Иң тәүҙә Красноусол ауыл биләмәһенең тирмәһе урынлаштырылғайны. Уларға күрше булып Еҙем-Ҡаран, Ҡауарҙы, Буруновка тирмәләре һуҙылғайны.
Сәйетбаба ауыл биләмәһе тирмәһе һәр ваҡыттағыса аҫалы балаҫтар, сигелгән таҫтамалдар һәм башҡа зауыҡлы ҡул эштәре менән биҙәлгәйне. Сәйетбаба тарихи-мәҙәни үҙәге методисы Рәйлә Сабитова аҫаба халыҡ, көнкүреше менән таныштырҙы. Илһам Байбулдин ҡурай эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Таһир Яхин талдан кәрзин үреп күрһәтте. Фәниә Фәйзуллина боронғо ҡул тирмәнендә бойҙай тартты. Рабиға Йәрмиева балаҫ һуҡты, Мәрүәр Сабитова үҙе эшләгән шифалы майҙар тураһында һөйләне. Артабан Үтәк-Яңғыҙҡайын-Игенйылға бергә, Имәндәш-Бурлы, Аҡкүл-Мораҡ-Табын, Ташлы-Толпар-Ташбүкән тирмәләре урынлаштырылған ине. Һуңғылары һунарсылыҡ, ҡортсолоҡ шөғөлдәрен сағылдырып күргәҙмә ҡуйғандар һәм табындары ла ашап туйғыһыҙ аш-һыуҙан һығылып торҙо.