Бурлы ауылы фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире, “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы”, юғары категориялы фельдшер Альбина Ғүмәрованың дипломлы фельдшер булып районға эшкә ҡайтыуына 21 йыл тулған. Уны 2000 йылдың 11 ғинуарында Үҙәк район дауаханаһының ул ваҡыттағы баш врачы Әхмәт Хәйрулла улы Ҡоломбәтов Бурлы ауылына фельдшер итеп тәғәйенләй. Альбина Вәзир ҡыҙы ошо көндән алып халыҡ сәләмәтлеге һағында тора. Өфө районының Йоматау ҡасабаһында тыуып үҫкән ҡыҙ, ғаиләләре Аҡкүлгә күсеп килгәс, ошо ауыл мәктәбенә уҡырға төшә. Һәм 11-се класты тамамлағас, Стәрлетамаҡтағы медицина колледжына уҡырға инә. 1999 йылда ҡулына дөйөм практика фельдшеры дипломын алған йәш белгес районға эшкә ҡайта.
- Бала сағымдан аҡ халатлы кешеләр ныҡ оҡшай ине, ап-аҡтан кейенгәнгәмелер уларҙы фәрештәләр кеүек күрҙем. Медицина хеҙмәткәрҙәрен аҡ халатлы фәрештәләр тип бушҡа әйтмәйҙәр бит. Шуға ла мәктәпте бөткәс, оҙаҡ уйлап торманым, медицина юлын һайларға ҡарар иттем. Бының өсөн бер ҙә үкенмәйем, шатланам ғына. Мин эшкә килгәндә медпунктта акушерка булып Фәнисә Гәрәй ҡыҙы Килмөхәмәтова эшләй ине, ул 40 йылға яҡын медицинаға хеҙмәт итеп, хаҡлы ялға туҡтаны. Эшкә өйрәнеүе еңел булды, сөнки яратып һайлаған һөнәремдең нескәлектәренә тап ул төшөндөрҙө, уға рәхмәтлемен, - ти Альбина Вәзир ҡыҙы эш башлаған йылдарын хәтерләп. –Атай-әсәйемә рәхмәт, бала сағымдан улар медицина юлын һайларға өндәнеләр, бәхетте тап аҡ халатта таптым, - ти ул.
А.Ғүмәрова 189 кеше (шуның 64-е балалар) йәшәгән Байымбәт ауылын да хеҙмәтләндерә, төп эшенән тыш, бында аҙнаһына өс тапҡыр килеп, ауырыуҙарҙы ҡабул итә. 2019 йыл аҙағында өр-яңы бөтә уңайлы шарттар булдырылған модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты үҙ ишектәрен асты. Медицина хеҙмәткәренең үҙ-үҙен тотошо, кешеләр менән матур мөғәмәләлә булыуы ла тиҙерәк һауығыуға өмөт уятырға, күңелен тынысландырырға те-йеш. Альбина Вәзир ҡыҙы тап ошондай сифаттарға эйә лә. 2018 йылда БР һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Бурлы ФАП-ында булғанда эш шарттары менән танышып, фельдшер менән аралашҡандан һуң, үҙ эшенең оҫтаһы А.Ғүмәрованы “БР Һаулыҡ һаҡлау отличнигы” исеменә лайыҡ тип табыуы шул хаҡта һөйләй ҙә инде.
ФАП-ҡа йыл да косметик ремонт эшләнә, район дауаханаһынан төрлө ҡоролмалар, шулай уҡ ноутбук бүленгән, хеҙмәт урынында уңайлы шарттар булдырылған, Интернет үткәрелгән. Хәҙер ауыл халҡы Үҙәк район поликлиникаһына төрлө белгестәр, табиптар ҡабул итеүенә ауыл фельдшерына мөрәжәғәт итеп яҙылыу мөмкинлегенә эйә.
Медпунктта акушерка булып, Имәндәштән йөрөп эшләүсе Гүзәлиә Ишморат ҡыҙы Ефимова - Альбина Вәзир ҡыҙының уң ҡулы.
Альбина бәхетен дә Бурлыла осрата. Ауыл мәктәбендә тарих һәм технология уҡытыусыһы булып эшләүсе Вадим Рәшит улы Ғүмәров менән ҡорған татыу ғаиләһендә дүрт бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Бер-береһенә терәк-таяныс булып, ике тиҫтә йыл ғүмер итәләр.
-Үҙәк район дауаханаһы етәкселеге, баш табип Алик Рәмил улы Йәнешев һәр яҡлап хәстәрлек күрһәтеп, ярҙам ҡулы һуҙа, шуға ла эшкә шатланып йөрөйбөҙ, - ти Альбина Ғүмәрова ҡәнәғәт йылмайып.