Бөтә яңылыҡтар
17 Сентябрь 2021, 14:00

Ғәйрәтле ир-уҙаман

Һәр ауыл үҙенең ғәйрәтле, йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнап, төбәге өсөн янып йәшәгән кешеләре менән дан тота. Күптән түгел үҙенең олпат юбилейын билдәләгән, Сәйетбаба ауылында йәшәүсе Закир Ишмырҙин - ябайлатып әйткәндә ауылдың шәп, көслө кешеһе, бар ерҙә лә үҙ һүҙен һүҙ итер ир-уҙаманы булып тора. Һынмаҫ рухлы булыуы, ҡаҡшамаҫ күңел көсө лә һоҡландыра уның.

Ғәйрәтле ир-уҙаман
Ғәйрәтле ир-уҙаман

Башҡортостандағы иң ҙур башҡорт ауылында Орҡоя менән Вәлиулла Ишмырҙиндарҙың өсөнсө балаһы булып, ағай-апайҙарына шатлыҡ өҫтәп 1946 йылдың 3 сентябрендә донъяға ауаз һалған ул. Тыуған ауылындағы мәктәптә уҡып, ҡайҙа ғына эшләһә лә, бер ерҙә лә һынатмай. Ниндәй тармаҡта ауыр, эш бармай, шунда тәғәйенләйҙәр уны. Бригадир, ферма мөдире, ауыл Советы, “Йондоҙ” колхозы рәйесе, партком секретары, ауыл ҡулланыусылар йәмғиәте рәйесе булып та эшләргә тура килә уға. Ойоштороу һәләтенә таянып, һәр ерҙә эште яйға һала. Яҙмышын изге күңелле, егәрле Быяла ауылы ҡыҙы Рәшиҙә Барый ҡыҙы Хөсәйенова менән бәйләп, матур ғаилә лә ҡорған. Тормош иптәше менән өс ул һәм ике ҡыҙ үҫтереп, уларға юғары белем алырға, тормошта үҙ урындарын табырға ярҙам иткәндәр. Һигеҙенсе тиҫтәгә артылһалар ҙа, яратҡан шөғөлдәре менән булышып, дарыу үләндәре йыйып, уны файҙалы ҡулланырға ла ваҡыт табалар.
Закир Вәлиулла улы бөгөн дә, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнап йәшәй. Урындағы башҡорт ҡоролтайы рәйесе була, ә хәҙерге көндә ауыл ветерандар советы рәйесе вазифаһын башҡара. Сәхнәлә йырларға, бейергә, гармунда уйнарға ла ваҡыт таба. Былтыр “Байыҡ” бейеү конкурсына “Көгөш һыуы буйында” бейеүен тәҡдим итеп, абруйлы жюри 75 йәшлек ил ағаһына баһа ҡуйып тормайынса, “Байыҡ”тың аҡһаҡалы тип билдәләне. Башҡарған хеҙмәтенә яуаплы ҡарағаны өсөн бик күп Маҡтау грамоталары, халҡы өсөн янып эшләгән Закир Ишмырҙин Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының иң ҙур наградаһы – “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы менән дә бүләкләнгән. Һәр саҡ ғаилә, туғандар, дуҫтар, халҡым тип, янып-көйөп йәшәй ул.
Лира Яҡшыбаеваның “Табын иле изгеләре” китабында класташы Закир Ишмырҙин тураһында яҙылған юлдар был һүҙҙәрҙең хаҡлығын раҫлай. Ошо китапта яҙылғандарҙы ҡыҫҡартып, гәзит уҡыусыларға ла яҙып үтәһе килә.
“Әүҙем йәмәғәтсе, Сәйетбаба ауылында үткәрелгән бөтә сараларҙың башында торған Закир Ишмырҙин тураһында ишетһәм, йәки матбуғат биттәрендә уҡыһам, Аласабырға атланған һын пәйҙә була ла, баш осонда ҡоролтай байрағын елберҙәтеп, сабып үтеп киткәндәй тойола. Айырма шунда, ул инде айбарлы йәш батыр түгел, ә күпте күргән, күпте кисергән, донъя күргән олпат ил ағаһы. Әбрәй батырҙар һымаҡ, тыуған ерен, әсә телен, туған халҡы именлеген яҡлап, ҡолас ташлап көрәш юлына баҫҡан, милли аңы үҫешкән ғәмле, сәмле абруйлы шәхес.
Миңә Закир Вәлиулла улының эрудициялылығы, һәр нәмәгә үҙ ҡарашы, үҙ фекере булыуы оҡшай. Уны “негласный лидер” тиергә булалыр. Сәйетбабала тыуып үҫкән, тыуған төйәгенә тамырҙары менән ереккән ил уҙаманы оҫта ойоштороусы булыуы, ярҙамсыллығы, кеше күңелен аңлай белеүе менән ауылдаштар араһында абруй яуланы. Ил хәстәрен хәстәрләүсе булып танылды.
Беләбеҙ, бер-береһен тыуғандан алып белгән кешеләр араһында абруй яулау анһат түгел. Халыҡта ихтирам ҡаҙаныр өсөн хеҙмәтең ҙур булыу кәрәк. Эшләгән эшеңдә лә алдынғылыҡты бирмәҫкә, ғаиләңдә лә һынатмаҫҡа тейешһең, ғәҙеллек, тоғролоҡ кеүек сифаттарға эйә булыу мотлаҡ. Ярҙамсыл, булдыҡлы булыу ҙа талап ителә. Был йәһәттән Закир Ишмырҙиндың хаҡлы рәүештә ғорурланырға урыны бар. Ул халыҡты дәртләндереп эшләтә белде, аҙаҡтан да һәр кем эшләнгән эшенән, үткәрелгән саранан ҡәнәғәт ҡалыр ине. Бер һүҙ менән әйткәндә, ойоштороу һәләте көслө уның. Ә ғаиләһенә килгәндә, ул ғаиләһенән уңды. Ҡатыны Рәшиҙә бөтә ғүмере буйы иренә терәк, таяныс булып йәшәне. Улар бала саҡтан бергә. Һигеҙенсе класта уҡығанда дуҫлаша башлағайнылар, шул ваҡыттан алып һис айырылғандары юҡ. Береһен-береһе ихтирам итеп, ҡәҙерләп, һәр атҡан таңдың ҡәҙерен белеп, туған-тыумаса солғанышында ҡыуанып ғүмер кисерәләр. Балалар – Роза, Рәйсә, Заһир, Таһир, Урал – бөтәһе лә юғары белемле. Ата-әсәһе кеүек баш баҫып, тырышып, төрлөһө төрлө ерҙә эшләп йөрөйҙәр.
Әлбиттә, ил ғәмен ғәмләп, ил хәстәрен хәстәрләп, йәмғиәт эшендә йөрөгәндәргә беҙҙә орден да, миҙал да бирелмәй, эш хаҡы ла түләнмәй. Әммә халыҡ барыһын да белеп, күреп тора. Улар булдырған йола, традицияларға әйләнеп, йөҙәр йыл йәшәй. Уларҙы ил эшендә танылыу тапҡан ир аҫылы тиер халҡым”, - тип яҙған Сәйетбаба ауылының аҫыл ир-аты тураһында Лира Яҡшыбаева.
Ошондай шәхестәрҙең булыуы үҙ төбәгенә мәртәбә өҫтәй. Йәштәргә биргеһеҙ ғәйрәт, дәртле булыуына һоҡланмау мөмкин түгел. Тыуған төбәге өсөн янып йәшәүсе Закир Вәлиулла улын юбилейы менән ҡотлап, киләсәктә лә күңелдәр көр булһын, үҙебеҙ һау-сәләмәт булайыҡ, тип теләп ҡалабыҙ.

Ғәйрәтле ир-уҙаман
Ғәйрәтле ир-уҙаман
Автор: Альфия Валиева
Читайте нас