Ул гәзит ярҙамында районда булған хәлдәрҙе белеп тора, балалары менән дә нимә тураһында һөйләшәйем тип тормай, һәр саҡ мәғлүмәтле йәшәй. Күптән түгел “Һуғыш йылы балаһы” таныҡлығын алған. Нәжметдин Шәрәфетдин улына киләсәктә лә иҫәнлек-һаулыҡта, балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең, бүлә-бүләсәрҙәрегеҙҙең ихтирам-хөрмәтендә шатланып, һөйөнөп йәшәргә яҙһын. “Табын” яҡшы хәбәрҙәре менән ҡыуандырып торһон.