+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
30 Июнь 2021, 15:35

Быуындар сылбыры өҙөлмәһен

Еҙем-Ҡаранда Мәжит Ғафури көнө үтте

Күптән түгел Еҙем-Ҡаран ауылында Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриға арналған ҙур сара үтте. Унда шағирҙың исемен йөрөткән музей хеҙмәткәрҙәре, Сәйетбаба милли-мәҙәни үҙәге вәкилдәре һәм "Аҡбуҙат" республика балалар журналы редакцияһы ҡатнашты.
- Республикабыҙҙың балалар баҫмаһы “Аҡбуҙат” журналы үҙенең 30 йыллыҡ юбилейы уңайынан республика ра-йондарында осрашыуҙарын да-уам итә. Был юлы беҙ оло ихласлыҡ менән Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры, Кәлсер-Табын ырыуы башҡорто Мәжит Ғафуриҙың тыуған яғынан саҡырыу алдыҡ. Былтыр атаҡлы мәғрифәтсе, шағирҙың тыуыуына 140 йыл тулыу уңайынан күп саралар дистанциялы форматта үтте, сөнки пандемияға бәйле йәнле осрашыуҙар сикләнгәйне. Бер йылға кисектерелгән сара йәнле үтте. Беҙҙең Мәжит Ғафури –төрки әҙәбиәте классигы, уға ҡарата ҡыҙыҡһыныу ҙур, башҡа бик күп шәхестәребеҙ ише, тәү сиратта, уның тураһында йәш быуынға һөйләргә тейешбеҙ. Балалар халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре тураһында белеп үҫергә тейеш. Бөгөн үткән сара – ул быуындар сылбырын тоташтырыу көсөнә эйә, - тине "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина.
Еҙем-Ҡаран мәктәбе уҡыусылары иһә данлы яҡташтары Мәжит Ғафуриҙың тормошо һәм ижады менән яҡшы таныш. Күмәкләшеп шиғырҙар һөйләнеләр. "Сәйетбаба" башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге хеҙмәткәрҙәре сараға килгән ҡунаҡтарҙы башҡорт халҡының йолалары менән таныштырҙы, осрашыуҙы йыр-моң менән биҙәне.
Еҙем-Ҡарандағы Мәжит Ғафуриҙың музейында бай мәғлүмәт тупланған. Уның тап тыуған ауылында урынлашыуы ла ҙур әһәмиәткә эйә. Музей шағир исемен йөрөткән урамда урынлашҡан, ошонда уҡ классик әҙипкә һәйкәл дә ҡуйылған. Бынан кеше өҙөлмәй. Бөгөн дә Еҙем-Ҡаранда үткән байрам сараларына Ишембай районының Маҡар мәктәбенең бер төркөм уҡыусылары килеп ҡушылды. Улар өсөн ябай экскурсия ҙур байрамға әүерелде. Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры тураһында бай мәғлүмәт менән танышыу, шағирҙың туғандары менән аралашыу мөмкинлеге тейҙе. 
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: