ итеп йәшәй.
Абдулла (Таштамаҡ) ауылында ике балалы Йосоповтар ғаиләһендә буй еткергән Фәнәзиә һигеҙенсе клас-ты тамамлағас, һөтсөлөк фермаһына һауынсы булып эшкә килә. Оҙаҡ та үтмәй, күрше Ҡыҙылъяр ауылы егете Рим Сәғитов менән яҙмышын бәйләп, ошо ауылға килен булып төшә. Бер-бер артлы биш балалары донъяға килә. Ғаиләле, күмәк балалы булғас та эшен ташламай, ауыр булһа ла күршеләге фермаға йәйәүләп йөрөп эшен дауам итә. Донъя көтөргә, балалар ҡарарға, фермала эшләргә лә өлгөрә. Һәр саҡ алдынғылар рәтендә булған сая ҡатынға бер аҙ ферма мөдире вазифаһын да башҡарырға тура килә.
- Беҙгә, һуғыш һәм һуғыштан һуңғы ауыр осорҙа тыуғандар быуынына эштең иң ауыры тейҙе. Бар эш ҡул көсө менән башҡарылды. Бар ауыл тәмле йоҡола ваҡытта, таңғы 4-тән тороп иртәнге һауымға, өҫтәүенә, күрше ауылға, барырға кәрәк. Үҙебеҙ ҙә йөрәкле булғанбыҙ, ҡурҡыуҙы ла белмәгәнбеҙ. Ҡыш көндәре ауылдан фермаға юл юҡ, ҡара таңдан кем таҙартһын инде, көрттө йыра-йыра, күҙгә төртһәң дә күренмәҫ ҡараңғыла ҡулға фонарҙар тотоп, мең михнәт менән һәүкәштәребеҙ янына барып етә инек. Аяҡта резина итектәр, һарайҙар ҙа йылынан түгел, ҡулды ла һыуыҡ һыу менән йыуабыҙ, өшөгән аяҡ-ҡулдарҙы ҡайҙа ҡуйырға белмәгән саҡтар күп булды. Эшебеҙ ауыр булыуға ҡарамаҫтан, бирешмәнек, тырышып, емертеп эшләнек. Һәр һыйырҙан 3000 килограмм һөт һауып, фермабыҙҙы алдынғылар рәтенә сығарып, район бу-йынса күсмә Ҡыҙыл Байраҡ алыуға ла өлгәшкән саҡтар булды, - ти Фәнәзиә апай үткәндәргә әйләнеп ҡайтып. - Бер ниндәй ҙә шарттар булмаған фермала һыу йылытыу, апара бешереү өсөн утынды үҙебеҙ ярып яғабыҙ, һыуҙы феләкләп, жомды көйәнтәләп, сенажды карета (тимер һауыт) менән һөйрәп ташып, һыйырҙарҙы ашаттыҡ, яңы тыуған быҙауҙарҙы һарайҙағы ояларына күтәреп керетеп һала инек, нисек көсөбөҙ еткәндер. Дежур булғанда көн оҙоно өйгә ҡайтмай эшләнек, өҫтәүенә, төнгө ҡарауылға ла ҡалабыҙ. Нисек улай эшләргә батырсылыҡ иттек икән, тип, әле аптырайым. Ярай әле, балаларҙы ҡарарға ҡәйнәм булды (35 йыл бергә йәшәнек). Балалар ҡараулы булғас, тыныс күңел менән эшләнем, - ти ул. - Ул заманда фермала 8 һауынсы: Мәстүрә Аҙнабаева, Мөнирә Сәғитова, Сәүиә Фәхриева, Бикә менән Зәбирә Нафиҡовалар, Маһинур менән Фәриҙә Әбделмәновалар берҙәм булдыҡ, сәмләшеп, ярышып эшләнек.
Өс тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен ауыр малсылыҡ тармағына арнаған хеҙмәт ветеранының ғорурланып иҫкә алырлыҡ хеҙмәт емештәре байтаҡ. Һәйбәт күрһәткестәргә өлгәшеп, М.Ғафури исемендәге колхозда ғына түгел, район буйынса һәр саҡ алдынғылар рәтендә була ул. Ф.Сәғитованың тырыш хеҙмәте бихисап Маҡтау грамоталары, юғары наградалар менән билдәләнә. III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены менән бүләкләнә, “Үҙ һөнәренең оҫтаһы” тигән маҡтаулы исемгә, өс тапҡыр “Социалистик ярыш еңеүсеһе”, “Коммунистик хеҙмәт ударнигы”, “Туғыҙынсы биш йыллыҡ ударнигы” билдәләренә лайыҡ була. 1980 йылда күмәк балалы әсә булараҡ II дәрәжә “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнә. Бер нисә саҡырылыш рәттән ауылдаштары район Советы депутаты итеп һайлайҙар.
