-16 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ойошҡанлыҡта - көс, берҙәмлектә - бәрәкәт

Хәҙерге ваҡытта граждандар институтын үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Ошо сәйәсәткә бәйле ил граждандары үҙҙәре лә үҙидаралыҡ эшендә әүҙем ҡатнашырға тейеш. Бының өсөн территориаль йәмәғәт ойошмаларын (ТОС) төҙөү маҡсатҡа ярашлы.

Рәсәй Федерацияһының ”Урындағы үҙидаралыҡты ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында” 131-се федераль законының 27-се статьяһына ярашлы, һәр бер муниципаль берәмектә (ТОС), йәки территориаль йәмәғәт үҙидаралығын (ТЙҮ) ойоштороп була. Был законда “Территориаль йәмәғәт ойошмаһы граждандарҙың йәшәгән ерҙәре буйынса урындағы әһәмиәткә эйә булған һорауҙарҙы, үҙ инициативаларын тормошҡа ашырыу өсөн үҙ-ара ойошоуы”, - тиелә.

Беҙҙең халыҡта община менән йәшәү менталитеты формалашҡан: бергәләшеп кәңәшләшеп эшләү, бергәләшеп йәшәү борон-борондан килгән. Йәмәғәт үҙидараһы ауылда көндәлек тормошта ҡалҡып сыҡҡан мәсьәләләрҙе халыҡ менән бергәләп башҡарыуҙы күҙаллай. ТЙҮ-ҙың маҡсаты - граждандарҙың урындағы үҙидаралыҡ эшендә әүҙем ҡатнашыу хоҡуғын тормошҡа ашырыу, халыҡты ауылдағы

проблема һәм мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ылыҡтырыу. Шулай уҡ төп йүнәлештәргә халыҡ хоҡуғын һәм мәнфәғәтен яҡлау, биләмәнең социаль һәм иҡтисади үҫешен билдәләү, граждандарҙың социаль-көнкүреш талаптарын үтәгәндә урындағы үҙидара һәм граждандарҙан йыйылған аҡсаны ҡулланыу, ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе урынлы файҙаланыу, үҫеп килгән йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш булдырыу һәм башҡалар инә. Ғөмүмән, был йәмәғәт ойошмаһы граждандарға үҙ ауылының, йортоноң яҙмышын хәл итеүҙә ҙур мөмкинлектәр бирә.

Бының өсөн устав нигеҙендә территориаль йәмәғәт үҙидаралығын ойошторорға кәрәк. Ойошманы тәүҙә ауыл хакимиәтендә теркәйҙәр, һуңынан Башҡортостандың Юстиция министрлығында рәсмиләштерергә мөмкин.

Бындай гражданлыҡ инициативаһына аҡса бүленмәй, әлеге ваҡытта коммерция булмаған ойошмаларға грант ярҙамдары бар. Әммә грант алыу өсөн ойошманың теркәлеү үтеүе мотлаҡ. Әгәр ойошманы Юстиция министрлығында теркәтһәң, ул айырым юридик ойошма булып һанала һәм отчет биреү талап ителә. Әлбиттә, йәмәғәт үҙидараһы булдырыу еңел эш түгел. Бында ауыл активистарын тупларға, эштең айышын төшөндөрөргә, документтар-закондарҙы яҡшы белергә лә кәрәк. ТОС эшләп китһен өсөн тәүшарт - ауылда тыуған ере, ауыл өсөн янып торған энтузиастарҙың булыуы мөһим.

