+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Һаҡланыу сараһын күрәйек

Бөгөнгө көндә туберкулез донъяла иң ныҡ таралған йоғошло ауырыуҙарҙың береһе булып һанала. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы (ВОЗ) мәғлүмәттәре бу-йынса, донъя халҡының өстән бер өлөшө туберкулез йоҡторған.

Бөгөнгө көндә туберкулез донъяла иң ныҡ таралған йоғошло ауырыуҙарҙың береһе булып һанала. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы (ВОЗ) мәғлүмәттәре бу-йынса, донъя халҡының өстән бер өлөшө туберкулез йоҡторған.

1993 йылда ВОЗ туберкулезды - милли бәлә, ә 24 мартты Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнө тип иғлан итә. Был көндөң маҡсаты – туберкулездың ғәйәт ҙур эпидемия икәнлеге, уны бөтөрөүгә йүнәлтелгән эштәр хаҡында халыҡҡа күберәк мәғлүмәт еткереү.

Туберкулез – йоғошло хроник сир, ул төрлө органдарҙы: тире, бөйөр, эсәктәр, күҙҙәр, һөйәк-быуындарҙы, ә иң йышырағы үпкәләрҙе зарарлай. Сир сығанағы булып ғәҙәттә туберкулездың әүҙем формаһы менән сирләүсе тора. Ул йүткергәндә, сөскөргәндә һауаға туберкулез микобактерияларын бүлеп сығара. Иҙән-стеналарға, әйберҙәргә төкөрөк-һеләгәй менән эләккән бактериялар, еүешлек кипкәндән һуң да оҙаҡ ваҡыт, алты-һигеҙ айғаса йәшәүгә һәләтле булып ҡала, бигерәк тә күләгә урындарҙа. Тап ошо сәбәпле сир көнкүрештә һауыт-һаба, урын-ер әйберҙәре, китаптар аша ныҡ таралыусан. Ҡағиҙә булараҡ, ауырыу туберкулездың әүҙем формаһы менән сирләүсе менән оҙаҡ ваҡыт аралашҡанда һәм тән хәлһеҙләнгән саҡта барлыҡҡа килә.

Туберкулез менән ауырып китеүгә булышлыҡ итеүсе төп сәбәптәргә, тәү сиратта, ошоларҙы индерергә була:

- етерлек һәм туҡлыҡлы итеп ашамау;

- ағыулы продукттар ҡулланыу (тәмәке тартыу, алкоголь, наркотиктар);

- бүтән сирҙәр булыуы (айырыуса ВИЧ инфекцияһы йөрөтөүселәр, ашҡаҙан һәм ун ике иле эсәк сей яраһы, шәкәр диабеты менән ауырыусылар, оҙаҡ ваҡыт гормональ дарыуҙар ҡулланыусылар һ.б. туберкулезға бирешеп бара).

Туберкулез менән сирләүҙең тәүге билдәләре:

- оҙайлы (2 аҙнанан артыҡ) йүтәл – ҡоро йүтәл йәиһә еүеш, ҡайһы саҡ ҡан ҡатыш бүлендекле;

- ашағы килмәү, тән ауырлығы кәмеүе;

- дөйөм хәлһеҙлек, тиҙ арыу, йонсоулыҡ, ныҡ тирләү (бигерәк тә таңға табан, башлыса тәндең өҫкө өлөшө), эшләү һәләте кәмеү, арыу;

- әҙ генә физик көсөргәнештә лә тын ҡыҫыуы;

- ваҡыт-ваҡыт тән температураһы күтәрелеүе, күкрәктә ауыртыныу;

- күҙҙәрҙең был сиргә хас булғанса янып тороуы (биҙгәк ялтырауы ла тиҙәр).

