Беҙ барғанда әлеге мәлдә бал ҡорттары бер аҙ тынған, ҡышҡылыҡҡа әҙерләнеү осорона туҡтағанда, ҡортсолар малдарына бесән әҙерләү менән мәшғүл ине. Шуға ла күпләп бал ҡорттары тотҡан кешеләрҙең үҙҙәре менән һөйләшеп алыу яйы тура килмәне. Ауыл биләмәһе башлығы Валерий Локоленко бер аҙ таныштырып:
- Толпарҙа бал ҡорттарын ауыл барлыҡҡа килгәндән бирле тоталар тиһәң дә була. Ауылда бөгөнгө көндә 280 кеше теркәлгән. Халыҡ башлыса малсылыҡ һәм умартасылыҡ менән шөғөлләнеп үҙ көнөн үҙе күреп йәшәй. Һәр бер йортта тиерлек (халыҡтың 90 %) умартасылыҡ менән шөғөлләнәләр. Ауыл буйынса 1000 бал ҡорто ғаиләһе иҫәпләнә, бәлки күберәктер ҙә. Иң күп бал ҡорттары күстәре (100 баш) Риф Ваһаповта булһа, унан саҡ ҡына кәмерәк тотоусы тип Фәнис Сөләймәнов, Наил Яҡшыбаев, Фәлир Ишембәтов, Азамат, Рәфис Шәйәхмәтовтар, Фәррәх Фәтҡотдиновты, Зөбәйер Фәхретдиновты атарға була, һуңғы йылдарҙа Миҙхәт Фәхретдинов тота башланы. Үҙемдең дә 50 баш. Беҙҙә барыһы ла ҡорт тоторға тырыша. 81 йәшлек ҡәйнәм дә 2 баштан ҡалғаны юҡ. Ереклелә Рим Ваһаповтың умартаһы күп. Ауылда “дачник”тар ҙа бар, улар ҙа күпләп умарта тота. Был шөғөл халыҡҡа иң төп табыш килтереүсе йүнәлеш булып тора, - тип һөйләп үтте.
Умартасылыҡ шөғөлө нәҫелдән-нәҫелгә күсә килә бында. Тик элек күпселек солоҡсолоҡ булған, ә хәҙер дәдәндәрҙә тоталар. Һуңғы йылдарҙа “пакет” һатып алыу ҙа киң таралған. Был инде урындағы “нәҙек билдәр”ҙең тоҡомо бүтәндәр менән ҡушыла, бутала тигән һүҙ. Умарта пакеттары менән бергә ауырыуҙар ҙа тарала. Умарта күстәренең һаны уҙған йылдарҙа ныҡлы кәмеүен, быйыл бал ҡорттары өсөн йылдың уңышлы килеүен дә әйтеп үтте бында йәшәүселәр.
Башҡорт балының даны бик алыҫтарға таралған. Шуға ла үҙебеҙҙең бренд булған Ғафури балының бәҫен һаҡлайыҡ, ҡорттарҙы үрсетәйек. Был табышлы кәсепте юҡҡа сығармай, мауыҡтырғыс шөғөлөгөҙҙән һәйбәт табыш алып йәшәгеҙ.