+8 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
19 Июнь 2021, 18:45

Милли ризыҡтар оҫталары билдәләнде

Быйылғы Һабантуйҙа милли ризыҡ оҫталары конкурсы ла үтте. Районда йәшәүсе төрлө милләт вәкилдәре үҙ халҡына хас үҙенсәлекле аш-һыуҙан торған бай өҫтәл әҙерләгәйне.

Конкурсҡа Бурлы, Еҙем-Ҡаран, Ташлы, Имәндәш, Аҡкүл ауыл биләмәләренән һәм “Кайф” рестораны, “Сифат тирмәне” ЯСЙ-һе, шәхси эшҡыуар Н.Т.Фомин предприятиеһынан 9 ризыҡ ҡуйылды. Уларҙы тәме, биҙәлеше буйынса жюри ағзалары һәм ҡунаҡтар баһалап, еңеүселәрҙе билдәләне.
Конкурстың гран-приһы – “Сифат тирмәне”ндә, 1-се урында Наталья Хәбибуллина (Табын ауыл биләмәһе), 2-селә – Фәниә Янмырҙина (Ташлы ауыл биләмәһе), 3-сө урында Гөлнәзирә Ғәлина (Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе) булды.
Еңеүсе Баймаҡ районында “Урал аръяғы-2021” халыҡ-ара инвестиция һабантуйы сиктәрендә үтәсәк милли аш-һыу республика конкурс-фестивалендә район данын яҡлаясаҡ.
Читайте нас: