-Ошо ауыл кешеһе Сөнәғәт ағай Кинйәбаев Фәррәхтең 35 йәшенә ҡорто менән умарта бүләк итте. Башта тәжрибә булмағандыр инде, арттыра алманыҡ. Унан кәңәш һорағас: “Һеҙ бит балын ғына яратаһығыҙ, ҡортон яратырға кәрәк”, - тине ул. Шунан һуң ҡорттарға ныҡлы иғтибар биргәс, һандары ла арта башланы. Хәҙер урындағы тоҡом ҡалманы инде, ҡатнашып бөткән. Беҙҙә күпселек йүкә балын алабыҙ. Һуңғараҡ тауҙағы үлән сәскәләренән, балтырған, ҡаҡы көпшәләренән йыйған балдар ҙа ҡушыла. Кәрәҙ менән иман һүҙе яҙылған, тигәнде ишеткәс, бисмиллалап ҡына тотонам, - тип һөйләй Миңнисара Миңлебай ҡыҙы.
“Элек Зәйнулла Фәтҡотдинов, Бәхтийәр Шәйәхмәтов, Ереклелә Динислам Ишкин солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгәнен беләм. Үҙем атайым Насирулланан, ул атаһы Ғәйзулланан өйрәнгән. Һәйбәт шөғөл инде ул, - тип һүҙгә ҡушыла ғүмер буйы бал ҡорттарынан айырылмаған Фәррәх ағай Фәтҡотдинов.
Умарта күсе тотһаң бал ҡорттарылай егәрле лә булырға кәрәк шул. Миңнисара апай менән Фәррәх ағай ҙа Толпар ауылының һоҡланғыс урынында матур итеп йәшәп яталар. Хужабикә һөттө эшкәртеп, унан төрлө аҙыҡ эшләһә, хужа буш ваҡытында бер ҡуллап булһа ла тимер сүкеп, унан йәмкә, һоҫҡо кеүек төрлө әйберҙәр эшләп ҡуя. Ә өй эсле-тышлы сәскәгә күмелгән. Фәтҡотдиновтар Зифа, Флүр, Филүс, Розалия, Миңһылыу, Данис исемле балалар үҫтереп, хәҙер һәр береһе үҙаллы йәшәп ята.
Күнеккән шөғөлдәре булғас, әле лә тик ултырмайҙар был йорт хужалары. Йәмле төбәктә ҡорттар менән мауығып, шунан күңелдәренә йыуаныс һәм тыныслыҡ алып, табышлы шөғөлдән йәм табып йәшәп яталар. Толпарҙарса йомартлыҡ менән: “Беҙҙең балды тәмләп ҡарағыҙ әле”, - тип, беҙҙе сәй табынына ла ултырттылар. Әлбиттә, Толпар балын башҡалар менән бутап булмай инде ул.