+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Яҡтылыҡ – йәшәү сығанағы

Энергетика системаһы һәр ваҡыт өҙлөкһөҙ эшләп торорға тейеш, сөнки яҡтылыҡ һәм йылылыҡ – кешеләрҙең йәшәү сығанағы. Бөгөн был өлкә хеҙмәткәрҙәре 97-се тапҡыр үҙҙәренең һөнәри байрамын ҡаршылай – ГОЭЛРО планын ҡабул итеүгә шунса ваҡыт үткән. Ә беҙҙең районда электр селтәрҙәре бынан 45 йыл элек ойошторола. Һөнәри байрамдары уңайынан районыбыҙҙы электр энергияһы менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеүгә яуаплы булған ойошма - район электр селтәрҙәре начальнигы Марсель Рәсүл улы ҒҮМӘРОВҡа мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – етәксегә:

Дүртенсе йыл инде “Аҡыллы электр селтәрҙәре” программаһы сиктәрендә ҡулланылған электр энергияһын автоматик иҫәпләү счетчиктары (АСКУЭ) урынлаштырыу эштәре алып барыла. Бындай ҡоролмалар нигеҙҙә электр энергияһы күп юғалған төбәктәргә ҡуйылды, ул 18-20 процент тәшкил итте. Улар яна, йәки боҙола ҡалһа, үҙ иҫәбебеҙгә алмаштырабыҙ. Бы-йыл линияларҙа авариялы энергия туҡтатыу осраҡтары бик күп булманы.

Беҙҙең район электр селтәрҙәре коллективы 0,4 кВ-лы 460 километр, 10 кВ-лы 595 километр һауа линияларын, 371 трансформатор подстанцияһын хеҙмәтләндерә. Техника паркын тулыландырып, быйыл юбилей уңайынан оператив бригада өсөн өр-яңы “УАЗ” автомашинаһы бирҙеләр.

Барлыҡ эштәр артында берҙәм һәм татыу, эшсән һәм намыҫ менән бар тырышлығын һалып эшләгән коллектив тора, беҙҙә барлығы 60 кеше эшләй. Һөнәри байрамыбыҙ уңайынан предприятиебыҙҙа 8 йыл хеҙмәт стажына эйә булып, монтерҙан алып баш инженер вазифаһынаса күтәрелгән Сергей Татарченко, электр энергияһын иҫәпләү мастеры Сәлих Сәфәрғолов, ағалы-энеле Фәрит (электромонтер) менән Фәнис (тракторсы) Дәүләтбаевтар, электромонтер Рәйес Йәнмырҙин, АПТ машинисы Вилдан Суфиянов - предприятиеның (Ишембай ГЭС-ы), йәнә бер нисә хеҙмәткәр район Советы һәм хакимиәтенең Маҡтау грамоталары менән бүләкләнәсәк.

Район электр селтәрҙәрендә иң ҙур хеҙмәт стажына эйә булған хеҙмәткәрҙәрҙе лә әйтеп үтергә кәрәк. Улар: предприятиеға 37 йыл ғүмерен бағышлаған электромонтер-сварщик Зиннур Кәримов, тракторсы Хәйҙәр Борханов (26 йыл эшләй), электросварщик Сергей Звягинцев, Ҡарағай подстанцияһы мастеры Мансур Дауытов, электромонтер Камил Ғәзизов һәм башҡалар.

Форсаттан файҙаланып, тотош коллективты, хөрмәтле ветерандарыбыҙҙы, уларҙың ғаилә ағзаларын, хеҙмәттәре энергетика тармағы менән бәйле кешеләрҙе һөнәри байрамыбыҙ һәм, әлбиттә, яҡынлашып килгән Яңы йыл менән тәбрикләйем. Һәммәһенә лә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, яңынан-яңы уңыштар, ә хеҙмәт вахтаһындағыларға тыныс һәм аварияһыҙ эш теләйем.

Индира ИШКИНА яҙып алды.
Читайте нас в