Бөтә яңылыҡтар
22 Июнь 2021, 12:15

Бәхил бул, Флүрә апай!

20 июнь Ғафури мәғлүмәт үҙәге коллективы өсөн ҙур юғалтыу көнө булды. Район матбуғаты ветераны Флүрә Аллабирҙе ҡыҙы Садиҡова-Шәйәхмәтова 85-се йәшендә был яҡты донъяны ҡалдырып арабыҙҙан китте.

Йәмле Мәндем, Өйә йылғалары буйын, Аҡбейек, Ҡарауыл, Ташбашы, Йәнекәй тауҙары битләүен төйәк иткән донъялағы иң ҙур башҡорт ауылы Сәйетбабала 1936 йылда тыуып үҫкән Флүрә Аллабирҙе ҡыҙы. 1954 йылда Сәйетбаба урта мәктәбен тамамлағас, Өфө ҡалаһына БДУ-ның тарих факультетына уҡырға инә. Әммә яңғыҙ әсәһен, туғандарын йәлләп (атаһы яу яланында батырҙарса һәләк булған була) ауылға кире ҡайта. Уҡырға зирәк ҡыҙ бер аҙҙан Стәрлетамаҡтағы культура-ағартыу училищеһына инә һәм был уҡыу йортон тик яҡшы билдәләргә генә тамамлай. Мәскәүгә уҡырға китергә йөрөгәндә ғүмерлек тормош юлдашы Фәнил Заһретдин улы Садиҡовты осрата һәм улар ғаилә ҡоралар. Күп тә үтмәй, йәш ғаилә Үзбәкстан яҡтарына юллана. Барыу менән фатир бирәләр. Флүрә Аллабирҙе ҡыҙы китапханала уҡыу залы етәксеһе булып эш башлай. 1958 йылда тәүге балалары – игеҙәктәр Фәйем менән Фуат донъяға килә. Сабыйҙар һауа шарттарына яраҡлаша алмау сәбәпле, тыуған яҡтарына кире ҡайталар. Быяла ауылы мәктәбендә 5 йыл башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгәндән һуң, Ф.Садиҡованы 1965 йылда “Йондоҙ” район гәзитенә тәржемәсе итеп саҡырып алалар. 30 йылға яҡын редакцияла эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡас, тағы ла 6 йыл Красноусолдағы 2-се мәктәптә эш башҡарыусы булып эшләй.
Тормош иптәшенән дә уңа ул. Төрлө ойошмаларҙа шофер булып эшләгән Фәнил Садиҡов менән бер-береһенә ихтирам тулы тормошта 36 йыл ғүмер итәләр. Күптәргә өлгө булырлыҡ ғаиләлә 4 бала – 3 малай, 1 ҡыҙ үҫә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Фәнил Заһретдин улы иртә вафат була. Бала ҡайғылары ла күрергә тура килә әсә кешегә. Ауыр саҡтарҙа үҙ-үҙенә йыуанысты эшенән, һәүәҫкәр артистка булараҡ сәхнәнән таба. Оҙаҡ йылдар район мәҙәниәт һарайы сәхнәһенән төшмәй спектаклдәрҙә уйнауы тормошоноң тағы ла сағыу биҙәге булып тора.
Тәжрибәле тәржемәсе булараҡ мәктәп эскәмйәһенән саҡ сыҡҡан йәш хеҙмәттәштәренә оҫта, сабыр кәңәшсе-тәрбиәсе генә түгел, төрлө уҡыу йорттары тамамлап редакцияға, типографияға эшкә килгән бөтә йәштәр уға тартылды. Ул һәр береһенә кәрәк саҡта ихлас ярҙам итте. Йортонда баҡса тултырып йәшелсә үҫтереп, ҡош-ҡорт, мал аҫрап матур донъя көттө. Ғүмере буйы ижадҡа ғашиҡ кеше булараҡ хискә бай шиғырҙар ҙа ижад итте.
Тик... быйылғы йәй арабыҙҙан шат, изге күңелле Флүрә Аллабирҙе ҡыҙын алып китте. Уның яҡты иҫтәлеге беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр. Балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең, туғандарының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, сабырлыҡ теләйбеҙ.
“Табын” район гәзите коллективы.
Автор: Альфия Валиева
Читайте нас