Районыбыҙҙың төрлө хужалыҡтарынан, күрше Архангел һәм Ауырғазы райондарынан 30-ға яҡын арғымаҡ ярыш майҙанына сыҡты. Бөтәһе 4 этапта ярыштылар. Беренсе этап башланыу менән Вадим Афанасьев “Ракета” ҡушаматлы атында алға ынтылды. Ул финиш һыҙығын да беренсе булып үтте. Икенсе этап еңеүсеһе Алмаз Вәлиәхмәтов булды. Икенсе килеүсе Салауат Хөснөтдиновтың аты ике кругты уңышлы үткәндән һуң, финиш алдынан ғына ситкә сапты. Өсөнсө этапта беренселекте үҙенең “Сабрина”һында Рауил Баһауетдинов бер кемгә лә бирмәне, икенсе Павел Осипов килде. Дүртенсе этапта бер нисә һыбайлы дистанциянан сыҡты, һөҙөмтәлә Эдуард Түзбәков - беренсе, Фәнил Әхтәмов икенсе булды.
Барыһы ла түҙемһеҙләнеп көткән финалда ШЭ Сәғиҙуллин КФХ-һынан ағалы-энеле Эдуард (1-се) һәм Радик (2-се) Түзбәковтар тәүге ике урынды алһа, өсөнсөлә Руслан Фәхретдинов (Урожай КХ-һы) булды.
Ат сабышында Сәйетбаба, Ҡауарҙы, Имәндәш, Красноусол, Табын һәм Аҡкүл ауыл билмәләре, “Урман” КХ (иң күп атттар ҡуйған), “ШЭ Ҡорманғолов КФХ-һы” һәм үрҙә телгә алынған хужалыҡтар ҡатнашты. Ҡунаҡтар араһындағы сабышта Ауырғазы районынан Алмаз Вәлиәхмәтов - беренсе, Ауырғазынан Вадим Афанасьев - икенсе (Аҡкүл СП-һы өсөн сабышты), Архангел районынан Илмир Әминев өсөнсө урынды алды.
Бәйгенең баш судьяһы – ветстанция начальнигы Ф.Һ.Зәйнетдинов (был ойошма йыл да ат сабышы майҙансығын етди әҙерләй) һәм абруйлы ҡунаҡтар ат сабышында еңеүселәргә һәм бәйгелә ҡатнашыусыларға ҡиммәтле бүләктәр, ә уларҙың аттары өсөн яңы ҡамыт-дуғалар, эйәр һәм башҡа хужалыҡта кәрәкле әйберҙәр менән бүләкләне.