Матур йола буйынса быйыл да район Һабантуйына күренекле яҡташтарыбыҙ, яҙыусыларыбыҙ, абруйлы ҡунаҡтар саҡырылғайны. Уларҙы Һабантуй ҡапҡаһы төбөндә район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов, район Советы рәйесе Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов хөрмәтләп ҡаршы алды. Район халҡының шатлығын уртаҡлашырға Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса Комитет рәйесе Лилиә Салауат ҡыҙы Ғүмәрова, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рөстәм Рифат улы Ишмөхәмәтов, “Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәр Советы” Ассоциацияһының башҡарма директоры Борис Шәрәфғәли улы Нурисламов, Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы вәкиле – министрлыҡтың үҫемлекселек һәм аҙыҡ етештереү бүлеге начальнигы урынбаҫары Рәшит Рәйес улы Әхмәтшин һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар килгәйне.“Төлкәҫ” өлгөлө балалар бейеү ансамбле сығышын ҡарап, сәк-сәк, ҡымыҙҙан ауыҙ иткәс, ҡунаҡтар “Балалар Арбат”ынан үтте. Унда Балалар ижады үҙәгендә шөғөлләнеүселәрҙең һүрәт төшөрөү, төрлө ҡул эштәре, аквагримм һәм башҡа күнекмәләре менән таныштылар. “Торатау” геопаркы тураһында Айрат Миңлебаев, “Десант” хәрби-патриотик үҫмерҙәр ойошмаһы хаҡында етәксеһе Василий Калачигов һөйләне. Ошонда уҡ ҡунаҡтар "олимп" спорт мәктәбе шөғөлләнеүселәре күнекмәләрен ҡыҙыҡһынып ҡараны. Оҫтаханалар – Яңы Бурлынан Эльза Мырҙағолованың ҡымыҙ бешеү, Красноусол ағинәйҙәре әҙерләгән буҙанан, район китапханаһы хеҙмәткәрҙәренең шифалы үлән сәйҙәренән, түмәрҙә бешерелгән ҡоймаҡтан (ШЭ Н.Фомин), “Милли ризыҡтар” конкурсында ҡатнашыусыларҙың ризыҡтарынан ауыҙ иткәндән һуң ҡунаҡтар сәхнә эргәһендә махсус әҙерләнгән сатырға үтте.