+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
20 Июнь 2021, 08:45

Изгелекле һеҙҙең күңел!

Хөрмәтле Ғафури районы һаулыҡ һағы хеҙмәткәрҙәре!

Һеҙҙе Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы ысын күңелдән тәбрикләйем. Донъялағы иң изге һөнәр – кешеләр һаулығын хәстәрләүҙе һайлаған һеҙҙең һөнәр эйәләре ҙур ихтирам һәм абруй яулаған. Эшегеҙ ауыр һәм яуаплы, һөнәрегеҙ бар көсөгөҙҙө, тәжрибәгеҙҙе, белемегеҙҙе, күңел йылығыҙҙы биреп эшләүҙе талап итә. Табип ғүмере буйына камиллаша, уның һәр эш көнө яңы бурыс-тар ҡуя.
Эскерһеҙ, сыҙамлы, мәрхәмәтле хеҙмәтегеҙ һәм юғары һөнәри оҫталығығыҙ өсөн рәхмәт! Һеҙҙең белемегеҙ, тәжрибәгеҙ, эшегеҙгә яуаплы ҡарашығыҙ артабан да райондаштар һаулығын нығытыуға булышлыҡ итеренә ышанам.
Барығыҙға ла һөнәри уңыштар, көн дә башҡаларға бүләк иткән – һаулыҡ, шатлыҡ һәм киләһе көндәрҙе өмөт менән ҡаршылауығыҙҙы теләйем. Сәләмәт тормош бүләк иткән пациенттарығыҙҙың шатлыҡлы йөҙҙәре һәм рәхмәт һүҙҙәре һеҙгә иң ҙур бүләк булһын!
Һеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә именлек, тыныслыҡ теләйем!
Фәнзил СЫҢҒЫҘОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.
Читайте нас: