-13 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Фиҙаҡәрлек хас уға

Яңғыҙҡайын ауылының ветеринар фельдшеры Рафаэль Әхмәт улы Сөләймәнов - дүрт тиҫтә йыл ғүмерен ауыл хужалығы тармағына бағышлаған ир-уҙамандарҙың береһе.

Рафаэль Сөләймәнов.
Яңғыҙҡайын ауылының ветеринар фельдшеры Рафаэль Әхмәт улы Сөләймәнов - дүрт тиҫтә йыл ғүмерен ауыл хужалығы тармағына бағышлаған ир-уҙамандарҙың береһе.

Ул мәктәпте тамамлағас, хеҙмәт юлын Ленин исемендәге колхозда башлай. Артабан әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас та бәхет эҙләп ситкә сығып китмәй егет, тыуған колхозынан айырылмай, механизатор, малсы булып хеҙмәт юлы үтә. Бер аҙ “Сельэнерго”ла эшләп ала. 1985 йылда Шафран урта һөнәри техник училищеһында ауыл хужалығы малдарын эшкәртеү операторы һөнәренә уҡып сыҡҡандан һуң, Р.Сөләймәновты колхоздың ветеринар фельдшеры, артабан үтә лә

яуаплы эшкә – Ғафури район ветеринария станцияһының Яңғыҙҡайын ветеринар участкаһына ветеринар табип итеп тәғәйенләйҙәр. Мал табибы бөгөн дә бында лайыҡлы хеҙмәт итә. Етәкселек Рафаэль Әхмәт улының үҙ бурысын ҙур яуаплылыҡ һәм һөнәри оҫталыҡ менән башҡарыуын, шәхси ваҡыты менән иҫәпләшеп тормауын, төплө аҡыл менән эш итеүен, инициативалы булыуын ҡылыҡһырлай. Һөнәри оҫталығын даими камиллаштырып тора, республика Ветеринария идаралығы һәм башҡа профилле уҡытыу учреждениелары тарафынан уҙғарылған практик семинарҙар эшендә әүҙем ҡатнаша. Ветеринар фельдшерға үҙ вазифаһын башҡарғанда төплө белем һәм эшен еренә еткереп үтәү хас.

Мал табибы Р.Сөләймәновтың грамоталы эш итеүе һөҙөмтәле эшмәкәрлектә сағылыш таба ла инде. Ағымдағы йылдың 10 айлыҡ һөҙөмтәләре буйынса Яңғыҙҡайын ветеринар участкаһының күрһәткестәре ярайһы ғына булған. Диагностик тикшереүҙәр буйынса – 106,4%, профилактик прививкалар – 102%, эшкәртеү – 104%, дегельментизация буйынса 101%. Малдарҙың йоғошһоҙ ауырыуҙарын профилактикалау мәсьәләләренә ҙур иғтибар бирелә.

Үҙенең һөнәри бурысына намыҫлы һәм яуаплылыҡ менән ҡараған Р.Ә.Сөләймәновтың тырыш хеҙмәте күп тапҡырҙар Башҡортостан Республикаһы Ветеринария идаралығының, Ғафури район Советының, хакимиәтенең Маҡтау грамоталары һәм ҡиммәтле бүләктәре менән билдәләнде. Тиҙҙән 60 йәшен билдәләйәсәк Рафаэль Әхмәт улы олпат юбиле-йын һәм Ауыл хужалығы эшсәндәре көнөн лайыҡлы уңыштары менән ҡаршылай.