-15 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Район умартасылары һынатманы һәм һынатмаҫ

Район умартасылары өсөн быйылғы миҙгел еңелдәрҙән булмаһа ла, дөйөм алғанда, ул уңышлы үтте.

Район умартасылары өсөн быйылғы миҙгел еңелдәрҙән булмаһа ла, дөйөм алғанда, ул уңышлы үтте.

Ҡатмарлыҡтарҙың иң беренсеһе – ҡышлатыу барышында етди зыян күрелеүе. Ҡышын күстәрҙең 10 проценты үлеүе ғәҙәти хәл булһа, уҙған ҡышлатыуҙа 25-30 процент һәләк булып, районда күстәр һаны ныҡлы әҙәйҙе (4500-5400 баш ҡалды). Йәғни бәғзе умарталыҡтар бөтөнләй бөттө, тигән һүҙ.

Насар ҡышлауҙың сәбәптәре бал ҡорттарын көҙҙән (август - сентябрҙә) көсәйтеп ҡалмауҙа, аҙыҡ запасының сифатһыҙ һәм әҙ булыуында, бөтә әүҙем миҙгел барышында бал ҡорттарын төрлө сирҙәрҙән (айырыуса талпандан, нозематоздан) дауалау-профилактика эшенең булмауы, булғанда ла тейешенсә уҙғарылмауында.

Быйылғы бал йыйыу миҙгеле һәүетемсә үтеп китте, әммә етештерелгән тауар балы күләме көтөлгәндән ныҡ ҡайтыш булды. Мул бал алған 2013, 2014 йылдар менән сағыштырғанда (350 һәм 300 тоннанан ашыу бал йыйылғайны), быйыл алынған бал 200 тоннанан саҡ ҡына артты.

Эйе, һауа торошо быйыл иркәләтмәне, умартасыларҙы ғына түгел, бөтә ауыл хужалығы тармағын ныҡ һынаны ул. Йүкәнән төп бал йыйыу осоронаса туҡтамаған оҙайлы, һалҡын, мул яуындар бал ҡорттарының йәйге үҫешенә ныҡлы ҡамасауланы, яуындар арҡаһында йүкә һуңлап сәскә атты һәм бөтә ерҙә лә атманы. Ярай әле сәскә атыусы болон үләндәре ҡотҡарҙы. Ошондай шарттарҙа умартасылар, дөйөм алғанда, һөҙөмтәләрҙән ҡәнәғәт ҡалды.

Ҡышҡа әҙерлек алдынан көҙгө ҡарау барышында күләмле эштәр үҙ ваҡытында һәм сифатлы башҡарылды. Сентябрь – октябрҙә көндәр йәш ҡорттарға таҙарыныу осошо яһарға, ә умартасыларға ҡышлатыу алдынан һуңғы эштәрҙе башҡарырға мөмкинлек бирҙе. Ошондай ыңғай мәлдәр 2018 йылда бал ҡорттары һанын мөмкин ҡәҙәр күберәк һаҡлап ҡалырбыҙ, сығымдарҙы ҡыҫҡартырбыҙ, быйылғы юғалтыуҙарҙы тергеҙеү өсөн ҡулай шарттар тыуҙырырбыҙ тигән өмөт уята.

Беҙҙең район бал биреүсе күп төрлө тәбиғи үҫемлектәргә, умартасылыҡ менән шөғөлләнеү өсөн ҡулай тәбиғи биләмәләргә генә бай түгел, уның төп байлығы – ғүмерҙәрен ҡортсолоҡҡа бағышлаған кешеләр, тап уларҙың хеҙмәте менән районды

баллы төбәк булараҡ танытыу-сы имидж барлыҡҡа килде. Тап улар, эшсе ҡорттар һымаҡ, үҙҙәренең фиҙаҡәр хеҙмәте, төпсөр аҡылы, күп ваҡыт йоҡоһоҙ үткәргән төндәре менән үҙҙәренә генә түгел, райондың абруйын күтәреүгә хеҙмәт итәләр. Уларҙың тырышлығы, оҫталығы районды республиканың иң алдынғы баллы төбәге иҫәбенә индерә.

Дәүләт ҡортсолоҡто ауыл хужалығының бер тармағы тип иҫәпләмәһә лә, форсаттан файҙаланып, район умартасылар йәмғиәте исеменән ветерандарҙы – өлкән быуын умартасыларын ауыл хужалығы эшсәндәре көнө менән ҡотлайым, уларға ҙур рәхмәт белдерәм һәм ныҡлы һаулыҡ теләйем. Тап уларҙың: Васильев, Степанов, Коротков, Кулагин, Шәрипов, Широков, Мөлөков һәм башҡа күптәрҙең фиҙаҡәр хеҙмәте арҡаһында районыбыҙ совет осоронда ҡортсолоҡ буйынса дан тотто. Бөгөнгө быуын умартасылар ҙа атай-бабайҙарҙың ҡортсолоҡ буйынса данлы эштәрен лайыҡлы дауам итә. Беҙҙең районда, төрлө көйһөҙлөктәргә ҡарамайынса, юғары күрһәткестәргә өлгәшкән, заманса ысулдар уйлап сығарыусылар һәм рационализаторҙар булып торған, ҡәҙимге тормошта бына тигән ғаилә башлыҡтары, намыҫлы хеҙмәткәр, ысын граждан-патриоттар булған тиҫтәләгән, йөҙләгән умартасы бар. Улар, ысынлап та, бик күп, ә мин бер нисәүһенең генә исем-шәрифен атап үтәм: Р.В.Шәрипов, М.А.Солтанов, М.Ф.Әхмәтшин, М.З.Килмөхәмәтов, Р.Х.Мөлөков, Ф.Ф.Хәйруллин һәм башҡа күптәр. Аллаға шөкөр, Ғафури ере егәрле, аҡыллы, затлы һәм юғары әхлаҡлы ысын кешеләргә бик бай. Һәр саҡ шулай булды, киләсәктә лә шулай булыр.

Ауыл хужалығы эшсәндәре көнө менән һеҙҙе, хөрмәтле район умартасылары! Сәләмәтлек һәм изге эшегеҙҙә уңыштар һеҙгә!