-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
9 Октябрь , 09:07

Яһалма интеллект енәйәтселәрҙе тоторға ла ярҙам итә

Яһалма интеллект көндән-көн тормошобоҙға үтеп инеп, төрлө өлкәлә уңышлы ҡулланыла. Ул яңы оҫталыҡҡа өйрәнеп, төрлө һөнәрҙәрҙе үҙләштерә: кеше өсөн сығыш әҙерләргә ярҙамлаша, сәнғәт әҫәре ижад итә, хәүефле тәбиғәт күренештәрен иҫкәртә, кешенең төшөнкөлөккә бирелгәнен дә әйтә...

Яһалма интеллект енәйәтселәрҙе тоторға ла ярҙам итә
Яһалма интеллект енәйәтселәрҙе тоторға ла ярҙам итә

Хатта енәйәтселәрҙе лә тоторға ярҙам итә. Мәҫәлән, Мәскәү ҡалаһында яңы технология ярҙамында  70  енәйәтсе ҡулға алынған. Ул шулай уҡ ишара телен текстҡа ла әйләндерә. Был иһә һаңғырау-телһеҙҙәр менән аралашырға мөмкинлек бирәсәк. Барыһын һанай башлаһаң, яһалма интеллектың мөмкинлектәре киң һәм күп. Алдағы киләсәктә яңы технология бөтә тармаҡты ла яулап аласаҡ.

Баш ҡалабыҙҙың «Торатау» конгресс-холында үткән «Төрлө тармаҡтарҙа яһалма интеллект технологияларын ҡулланыу буйынса дизайн-сессия»ла тап ошо хаҡта һүҙ барҙы. Уны Башҡортостан Хөкүмәте менән «Сбербанк» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ойошторҙо.

– Рәсәй баҙары яһалма интеллект арҡаһында, көнбайышҡа ҡарағанда, тиҙерәк үҫешә. Ҡайһы бер компанияларҙың 20 процент яһалма интеллектты ҡулланыуын күрәбеҙ. Уны ҡулланыу 50 процентҡа етәсәк,  тигән фараздар ҙа бар.

Беҙ яһалма интеллект үҫешкән, төрлө өлкәлә уңышлы ҡулланылған дәүерҙә йәшәйбеҙ.  Беҙ, Башҡортостан да, был йүнәлештә «Сбербанк» менән бергә барырға әҙербеҙ. Яһалма интеллектты кеше етмәгән урындарҙа файҙаланырға була, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров.

Һаҡлыҡ банкының Башҡортостан бүлексәһе идарасыһы Азамат Сәлихов сарала ҡатнашыусыларҙы яңы технологияны ҡулланыу  тәжрибәһе, уның мөмкинлектәре менән  дә таныштырҙы. Ул яһалма интеллектты индергән ойошмаларға уҡытыу ойоштороласағын, субсидиялар ҙа бүленәсәген белдерҙе.

Рәсәй Президенты Владимир Путин, яһалма интеллектты тормошобоҙҙоң бөтә өлкәләренә индереү йәшәүгә яңы һулыш өрәсәк, тип белдергәйне. Быйыл ул:

 – Хәҙерге шарттарҙа хеҙмәт етештереүсәнлеге яһалма интеллект технологияларын ҡулланыу менән туранан-тура бәйле. 2030 йылға иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең бөтә төп тармаҡтарында һанлы платформалар булдырырға кәрәк, – тигәйне.

«Яһалма интеллект» милли проектҡа индерелеп, 2021 йылда тормошҡа ашырыла башлай. Рәсәйҙә яһалма интеллект технологияларын үҫтереүгә 2025 – 2030 йылдарҙа  – 24,6 миллиард һум, шулай уҡ  5,1 миллион һум ҡаҙнанан тыш аҡса йүнәлтеләсәк.  Белгестәр әйтеүенсә, яһалма технологияһын индереү хеҙмәт етештереүсәнлеген 5 – 10 процентҡа арттыра, йәшәү кимәлен яҡшыртыуға булышлыҡ итә. Бөгөн  финанс ойошмаларының 95 процентында яңы технология һынала.Яһалма интеллект буйынса бер аҙ мәғлүмәт алғандан һуң, дизайн-сессияла ҡатнашыусы  «Һаулыҡ һаҡлау», «Ауыл хужалығы», «Сәнәғәт», «Ҡалалар һәм ауылдарҙы үҫтереү: матур йәшәү һәм хәүефһеҙлек мөхите», «Дәүләт идаралығы» тигән биш  команда республикабыҙҙы үҫтереү буйынса тәҡдимдәрен презентацияланы, уны тормошҡа ашырыу юлдарын һөйләне.

– Идаралыҡ – тормошта иң мөһим тармаҡ. Беҙ командабыҙ менән яһалма интеллекты 12 төрлө ҡулланыу мөмкинлеген күрәбеҙ. Уларҙың барыһы ла идара итеүгә ҡағылмай, шуға беҙ үҙебеҙгә ҡағылған бишәүҙе тәҡдим итәбеҙ.

Яһалма интеллекттың халыҡтың мөрәжәғәтен иғтибарһыҙ ҡалдырмай, тулыһынса эшкәртеп, автоматик яуап биреүен  теләйбеҙ. Республика менән идара итеү үҙәге, мәғлүмәти-аналитик  бүлектәр барлығын беләбеҙ, улар бер төрлө яуап бирә. Дәүләт идаралығында эшләү – халыҡ өсөн эшләү, тигән һүҙ. Кеше үҙен кәрәкле һәм мөһим итеп тойһон өсөн, яуаптар ҙа күңелгә үтеп инерлек булһын.

Беҙ һәр ваҡыт бөтә киң мәғлүмәт сараларын, бөтә социаль селтәрҙәге төркөмдәр,  сайттарҙы күҙәтеп барабыҙ. Унда кемдең нисек халыҡҡа мөнәсәбәте күренә. Халыҡты борсоған көнүҙәк мәсьәләләрҙе лә асыҡларға теләйбеҙ. Был мөрәжәғәттәр менән эшләүгә оҡшашыраҡ. Бынһыҙ халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыу юҡ, – тине республикабыҙҙың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко, «Дәүләт идаралығы» командаһы исеменән сығыш яһап.

Сара аҙағында яһалма интеллект буйынса дизайн-сессияға йомғаҡ яһап, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов:  

– Республикабыҙҙа яһалма интеллектты үҫтереү буйынса бик ҙур эш алып барыла. Иң беренсе маҡсатыбыҙ – горизонттарҙы киңәйтеү. Тәжрибәбеҙ етешмәү, йәшебеҙ айҡанлы яһалма интеллектты аңлап етмәйбеҙ, ғәҙәти эшкә, мөнәсәбәткә өйрәнгәнбеҙ. Бындағы һәр тәҡдим иҫәпкә алынып, бер ай дауамында эшкәртеләсәк һәм халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығында йомғаҡ яһаясаҡбыҙ. Яһалма интеллект буйынса һәр мәсьәлә бик мөһим, – тине.

Ул Хөкүмәт аппаратына, бөтә ведомстволарға юл картаһы эшләргә кәрәклеген дә белдерҙе.

Автор: Гөлназ Шәйхетдинова.

Сығанаҡ: https://ye102.ru/news/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2024-10-08/ya-alma-intellekt-en-y-tsel-r-e-totor-a-la-yar-am-it-3960652 

Читайте нас: