-21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Тыуған ергә ереккән

Рәйес Вахитов тормош иптәше Рисәлә Ғәббәс ҡыҙы менән.
Рәйес Вахитов тормош иптәше Рисәлә Ғәббәс ҡыҙы менән.
Һәр кеше яҡты донъяға үҙ булмышы менән килә. Берәүҙәр фән юлын һайлай һәм бар ғүмерен уға бағышлай, кемдер сәнғәтте үҙ итә, бәғзеләр тыуған төйәгенән айырылмай, ергә ерегеп, яп-ябай хеҙмәт кешеһе булып, уның ысын хужаһына әйләнеп йәшәй бирә. Шундайҙарҙың береһе – заманында элекке “Йондоҙ” колхозының алдынғыһы булып танылған Рәйес Әсҡәт улы Вахитов хаҡында яҙмам.

Туғай ауылында тыуып үҫә Р.Вахитов. Башланғыс белемде тыуған ауылында алған егет Сәйетбаба урта мәктәбен тамамлағас, ситкә сығып йөрөүҙе хуп күрмәй, колхозда эшкә ҡала. “Йондоҙ” колхозының Ҡаранйылға ауылындағы сусҡа фермаһында тәүге хеҙмәт сынығыуы ала. Артабан әрме хеҙмәтенә саҡырылып, Тыуған ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас, техникаға тартылыуы уны Федоровка районының Дедово һөнәрселек училищеһына алып килә. Киң профилле тракторсы һөнәренә эйә булғас, тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтып, йәнә башкөллө колхоз эшенә сума.

Ысындан ергә ереккән кеше була, йәйен дә, ҡышын да тынғылыҡ белмәй Рәйес Әсҡәт улы. Бар халыҡ, билен биштән быуып, ураҡ эшенә тотонған мәлдә ул – колхоз баҫыуҙарын иңләп-буйлап иген иккән комбайнсы, баҫыуҙар бушап ҡалғас, ул колхоздың үҙәк мастерскойында ең һыҙғанып техниканы йүнәтеп-төҙәтеү эшендә була. Йылдың-йылы ауыл хужалығы эшсәндәре көнөндә Рәйес Вахитовтың тырыш хеҙмәте лайыҡлы баһаланып, хөрмәт күрһәтелә килә. Төрлө кимәлдәге Маҡтау грамоталары, Дипломдар, ҡиммәтле бүләктәрҙең иҫәбе-һаны юҡ. Бер нисә йыл рәттән ураҡта беренселекте ҡулынан ысҡындырмаған комбайнсы “Социалистик ярыш еңеүсеһе” билдәһенә эйә була. Ошо бихисап бүләктәр араһында армияла хеҙмәт иткәндә түшенә ҡаҙалған “Коммунистик хеҙмәт ударнигы” значогын айырыуса ҡәҙерләп һаҡлай. Алдынғы комбайнсы Р.Вахитов хаҡында район гәзиттәре генә түгел, “Башҡортостан” республика баҫмаһы ла яҙып сыға.

Йылдар үтә. “Йондоҙ” колхозы ла бөтөүгә дусар була. Туғай ауылының алдынғы ҡарашлы ир-уҙаманы эшһеҙ ҡалғас, баҙап ҡалмай, үҙ аллы ғәрәпсә өйрәнеп, Ҡөрьән аят-сүрәләре уҡырға әүәҫләнеп китә. Дингә тартылып (өләсәһе дини кеше булған), ошо изге, нурлы иман юлына башҡаларҙы ла әйҙәп ғүмер итә. Икенсе йыл инде Сәйетбаба ауылы мәсете имамы булып тора. Өфө ҡалаһында Рәсәй Федерацияһы Мосолмандары үҙәк дини идаралығының “Рәсәй Ислам университеты” дини белем биреү учреждениеһында уҡып, былтыр диплом ала.

Заманында тыуған еренә ерегеп, ауыл хужалығын үҫтереүгә тос өлөш индерһә, хәҙер яҡын-тирәгә иман нуры таратҡан Рәйес Әсҡәт улы тормош юлдашы Рисәлә Ғәббәс ҡыҙы менән мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтереп, иркен йорттарында бынамын тигән итеп татыулыҡта донъя көтәләр. Районда Ауыл хужалығы эшсәндәре көнөн (уның да һөнәри байрамы) билдәләгән мәлдә үҙенең 60 йәшлек юбилейын ҡаршыларға әҙерләнгән Рәйес Вахитов икеләтә шатлыҡ тойғоһо кисерә. Байрамығыҙ мөбәрәк булһын, ер кешеһе!
Читайте нас в