+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
19 Июнь 2021, 13:25

Халыҡ уйындары үтте

Быйылғы һабан туйында байрамға милли асылыбыҙҙы сағылдырыусы яңы биҙәктәр өҫтәү өсөн ата-бабаларҙың шөғөлдәрен, йола-ғөрөф-ғәҙәттәрен, милли халыҡсан уйындарҙы тергеҙеү маҡсаты ҡуйылды. Шуға күрә яңы уйын-ярыш төрҙәре лә күп булды.

Мәҫәлән, “Ҡыҙ урлау”, “Ылаҡ”, “Ҡара ҡаплан” башҡорт хәрби уйындары мауыҡтырғыс үтте. Районда икенсегә уҙған “Ылаҡ” уйынында “Урожай КХ-һы һәм Имәндәш ауыл биләмәһе командалары көс һынашты. Һөҙөмтәлә 3-0 иҫәбе менән имәндәштәр еңде. “Ҡара ҡаплан” уйыны шарты - ниндәй ҙә булһа сәпкә – был осраҡта ҡабан сусҡаһы ҡарасҡыһы – һөңгө тейҙереү. алыҫлыҡҡа суҡмар бәреүҙә лә халыҡ күп булды.
Уҡ атыу
Һабантуйҙың бер биҙәге - уҡ атыуҙа мәргәнлектәрен һынап ҡарарға теләүселәр быйыл да бик күп ине. Тәүҙә Илшат Хәбибуллин оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Һуңынан теләге булған һәр кем – ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар араһында турнир үтте. Ҡатнашыусылар 3 этапта – 5, 10 метрҙан баҫып һәм 10 метрҙан тубыҡлаған килеш уҡ атты. Ололар ғына түгел, бәләкәстәр ҙә мәргәнлектәре менән хайран ҡалдырҙы, хатта тәүге тапҡыр уҡ атыусылар ҙа сәпкә тура тейҙереп һоҡландырҙы.
Турнир һөҙөмтәләре буйынса иң күп мәрәй йыйғандар бүләкләнде. Ир-егеттәр араһында Илдар Әбделмәнов (Еҙем-Ҡаран) – 1-се, Салауат Мөхәмәтдинов (Бөрйән районы) – 2-се, Данис Сәйетҡолов (Юлыҡ) 3-сө урынды алды. Ҡатын-ҡыҙҙар: Эльвира Алтынбаева (Үтәк) – 1-се, Филиә Хәбибуллина (Красноусол) – 2-се, Алина Абдуллина (Өфө) 3-сө урында булһа, балалар араһынан Ислам Дәүләтбаев (Юлыҡ) – 1-се, Даян Борханов (Красноусол) – 2-се, Игорь Павлов (Стәрлетамаҡ) 3-сө урынды яуланы.
"Батырҙар алышы"нда
“Батыр” клубы (етәксеһе – Флорид Ғибаҙуллин) ағзалары ҡатнашлығында "Батырҙар алышы" үтте. Көсөргәнешле турнир еңеүселәре - Максим Трофимов, Елисей Бохармәтов, Тимур Юламанов, Егор Зюлькин (8-9 йәшлектәр), Искәндәр Ғафаров, Илназ Аминов, Холит Бассариев (10-11), Валерий Зороглян (11-12), Илүс Ғафаровҡа (14+) бүләктәр тапшырылды.
Һабантуйға килгән халыҡ ҡына түгел, абруйлы ҡунаҡтарыбыҙ ҙа, уҡ атты, һөңгө бәрҙе, суҡмар сойорғотто, уйындарҙы тамаша ҡылды.
Читайте нас: