Йәшлек – ул ҡыйыу аҙымдар яһай торған, яҡты өмөт-хыялдарға бай иң гүзәл осор. Бөгөн беҙ район тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, уҡыуҙа, фәндә һәм ижадта юғары һөҙөмтәләр күрһәткән, ярыштарҙа, фестиваль-конкурстарҙа еңеүҙәр яулаған талантлы йәштәребеҙ менән лайыҡлы ғорурланабыҙ.
Йәштәребеҙ әүҙем гражданлыҡ позицияһы, үҙаллылыҡтары, алға ҡуйған маҡсаттарына ирешеүсәнлектәре менән айырылып тора.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм киләсәккә ышаныс менән ҡарауығыҙҙы теләйем. Тыуған илебеҙ хаҡына изге эштәр эстафетаһы тап һеҙҙең ҡулығыҙҙа. Шуға күрә уңышҡа илткән юлығыҙҙа өлкәндәрҙең матур өлгөһөн, аҡылын һәм тәжрибәһен ярҙамсы итеп алығыҙ.
Бәхет, мөхәббәт һәм бар башланғыстарығыҙҙа уңыштар юлдаш булһын!
Фәнзил СЫҢҒЫҘОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.