+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Һаулығың - үҙ ҡулыңда

Яман шешкә ҡаршы көрәш көнө беренсе тапҡыр 2005 йылда билдәләнә. Уны билдәләү сиктәрендә конференция, лекциялар, семинарҙар, флешмобтар үтә. Хөкүмәт ярҙамы менән халыҡҡа яман шештән һаҡланыу саралары тураһында агитация материалдары баҫтырып таратыла. Уларҙың маҡсаты – кешеләрҙе үҙ һаулығына иғтибарлы булырға, насар ғәҙәттәрҙән арынырға, сәләмәт тормош алып барырға, медицина тикшереүен даими үтергә саҡырыу.

Яман шеш – ул йәш саҡта сәләмәтлеккә битарафлыҡ арҡаһында килеп тыуған сир. Шуға күрә ябай ғына ауырыуҙарҙы ла ваҡытында дауалау мөһим. Иң киң таралған онкологик сирҙәр: түш биҙҙәре, үпкә, тире, ирҙәрҙең енес биҙе, эсәктәр һәм ашҡаҙан яман шеше. Гормондарҙан бойондороҡло онкологик шештәрҙе иртә диагностикалау өсөн ҡатын-ҡыҙҙарға маммологҡа күренергә, ә инде 40 йәштән һуң 2 йылға бер тапҡыр маммография үтергә кәрәк. Ир-егеттәр енес биҙе яман шешен асыҡлау өсөн ПСА-ға (енес биҙенең үҙенсәлекле антигенына) анализ бирергә тейеш.

Яман шешкә килтереүсе төп сәбәптәрҙең береһе – дөрөҫ туҡланмау йәки ыҫланған, майҙа ҡыҙҙырылған, тоҙло, татлы ризыҡтар ашау менән мауығыу. Онкологик сирҙәрҙе тыуҙырыусы тағы ла бер сәбәп – тәмәке тартыу. Тәмәке – лайлалы тиресәләрҙе юҡҡа сығарыусы көслө канцероген. Спиртлы эсемлектәр ҡулланыу ҙа насар эҙемтәләргә килтерә. Тирә-яҡ мөхиттең, экологияның йылдан-йыл насарая барыуы ла яман шеш барлыҡҡа килтереүсе төп факторҙарҙың береһе. Зарарлы сәнәғәт объекттары күп булған ҡалаларҙа онкология сирлеләрҙең артыуы шуға бәйле.

Һуңғы 3 йылда районда халыҡ һаны 3,6 процентҡа кәмегән. Балалар (0 – 17
йәш) – 24,8, хеҙмәткә яраҡлы халыҡ – 51,2, өлкәндәр – 24 процент тәшкил
итә. Үлем күрһәткесе – 17,5 процент, был уртаса республика
күрһәткесенән 41,1 процентҡа юғары. 2018 йыл һөҙөмтәләре буйынса, иң күп
үлем осрағы ҡан әйләнеше системаһы сирҙәре – 49,4, башҡа сәбәптәр менән
– 13,2, төрлө шештәр менән – 10,5 процент теркәлгән. 2017 йыл менән
сағыштырғанда, шеш, аш һеңдереү юлдары сирҙәренән үлеүселәр аҙыраҡ
булған. Һуңғы 3 йылда районда яман шеш менән сирләүселәр һаны 18,4
процентҡа (республика кимәленән 7 процентҡа юғары) артҡан.
Читайте нас: