+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
20 Июнь 2021, 16:05

Һөнәргә бирелгәнлек

Урамдан эре аҙымдар менән олораҡ йәштәге, ыҫпай кәүҙәле, етеҙ хәрәкәтле ҡатын атлай. Ул – 40 йылдан ашыу ғүмерен медицина өлкәһенә бағышлаған, бына инде шуның 25 йылын Ҡурғашлы ФАП-ында фельдшер-акушер булып эшләгән Нурия Әмир ҡыҙы Әһлиуллина.

Нурия Әмир ҡыҙы 1978 йылда Ҡурғашлы урта мәктәбен тамамлағас, Стәрлетамаҡ санэпидемстанцияһының баклабо-раторияһында эш башлай. Бында бер аҙ эшләгәс, Стәрлетамаҡ медучилищеһына уҡырға керә. 1982 йылда, училищены уңышлы тамамлап, Ғафури район дауаханаһының балалар бүлегенә медсестра булып эшкә ҡайта. Тырыш, уңған ҡыҙ коллективта тиҙ үҙ урынын таба, һәм эш менән 14 йыл ғүмер һиҙелмәй ҙә үтеп китә. Тыуған ауылында фельдшер-акушер хаҡлы ялға киткәс, Нурияны Ҡурғашлы ФАП-ына күсерәләр. Яңы урында ла эшкә тиҙ генә ерегеп китә. Ауылдаштары ла уға тиҙ өйрәнә. Егәрле, талымһыҙ Нурия һәр пациентына кәрәкле һүҙен табырға, ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Йөрөй алмағандарға өйҙәренә барып та медицина ярҙамы күрһәтә. Квалификацияһын күтәреүгә лә яуаплы ҡарай. 2008 йылда Өфөлә фельдшер-акушерҙарҙың белемен камиллаштырыу буйынса көндөҙгө 10 айлыҡ курста уҡып ҡайта. Артабан 5 йыл һайын белемен камиллаштырып тора. Әңгәмәсебеҙ менән һәүетемсә генә һөйләшеп ултырабыҙ.
- Эш дәүерендә ниндәй ҡыйынлыҡтар иҫтә ҡалған?
- Иҫке ФАП-та эш шарттарының тейешле кимәлдә булмауы. Ҡышҡы һалҡындарҙа өшөп-туңып ултырыуҙар онотолмай.
- Ә хәҙер?
- Үткән көҙ социаль үҙәккә күскәс, өнөбөҙмө-төшөбөҙмө, тип торҙоҡ. Иң мөһиме – йылы. Һыуы ла үҙендә. Рәхәтләнеп эшлә генә. Ауыл биләмәһе һәм район хакимиәте етәкселәренә рәхмәт.
- Хаҡлы ялда булһағыҙ ҙа йәштәрҙән былайыраҡһығыҙ. Өҙҙөрөп баҫып йөрөйһөгөҙ. Йонсоп китмәйһегеҙме?
- Юҡ, кеше араһында булыу, киреһенсә, көс-дарман ғына бирә. Мәғлүм, ауыл ҡартая бара. Халыҡтың яртыһынан күберәге оло йәштәгеләр. Йөрөй алмағандарҙың өйҙәренә барырға тырышам. Ауырыуға тәүлектең теләһә ниндәй ваҡытында ярҙам күрһәтеү – беҙҙең, медиктарҙың, төп бурысы, тип иҫәпләйем.
- Нурия Әмир ҡыҙы менән эшендә артабан да уңыштар теләп хушлашабыҙ.
Хәсән ҠОТОВ.
Ҡурғашлы ауылы.
Читайте нас: