Эйе, бөгөн улар Фринад Ғелметдин улы менән пар аҡҡоштар кеүек бына ярты быуат ҡулдарҙан ҡулдарҙы алмай, яҙмыштарына яҙылған һуҡмаҡтан ғүмер үрҙәренә үрләйҙәр. Артта оҙон-оҙаҡ, әммә бер күҙ асып йомған арала үтеп тә киткән биш тиҫтә йыл. Шул йылдарҙа, шул юлдарҙа яҙмыш уларға күп һынауҙар әҙерләне, күтәрә алмаҫлыҡ ауыр ҡайғы-һағыштарҙан бөгөлдөрҙө, әммә һындыра алманы. Әлбиттә, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан да мәхрүм итмәне. Бер-береһен аңлап, һөйөп-һөйөлөп бер-беренә ихтирамлы, иғтибарлы булып йәшәгәнгә яҙмыш елдәренә һынманы, һығылманы улар. Бөгөн бына, юбилейҙары алдынан, Әлфиә апай менән Фринад ағайҙарҙың йортонда үткәндәрҙе иҫләп ултырабыҙ. Әлфиә апай тыныс ҡына һөйләй, Фринад ағай уны бүлдермәй. Ошо ябай ғына күренеш тә иғтибарҙан ситтә ҡалмай һәм иң ҙур ғаилә бәхете бер-береңде бүлдермәй тыңлай белеүҙә лә түгелме икән тип уйлап ҡуям.
- Әле генә кеүек беҙҙең тәүге осрашыу, - ти Әлфиә апай, - ни арала шунса ғүмер үтеп тә киткән. Стәрлетамаҡ мәҙәниәт училищеһын тамамлағас, Еҙем-Ҡаран ауылына клуб мөдире итеп эшкә ебәргәйнеләр. Иҫке генә клуб. Музыка ҡоралдары ла юҡ. Сәхнә кейемдәре тураһында әйтәһе лә түгел. шул клубта спектаклдәр әҙерләп күрһәттек. Шул йыл Фринад әрменән ялға ҡайтҡайны, бер көн осраштыҡ. Бер-беребеҙҙе оҡшатҡанбыҙҙыр инде. Киләһе йылына, ул әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, гөрләтеп туй яһаныҡ.
Фринад ағай колхозда шофер булып эш башлай. Эше ни хәтлем тынғыһыҙ, мәшәҡәтле булһа ла йонсоном бит әле тип тормай кәләше әҙерләгән спектаклдәрҙә ҡатнашырға ла ваҡыт таба. Шулай итеп, улар сәхнәлә лә, өйҙә лә бергә булалар. Улар ҡуйған спектакль дә халыҡҡа бик оҡшай ине. Һәр саҡ зал тулы тамашасы булды. Йәш белгестең тырышлығын етәкселек тә күрә һәм уны Красноусол мәҙәниәт йортона директор итеп эшкә саҡыралар. Фринад ағай район ДОСААФ рәйесе булып эш башлай. Әлфиә апай спектаклдәр ҡуйыр өсөн яңы һәләттәр эҙләү менән мәшғүл була. Һәм таба. Әлбиттә, Фринад ағай бында ла төп ярҙамсы була. Һәм тиҙҙән тәүге емеште Мостай Кәримдең "Ай тотолған төндә" трагедияһын сәхнәгә сығарыуға өлгәшәләр. Ошо спектакль менән телевидениела тура эфирҙа сығыш яһап, үҙҙәрен республика кимәлендә таныта яңы ижади колектив. Шулай ҙа, төпләнеп Красноусолда йәшәргә яҙмаған икән йәш ғаиләгә. Улдары Флоридҡа өс йәш тулғанда тыуған яҡ үҙенә тарта Фринад ағайҙы. Еҙем-Ҡаранға ҡайталар. Ғаилә башлығы колхозда механик булып эш башлай. Әлфиә апай ауыл клубында төрлө мәҙәни саралар үткәрә. Йәнә спектаклдәр әҙерләй. Ул саҡта мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә агитатор бурысы ла йөкмәтелә ине. Баҫыуҙа, фермала булып механизаторҙар, һауынсы-малсылар менән осрашырға, улар тураһында яҙып "Боевой листок"тар сығарырға кәрәк. Алдынғы колхозсылар, хеҙмәт уңыштары йә халыҡты босоған проблемалар ҙа агитаторҙың ихтибарынан ситтә ҡалмай. Мәҡәләләр әҙерләп район
гәзитенә ебәрә. Урындағы радиотапшырыуҙарҙы ла алып бара. Ә бит өйҙә лә ҡатын - ҡыҙ мәшәҡәте һис бөтөрлөк түгел. Ғаиләгә бәхет өҫтәп улдары Әлфир тыуа. Уны ла ҡарарға кәрәк. Әл дә эргәлә ышаныслы терәк бар. Фринад ағай тормош иптәшенең хәлен аңлап, һәр яҡлап терәк булырға тырыша.
- Мәҙәниәт хеҙмәткәренең эше, бик иртә тигәндә лә төн уртаһы ауғанға тиклем бит инде ул. Шунда ла йоҡламай, аш йылытып мине көтә ине Фринад, - ти Әлфиә апай, иптәше яғына яғымлы ҡараш ташлап.
Яҙмыш, яҙмыш... их был яҙмыш... Ниңә шулай миһырбанһыҙ икән???
Тынғыһыҙ, әммә бәхетле мәшәҡәттәргә күмелеп, яҡты хыялдарға өмөтләнеп, тормоштан йәм табып йәшәп ятҡанда бәлә-ҡазалар ҙа һағалап ҡына тора икән әҙәм балаһын. Улдары Әлфир туғыҙ ғына йәшендә, уйнап йөрөгән ерендә йығылып һәләк була. Был ғына ҡайғы әҙ булып күрендеме, йәнә һынау ҡуя яҙмыш, Әлфиә апайҙың әсәһен фалиж һуға. 10 йыл буйы түшәктән тора алмай ятҡан әсәһен ике һеңлеһе менән алмашлап ҡарайҙар. Ошо ҡайғыларҙы баштан үткәреү ҙә еткәндер ҙә бит, юҡ шул. Инде ғаилә ҡороп, ике балаға атай булып йәшәп ятҡан оло улдары Флорид фажиғәле һәләк булды. Ниндәй түҙемлек, сабырлыҡ кәрәк был ҡайғыларҙы күтәрергә. Әммә улар бирешмәне, ныҡ булды. Ана шулай шатлыҡтарҙы бергә күреп, ҡайғыларҙы бергә еңеп йәшәне һәм йәшәй Исҡужиндар ғаиләһе.
Бөгөн ауылдаштары араһында ла, элек эшләгән хеҙмәт коллективында ла абруйҙары ҙур уларҙың. Тырыш хеҙмәттәре өсөн икеһе лә күп наградаларға лайыҡ булды. Әлфиә апайҙың 50-нән артыҡ грамотаһы булыуы ғына ла күп нәмә тураһында һөйләй. Башҡортостандың 100 йыллығы айҡанлы миҙал менән бүләкләүҙәре лә уның хеҙмәтенә ҙур баһа. Фринад ағай шофер булып эшләгәндә "Алтын башаҡ" миҙалына лайыҡ булды.
Барыһына ла өлгө булған Исҡужиндар ғаиләһе, әле лә яҙмыш һынауҙарына баш эймәй, донъя көтәләр. Баҡса тултырып йәшелсә-емеш, картуф сәсеп, тәрбиәләп үҫтерәләр. Тәҙрә төптәрендә гөл, баҡсала сәскәләр йәм биреп хуш еҫ бөркә. Күпләп мал да аҫраны улар. Әле мал тотмағандарына ла бер-ике йыл ғына.
- Ейәнебеҙ менән ейәнсәребеҙ - беҙҙең йыуанысыбыҙ инде, - ти улар. - Киленебеҙ Рәзимә, ейәнебеҙ Әлфир, ейәнсәребеҙ Ләйсән менән һәр саҡ бергә аралашып торабыҙ. Ҡулдан килгәнсә ярҙам да итергә тырышабыҙ. Хәҙер инде улар ҙа үҫеп етте. Ейәнебеҙ Әлфир ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй. Рамаҙан исемле бүләбеҙ бар. Әле бына юбилейыбыҙ алдынан ғына шатлыҡ өҫтәп бүләсәребеҙ тыуҙы. Ейәнсәребеҙ Ләйсән тыуған йортта, әсәһе эргәһендә.
Эйе, тормош дауам итә. Тағы ла оҙон-оҙаҡ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең игелек, изгелеген, бүлә-бүләсәрҙәрегеҙҙең шатлығын күреп, туғандарҙың, ауылдаштарҙың ихтирамын то-йоп, бергә-бергә йәшәргә яҙһын һеҙгә, Әлфиә апай һәм Фринад ағай!!!
Фәрғәт Ғәлин.