+23 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Байрамыбыҙ менән!

21 апрель илебеҙҙә Урындағы үҙидара көнө булараҡ билдәләнә.

2003 йылда урындағы үҙидара органдары тураһында яңы закон сыҡҡандан һуң урындарҙа үҙидара органдарына ҡарата ҡараш бермә-бер үҙгәрҙе. Старосталар институты тергеҙелеүе муниципаль власть менән халыҡ араһындағы бәйләнеште нығытыуға булышлыҡ итте. Күп урындарҙа ауыл старосталары, урындағы Совет депутаттары ауыл биләмәһе башлыҡтары менән бер төптән эшләйҙәр. Бындай ауыл биләмәләрендә эштәре лә алға бара. Шуға ла киләсәктә урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлеген тағы ла әүҙемләштереү талап ителә.

Барлыҡ муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙе, депутаттар корпусын, ауыл старосталарын һәм барлыҡ район халҡын Урындағы үҙидара көнө айҡанлы ҡотлайым, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, оҙон ғүмер, ра-йон һәм илебеҙ хаҡына яңынан-яңы ҡаҙаныштар теләйем.


Читайте нас в