Булдырмау саралары

Ул бер нисә өлөштән тора:

- Специфик профилактика, йәғни халыҡты вакцинациялау;

- Санитар профилактика – туберкулез сиренең сирлеләрҙән сәләмәт кешеләргә йоғоуын булдырмауға йүнәлтелгән бөтә саралар комплексы;

- Социаль профилактика – халыҡтың бөтә ҡатламының йәшәү кимәлен күтәреп, социаль яраҡлашмаған кешеләр һанын кәметкән осраҡта һөҙөмтәле була ала.

Бөтә халыҡ араһында туберкулезды профилактикалау нигеҙендә барыһынан элек организмдың һаҡлағыс көстәрен күтәреүгә йүнәлтелгән саралар ята: дөрөҫ эш режимын күҙәтеү, ваҡытында һәм рациональ туҡланыу, тәмәке тартыуҙан, наркотиктарҙан, спиртлы эсемлектәр менән мауығыуҙан тыйылыу, яҙғы осорҙа поливитаминдар ҡабул итеү, сынығыу, физкультура менән шөғөлләнеү, сәләмәт тормош алып барыу, шулай уҡ торлаҡ һәм производство мөхитен сәләмәтләндереүгә йүнәлтелгән саралар: биналарҙың үтә тығыҙ һәм саңлы булыуына юл ҡуймау, яҡшылап елләтеү.

Беҙҙең илдә яңы тыуған сабыйҙарға БЦЖ вакцинаһы һалып һәм сир йоҡмаған 7 йәштән 14 йәшкә тиклемге балаларға ошо вакцинаны ҡайтанан һалып специфик профилактика үткәрелә. Профилактиканың иң һөҙөмтәлеһе – прививка һәм даими тикшереү: балалыҡ һәм үҫмерлек осоронда Манту тикшереүе һәм 15 йәштән өлкән кешеләрҙе йыл һайын флюорография тикшереүе үткәртеү.

Туберкулез сығанағы булған урында һаҡланыу сараһын күҙәтеү ҙә бик мөһим. Тәү сиратта шәхси гигиена талаптарын үтәргә кәрәк. Сирле кеше “йүткереү тәртибе”н дә үтәргә бурыслы. Йәғни ул йүткергәндә эргәһендәге кешеләрҙән ситкә боролорға, ауыҙын ҡул һырты менән ҡапларға, ҡаҡырыҡты махсус һауытҡа (кеҫәлә йөрөтмәле, ҡапҡасы тығыҙ ябылыусы быяла әйбер) төкөрөргә тейеш. Был һауыт кәмендә икәү булырға тейеш: берәүһен файҙаланғанда тотонолған икенсеһе дезинфекциялана тора. Сирленең карауаты, урын-ер әйбере, йыуыныу, үҙен тәрбиәләү кәрәк-яраҡтары үҙенә айырым булырға те-йеш. Өйҙә түбәндәге ағымдағы дезинфекция саралары үткәрелә: ҡаҡырыҡтар, ҡаҡырыҡ йыя торған һауыттар, аҙыҡ ҡалдыҡтары зарарһыҙландырыла, урын-ер әйберҙәре, эске кейем зарарһыҙландырылғансыға тик-лем йыйып тоҡсайҙарҙа һаҡлана, ауырыу торған бүлмә һәм ул ҡағыла торған йыһаз, ҡулланыу әйберҙәре көн дә еүешләп йыйыштырыла һәм дезинфекциялана.

Дауалау

Туберкулез һүҙен ишетеү ҙә күптәрҙе ныҡ ҡурҡыта, уны үлемесле сир тип уйлайҙар. Йыл һайын донъяла туберкулездан бер нисә миллион кеше үлеүгә ҡарамаҫтан, бөгөнгө көндә ул уңышлы дауалана.

Туберкулез сиренең үҙенсәлектәрен, нисек йоғоуын белеп, һәр кеше, һәр ғаилә ваҡытында тейешле саралар күрһә, сирҙе йоҡтормаҫҡа ла, йоҡҡан осраҡта уны аҙҙырмаҫҡа ла була.
Читайте нас: