-16 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Малсылыҡҡа иғтибар ҙур

“Урожай” крәҫтиән хужалығында малсылыҡ тармағына ҙур иғтибар бирелә. Районда иң күп һыйыр малы бында аҫрала. Хужалыҡтың баш зоотехнигы Әнүәр Ҡорманғолов билдәләүенсә, әле 1200 баш самаһы һыйыр малы иҫәпләнә.

Урожай” крәҫтиән хужалығында малсылыҡ тармағына ҙур иғтибар бирелә. Районда иң күп һыйыр малы бында аҫрала. Хужалыҡтың баш зоотехнигы Әнүәр Ҡорманғолов билдәләүенсә, әле 1200 баш самаһы һыйыр малы иҫәпләнә.

Дөйөм алғанда, Байымбәт һөтсөлөк фермаһында берҙәм, татыу коллектив тупланған. Ферма мөдире Мөхәмәт Үзбәков етәкселегендәге коллективта һөт етештереү тотороҡло. Барлығы биш һауынсы эшләй. Ғаилә династиялары ла бар. Мәҫәлән, Нәбиуллиндар ғаиләһенән ғаилә башлығы Салауат төнгө ҡарауылда торһа, тормош иптәше Мәүлиҙә алдынғы һауынсы. Нәбиуллиндар биш бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Улдары Илдар фермала малсы булып эшләп йөрөһә, ҡыҙҙары Зөлфиә Фәхретдинова әсәһе һөнәрен үҙләштереп, һауынсы булып эшләп йөрөгән. Әле иһә декрет ялында. Ағалы-ҡустылы Ҡорманғоловтар ҙа фермала эшләй.

“Урожай” крәҫтиән хужалығында быйыл 10 айҙа 13339,16 центнер һөт, 696,09 центнер ит етештерелгән. Ун айҙа һәр һыйырҙан уртаса 3655 килограмм һөт һауып алынған. Йыл аҙағына тиклем 4 мең рубежын үтергә тулы мөмкинлектәре бар. Һимертеү төркөмөндә тәүлегенә 440 грамм артым алына. Һыйырҙың һөтө телендә икәнлеген яҡшы аңлап эш итәләр бында. Шуға ла мал аҙығы етерлек күләмдә тупланған. Барлығы 1100 тонна бесән, 6023 тонна силос, 18106 тонна сенаж, 2710 тонна һалам әҙерләнгән. Һәр шартлы мал башына 28 центнер мал аҙығы тура килә. Бынан тыш малдарға фураж һәм шәкәр сөгөлдөрө һарҡындыһы бирелә. Һыйырҙарҙы күптән инде ҡышҡы шарттарҙа аҫрауға күсергәндәр. Бының өсөн ҡуралар һәм кардалар алдан ремонтланған. Фермалағы ремонт эштәренә Хәлил Ғәлин яуаплы. Тиреҫ түгеү ҡоролмаһы, йә һауын аппараты ватыла ҡалһа, ул тиҙ арала ремонтлап та ҡуя. Үҙе слесарь, үҙе иретеп йәбештереүсе, кәрәк икән, балта оҫтаһы ла булырға тура килә уға. Хужалыҡ етәкселеге уны тик маҡтап ҡына телгә ала.

Алдынғылар етерлек “Урожай” хужалығында. Һауынсыларҙан Валентина Фәтҡуллина, Виктория Ғилманова, Вәсимә Хажимөхәмәтова, Наталья Фәхретдинова, малсыларҙан Азат Садиҡов, Илһам Ҡорманғолов, Денис Садиҡов кеүек уңғандар дөйөм уңышҡа тос өлөш индерә. Уларҙы эшкә дәртләндереү ҙә бар хужалыҡта, хеҙмәт хаҡы үҙ ваҡытында түләнә.

- Эш хаҡын айҙыҡын айына бирә барабыҙ. Әлбиттә, бөгөн ауыл хужалығында эшләү еңелдән түгел. Шуға ла беҙгә берләшергә, кооперациялар төҙөргә, ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеп һатырға өйрәнергә кәрәк. Юғиһә, сағыштырмаса осһоҙ хаҡҡа һатып ебәрергә мәжбүрбеҙ. Ошоно күҙ уңында тотоп “Ғафури һөтө” кооперацияһы төҙөргә булдыҡ та инде. Йыл аҙағына тиклем

һөт эшкәртеү цехын эшләтеп ебәрергә ниәтләнәбеҙ. Кооперациялар булдырыуҙы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов та хуплай һәм һәр йәһәттән ярҙам итергә әҙер. Бер кооперация мал аҙығы, икенсеһе малсылыҡ продукцияһы етештерһә, өсөнсөһө эшкәртеү менән шөғөлләнһә, күпкә еңелерәк булыр ине. Быны миҫал өсөн генә әйтәм. Ялансылыҡ тармағында ла ошондай бүленеш булырға те-йеш. Сөнки һәр тармаҡты ла бөтә нескәлектәренә тиклем өйрәнеп бөтөп булмай. Һәр кем бер тармаҡты ныҡлы үҙләштереп, ошо өлкәнең һөнәри оҫтаһына әйләнергә тейеш. Ошо йәһәттән башҡараһы эштәребеҙ етерлек тип уйлайым. Форсаттан файҙаланып, барлыҡ ауыл хужалығы эшсәндәрен һөнәри байрамыбыҙ айҡанлы ҡотлайым, ныҡлы һаулыҡ, ҙур уңыштар теләйем, - ти “Урожай” крәҫтиән хужалығы етәксеһе Нәжип Хисаметдинов.

Эйе, районда кооперацияға берләшеүҙең тәүге аҙымы эшләнде. Киләсәктә был тәңгәлдә алға китеш булыр, тип уйлайым.