-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Урындағы үҙидара көнөндә - йәрминкә

Муниципаль район хакимиәте райондың ауыл хужалығы предприятиеларына, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарына, шәхси ярҙамсы хужалыҡ тотоусыларға 21 апрелдә Красноусолда район хакимиәте алдындағы майҙанда Урындағы үҙидара көнөнә арналған йәрминкәлә ҡатнашып, бәрәңге, йәшелсә, ит һәм башҡа ауыл хужалығы продукцияһын һатыу мөмкинлеге булыуы хаҡында хәбәр итә.

Йәрминкә иртәнге сәғәт 10-да башлана. Сауҙа итеүселәрҙең өҫтәле, үлсәүе, эш кейеме (алъяпҡыс, баш кейеме, еңсәләр һ.б.) булырға тейеш.

Йәрминкәлә ҡатнашырға теләүселәрҙең 2-24-49, 2-18-72 (район хакимиәтенең иҡтисад бүлеге) телефондары буйынса йәки ауыл биләмәләре хакимиәттәренә мөрәжәғәт итеүен һорайбыҙ.