-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Дөйөм тырышлыҡ ҡына уңышҡа илтә

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин 2012 йылдың 10 июнендә Урындағы үҙидара органдары көнөн булдырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Был документта билдәләнеүенсә, гражданлыҡ йәмғиәтендә демократияны үҫтереү, урындағы үҙидара органдары институтының әһәмиәтен арттырыу маҡсатында календарҙа яңы байрам булдырыла.

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин 2012 йылдың 10 июнендә Урындағы үҙидара органдары көнөн булдырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Был документта билдәләнеүенсә, гражданлыҡ йәмғиәтендә демократияны үҫтереү, урындағы үҙидара органдары институтының әһәмиәтен арттырыу маҡсатында календарҙа яңы байрам булдырыла.

Ни өсөн тап 21 апрелдә, тигән урынлы һорау тыуыуы бар. Тарихҡа күҙ һалһаҡ, 1785 йылдың 21 апрелендә Екатерина II “Жалованная грамота городам” исемле документҡа ҡул ҡуя. Тап ошо грамота Рәсәйҙә урындағы үҙидара органдарын үҫтереү законлылығына нигеҙ булып тора. Әгәр ҙә хәҙерге заманға күҙ һалһаҡ, 1993 йылда ҡабул ителгән Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 8-се бүлеге урындағы үҙидара органдарына арналған. Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны тәьмин итеү тураһында урындағы әһәмиәтле мәсьәләләрҙе, муниципаль милек менән файҙаланыу һәм ҡулланыуҙы халыҡ тарафынан үҙаллы хәл итеү хаҡында 130-сы статьяла әйтелә. Урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлеге граждандарҙың референдум, һайлау һәм башҡа үҙ теләктәрен белдереү юлы аша ғәмәлгә ашырыла.

2003 йылдың октябрендә Рәсәй Президенты тарафынан “Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында” федераль законға ҡул ҡуйылды. Был Рәсәйҙә урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлеген көйләүсе төп документ булып тора.

Был район һәм ауыл хакимиәттәре өсөн генә түгел, инициативалы, битараф булмаған гражданлыҡ йәмғиәте вәкилдәре өсөн дә байрам сараһы булып тора. Үҙ ауылының социаль-иҡтисади үҫешендә урындағы үҙидара органдарының мөһим роль уйнауын аңлаған, урындағы әһәмиәтле проблемаларҙы хәл иткәндә ситтән генә күҙәтеүсе булмаған, билдәләнгән биләмәлә халыҡтың уңышҡа өлгәшеүенә яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алырға ҡурҡмаған граждандарға айырыу-са ҙур иғтибар йүнәлтеү зарур. Урындағы үҙидара органдары барлыҡ район халҡы өсөн эшләй – шуға ла был дөйөм байрамыбыҙ булып тора.

Муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙе генә түгел, ә барлыҡ район халҡын Урындағы үҙидара органдары көнө менән ҡотлайым. Әүҙем гражданлыҡ позицияһы алып барған, илебеҙҙә тормош кимәлен яҡшыртыу теләге менән янған, тирә-йүнгә битараф булмаған бик күптәр урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегендә ҡатнаша.

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин: “...Беҙҙең ҡала-ауылдарыбыҙҙағы сифатлы төҙөкләндереү, социаль инфраструктураны үҙгәртеү эштәре, кешеләрҙең тормош сифатын яҡшыртыу урындағы үҙидара органдарының һөҙөмтәле эшмәкәрлегенә бәйле”, - тигәйне.

Барығыҙҙы ла ошондай эшмәкәрлеккә ҡушылырға саҡырам. Тик яйға һалынған берлектәге тырышлыҡ менән генә беҙ дөйөм маҡсатҡа өлгәшеүгә табан бара алабыҙ.