Фәнәзиә Кинйәбай ҡыҙы наҙлы әсә лә, дуҫ-серҙәш тә ул, үҙенең йылы, мөләйем ҡарашы менән балалары, ейән-ейәнсәрҙәренең күңелдәрен йылытыусы, ҡайғыртыусы ла. Ә уның ниндәй уңған хужабикә булыуын хуш еҫле, телеңде йоторлоҡ тәмле, уңып бешкән бәлештәре, башҡа ҡамыр ризыҡтары һөйләй. Килене уны бәлеш оҫтаһы, тип маҡтай.
Балалары ла үҙ тормоштарын ҡороп, атай-инәйҙәренең өлгөһөндә, йөҙҙәренә ҡыҙыллыҡ килтермәй, матур йәшәйҙәр. Иң өлкәне - улы Рәмзилдең ғаиләһе, ҡатыны Рита (Абдулла ауылынан) менән тыуған ауылында төпләнеп ғүмер итеүҙәренә өс тиҫтә йыл. Ғаилә башлығы “Урожай” КХ КФХ-һының алдынғы механизаторы, баҫыу эштәре барышында гәзитебеҙ битенән төшмәй ул. Рәмзиә – Ульяновскиҙа, Фәнәзиә апай ҡыҙын тап үҙенең тыуған көнөндә тапҡан, әсәле-ҡыҙлы тыуған көндәре - юбилейҙарын бер көндә билдәләйәсәктәр. Ҡыҙҙары Рәзинә менән Розалия Еҙем-Ҡаранда төпләнгән. Улы Рәфил килене – Архангел районы, Көмәрле ауылы ҡыҙы Гөлнара менән төп - атай нигеҙе йәнәшәһендә йорт һалып инеп, әниҙәре менән күрше булып йәшәйҙәр, һәр яҡлап ярҙамдарынан ташламайҙар, бер-береһенең терәк-таянысы. Килен ҡәйнә буҫағаһынан, тиҙәр, Гөлнара килене менән 27 йыл инде әсәле-ҡыҙлы кеүек татыулыҡта йәшәйҙәр, ғөмүмән, Фәнәзиә апай ике киленен дә ҡыҙҙарылай күрә. Дүрт балалары араһында иң кесеһе – ҡул араһына ингән 15 йәшлек Искәндәр - нәнәһенең төп ярҙамсыһы. Фәнәзиә апай 13 ейән-ейәнсәрҙең, 4 бүлә-бүләсәрҙең яратҡан нәнәһе лә.
Тормош иптәше Рим Ғиззәт улы менән 49 йыл бергә татыулыҡта матур ғүмер кисергәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юбилей шатлығын уртаҡлашырға янында юҡ, бынан 9 йыл элек инсульттан мәрхүм булған. Фәнәзиә апай өсөн былтырғы йыл бик тә ауыр булып иҫендә ҡалған. Уға инфаркт үткәргәндән һуң, ике тапҡыр йөрәгенә операция эшләтергә тура килгән. Бер нисә йыл элек автомобиль аварияһына осрап, иҫән ҡалыуын күлдәк менән, икенсе тапҡыр тыуыуға тиңләй, Хоҙайҙың үҙенә ҡарата рәхимле булыуына рәхмәтле булып йәшәй.
Ошо көндәрҙә олпат юбилейын ҡаршылаған Фәнәзиә Кинйәбай ҡыҙының күңеле күтәренке, йөҙө яҡты, сөнки бынамын тигән итеп эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан, матур тәрбиә биреп үҫтергән балалары үҙе өсөн өҙөлөп тора, күркәм кешелек сифаттары менән ауылдаштарының ихтирамын яулап, балаларының ҡәҙер-хөрмәтендә, үтелгән ғүмер юлынан ҡәнәғәт булып йәшәй. Матур, һәр кемгә өлгө булырлыҡ ғүмер юлы үткән Фәнәзиә апайға иҫәнлектә-һаулыҡта, тағы оҙаҡ йылдар усаҡтағы утын һүндермәй, гөрләтеп йәшәргә яҙһын.