-14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Матурлыҡты күрә белгәндең күңеле матур

Көҙ миҙгеленең алтын төҫтәрен Еҙем-Ҡаран ауылы «Йондоҙсоҡ” балалар баҡсаһында ойошторолған “Көҙгө бал” байрамында күрергә мөмкин ине. Алтын көҙгә арналған һәм байрамса биҙәлгән залда күҙҙәр ҡамашты.

Көҙ миҙгеленең алтын төҫтәрен Еҙем-Ҡаран ауылы «Йондоҙсоҡ” балалар баҡсаһында ойошторолған “Көҙгө бал” байрамында күрергә мөмкин ине. Алтын көҙгә арналған һәм байрамса биҙәлгән залда күҙҙәр ҡамашты.

Бындай саралар үткәреү балаларҙа тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш, һөйөү тәрбиәләүҙә, көҙгө муллыҡ менән таныштырыуҙа ҙур әһәмиәткә эйә. Күренекле педагог В.А.Сухомлинский: «Матурлыҡты күрә белгән кешенең күңеле лә матур, үҙе лә изге була», тигән. Бәләкәстәр ҙә, тәү сиратта, матурлыҡты күрә белергә, тәбиғәтте һаҡларға һәм яҡларға өйрәнергә тейеш.

Әлбиттә, байрам булғас, күңел асыу ҙа кәрәк. Шуға ла кескәйҙәр тәрбиәселәр Айгөл Йомағолова һәм Әлиә Садиҡова апайҙары менән йырлап-бейеп тә алды, алтын көҙ тураһында шиғырҙар һөйләп, төрлө уйындар ҙа уйнаны. Байрам барышында балалар көҙгө ямғырҙың әһәмиәтлеге менән танышты, ҡунаҡҡа килгән ҡуянға бәшмәк йыйыштылар, хатта фокус күрһәттеләр.

Сараның икенсе өлөшөндә төрлө-төрлө тәмлекәстәр менән сәй эсеү күңелдәрҙе тағы ла күтәреп ебәрҙе.

Был көндө балалар баҡсаһына тамаша ҡарарға килгән ата-әсәләрҙең күңелдәрен кескәйҙәрҙең шат йылмайыуҙары йылытты.


Читайте нас в