Башҡортостанда бөгөнгә иҫәптә булған 600-ләп ТЙҮ араһында Юстиция министрлығының Башҡортостан идаралығында теркәлеү үткәндәр ни бары 7 генә. Шул иҫәптән “Юлыҡ” ТЙҮ-ы 2015 йылда ойошторолоп, коммерция булмаған ойошма (НКО) булараҡ Рәсәй Юстиция министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлгән. 15 кешенән торған ТЙҮ советы ауылдың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Күп һорау тыуҙырған сабынлыҡ, көтөү, ер мәсьәләләре ТЙҮ аша хәл ителә. Ойошманың Уставында халыҡтың йәшәү кимәлен үҫтереү ҙә ҡаралған. Был аҡса таратып биреүҙе аңлатмай, ә ниндәйҙер йүнәлеш биреү. Ошо маҡсатты үтәү өсөн ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәр берләшеп

кооперативтар ойошторғанда һәйбәт булыр ине. Кооперацияға берләшеп, бергәләп ауыл хужалығы техникаһы алып, ит, һөт, балды бергәләп эшкәртеп һатып, бер-береңә ярҙам итеү кәрәктер хәҙерге ваҡытта. Ҡауарҙы ауыл биләмәһендә Фәнил Басиров рәйеслегендә 11 шәхси һәм фермер хужалыҡтарынан торған ауыл хужалығы кооперативы төҙөлөп, һалым органдарында дәүләт теркәүе үтте. Әлеге көндә Башҡортостан ауыл хужалығы кооперацияларын үҫтереү буйынса федераль программа сиктәрендә һынау (конкурс) иҫәбенә ингән.

ТЙҮ шулай уҡ спорт ярыштары (волейбол, футбол, хоккей, көрәш) үткәрә. Ауылдың тирә яғы сүп-сар менән тултырылыуы, ағастарҙың ҡартайыуы ҙур проблема булып тора.Тәбиғәтте һаҡлау йүнәлешендә Еҙем йылғаһы буйында ағастар ултыртылды, экологик өмәләр ойошторола. Йылға ярҙарына, урмандарға сүп түкмәҫкә саҡырабыҙ.

Граждандар йәмғиәтен үҫтереү маҡсатындағы Президенттың 2017 йылдағы беренсе конкурсында 500 мең һум грант алыуға өлгәштек. Ауылдағы Еңеү паркы биләмәһен төҙөкләндереү, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарға арналған обелиск ҡуйыу, спорт майҙансығы төҙөү – тап ошо эштәрҙе башҡарыуҙы проект үҙ эсенә алды ла инде. Проект-та күрһәтелгән эштәрҙең күләме 540 мең һум тәшкил итеп, шуның 40 мең һумдан ашыуын һуғышта ҡатнашҡан яугирҙарҙың балалары, ейәндәре, туғандары йыйып бирҙе.

Йәмәғәт ойошмаларының эшмәкәрлеге үҙ еребеҙ, телебеҙ, йәшәйешебеҙ мәсьәләләрен ҡулға алырға, эскелек, эшһеҙлек, әхлаҡһыҙлыҡ проблемаларын хәл итергә һәм үҙ ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, йолаларыбыҙҙы, тарихыбыҙҙы һаҡлап алып ҡалыуға йүнәлтелгән. Шулай ҙа, әлегә кешеләрҙе ауыл файҙаһына эшләргә күндереүе ауыр. Күпселектең аңына «Администрация, бюджетниктар йәки кем булһа ла эшләһен, тик мин түгел…» тигәнерәк элекке стереотип ҡараш тәрән һеңгән. Алда әхлаҡи мәсьәләләр, ауыл халҡының гражданлыҡ әүҙемлеген үҫтереү, ауылды төҙөкләндереүҙе дауам итеү, тирә-яғыбыҙҙы йәнләндереү эштәре тора.

Беҙ үҙебеҙҙең тормошто, ауылдағы тәртипте үҙебеҙ ойоштормаһаҡ, беҙгә берәү ҙә ситтән килеп ойоштормаясаҡ, тәртип булдырмаясаҡ. Ауылдың әүҙем кешеләре менән эшләй торған эштәрҙе тейешенсә ойошторғанда ауылда тормошто йәмләргә, матурларға була.

Беҙҙең район ауылдарында ла ошондай ойошмалар барлыҡҡа килер һәм урындағы халыҡ үҙ ауылы яҙмышы менән үҙе идара итер, тип ышанабыҙ.