Бөтә яңылыҡтар
27 Июнь 2021, 10:30

Маҡсатҡа ирешеүсән егет

Бөтә донъяға ҡурҡыныс сир таралып, пандемия осоронда медицина хеҙмәткәрҙәре менән бер рәттән медицина уҡыу йорттары студенттары ла көрәш сафына баҫты. Шундайҙар араһында әлеге көндә Башҡорт дәүләт медицина университетының 6-сы курсында уҡып йөрөүсе Сәйетбаба ауылы егете Альберт Марат улы Мәүлетҡолов та булып, ул тәжрибәле табиптар менән ауырыуҙарға ярҙам итеп, батырлыҡ, изгелек күрһәтте.

Альберт башланғыс кластарҙа тыуған ауылы мәктәбендә уҡыһа, 5-сенән 11-ҙе бөткәнсе Красноусол башҡорт гимназия-интернатында белем ала. Гимназияла уҡығанда уҡ бөтә сараларҙа әүҙем ҡатнашып, өс йылға яҡын уның президенты була.
- Гимназия күп нәмәгә өйрәтте, этәргес көс бирҙе. Унда уҡығанда үҙаллылыҡҡа өйрәнеп, үҙемә һөнәр һайлап ҡуйғайным инде. Заһира өләсәйем үҙе медицина хеҙмәткәре булғас, ошо һөнәрҙе һайлауымды хуп-ланы. Уңышлы ғына уҡырға кереп, икенсе курстан юғары стипендия алып уҡыным. 1-се курста уҡығанда кикбоксинг менән шөғөлләнә башланым, урындар ҙа ала килдем. Башҡорт егеттәре менән ҡурайсылар ансамбле төҙөнөк, концерттарҙа ҡатнашып торабыҙ. Ковид-үҙәктәрҙә эшләгәндә иң беренсе ярҙам итеү яғын уйлайһың, ҡурҡыу булманы, - ти йәш белгес Альберт Марат улы.
Күптән түгел Башҡорт дәүләт медицина университетында Өфөлә коронавирусҡа ҡаршы көрәшкән медик студенттар һәм ординаторҙар бүләкләнде. Йәш белгестәр пандемия осоронда урта һәм кесе медицина персоналы, табип-стажер булып “ҡыҙыл зона”ла, шулай уҡ амбулаторияларҙа эшләгән. Республика Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай комитеты рәйесе урынбаҫары Римма Үтәшева тапшырған Рәсәй һаулыҡ һағы профсоюздарының миҙалы 23 йәшлек яҡташыбыҙ Альберт Мәүлетҡоловҡа ла бирелгән.
Маҡсатҡа ирешеүсән йәш егет 2020 йылдың 20 мартында никах уҡытып, кәләшле лә булған. Медик-профилактикалау төркөмөнөң 6-сы курсында уҡыусы Межгорье ҡалаһы ҡыҙы Римма Ринат ҡыҙы менән ғаилә ҡорорға ҡарар иткәндәр. Пандемия ваҡытында кәләше лә 18-се ҡала дауаханаһында эшләгән. Ә Альберт Марат улы 5-се курстан һуң 21-се ҡала дауаханаһында эшләй, һуңынан пандемия ҡуйырғас, 8-се ҡала дауаханаһында яман сир менән көрәшкә баҫа. 7 ай бында 6 сәғәт эшләп, шунса уҡ ваҡыт ял итеп, сир йоҡторған кешеләргә ваҡытында ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша.
Педиатрия бүлеген тамамлаусы Альберт Марат улы артабан уҡыуын ординатурала дауам итеп, аҙаҡтан юғары белемле белгес булып эшкә урынлашыу хыялы менән йәшәй.
Сәйетбаба ауылында матур ғүмер кисергән Рима менән Марат Мәүлетҡоловтарҙың эшсән, ярҙамсыл, изгелекле улдары атай-әсәһенең ғорурлығы. Альберттың ағаһы Азат Өфө аграр университетын тамамлап, әлеге көндә Өфө ҡалаһында электрик булып эшләһә, кесеһе Айназ да ошо ҡалала Йылылыҡ-энергетика колледжының 2-се курсында уҡып йөрөй. Әлбиттә, улар буш ваҡыттарында атай-әсәһенә ярҙам итәләр, бесән әҙерләү кеүек эштәрҙе бергәләп башҡаралар.
Нисек кенә ауыр булмаһын, пандемия осоронда кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙып, һынауҙарҙы уңышлы үткән Альберт Марат улына алда ла яңынан-яңы үрҙәр теләп ҡалабыҙ.
Автор: Альфия Валиева
Читайте нас