-16 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Атом һәләкәттәре башҡа бер ҡасан да булмаһын!

26 апрелдә бар донъя радиация аварияларында һәм һәләкәттәрендә һәләк булғандарҙы иҫкә ала. Тап ошо көндө 1986 йылда Советтар Союзының иң ҡеүәтле атом электр станцияһында – Чернобыль АЭС-ы энергоблогында шартлау яңғырай һәм тирә-яҡҡа ҙур зыян килә.

Чернобылсе-ветеран Николай Дмитриев.
26 апрелдә бар донъя радиация аварияларында һәм һәләкәттәрендә һәләк булғандарҙы иҫкә ала. Тап ошо көндө 1986 йылда Советтар Союзының иң ҡеүәтле атом электр станцияһында – Чернобыль АЭС-ы энергоблогында шартлау яңғырай һәм тирә-яҡҡа ҙур зыян килә.

Радиактив бысраныу Украина, Белоруссия һәм, илебеҙҙең башҡа төбәктәренән тыш, бөтә Европа илдәренә лә янай. Шуға күрә лә фажиғә эҙемтәләрен бөтөрөүгә СССР-ҙың төрлө төбәктәренән меңәрләгән кеше йәлеп ителә. Радиация менән зарарланған башҡа ерҙәрҙән кешеләр тиҙ арала ситкә күсерелә. Бындағы эшкә шулай уҡ бөтөн ил буйынса армия хеҙмәтен тултырған һәм хеҙмәт итеп йөрөгән ир-егеттәр ҙә ебәрелә. Улар араһында беҙҙең райондан да ҡатнашыусылар бар. Бөгөн улар 17 кеше иҫәпләнә. Шуларҙың береһе – Ивановка ауылында тыуып-үҫеп, әлеге көндә Аҡкүлдә йәшәүсе Николай Николаевич Дмитриев. Әрме хеҙмәтен тултырған егет был мәлдә Силәбелә йәшәй һәм заводта механизация идаралығында экскаваторсы булып эшләп йөрөй. Ике тиҫтәгә яҡын завод эшселәре менән бер рәттән ул да һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөү эшенә йәлеп ителә. Һөнәре буйынса киң профилле тракторсы-машинист булараҡ, техникаһы менән тейәү-бушатыу эштәрен башҡара. Н.Дмитриевҡа бында ике тапҡыр булырға тура килә, 1988 йылда ул “К-700”ҙә һәләкәт урынына техника ташыуҙа эшләй. Намыҫ ҡушыуы буйынса һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙәге хеҙмәте өсөн Николай Николаевич Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, “Герой – чернобылсе” миҙалына лайыҡ була.

Артабан Ҡаҙағстан далаларында юлдар һалыуҙа ҡатнашып, бында бер аҙ ғүмер иткәс, ҡатыны Ирина менән 1994 йылда тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Бар ғүмерен техникаға бағышлап, ниндәйенә генә идара итмәһен, уны биш бармағылай белгән Николай Николаевич “Забельский” совхозында комбайнсы булып хеҙмәт юлын дауам итә. Ураҡ мәлендә “Нива”, “Енисей”, “Дон”дан алып “Нью-Холланд”тарҙы ауыҙлыҡлаған үҙ һөнәренең оҫтаһы ул. Совхоз тарҡалғас, Дарьино табиплыҡ амбулаторияһында водитель булып эшләп, хаҡлы ялға туҡтай. Оксана, Виктория, Екатерина исемле ҡыҙҙарҙың атаһы.

Әлбиттә, радиация берәүҙе лә аямай, уның эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан типһә тимер өҙөрҙәй ир-егеттәрҙең күбеһе йәшләй генә гүр эйәһе булды. Бөгөн районда 19 чернобылсенең тол ҡатыны йәшәй. Иҫән ҡалғандарына ла йылдар үтеү менән үҙен һиҙҙереп, сәләмәтлектәре борсой. Әммә чернобылселәр бигүк зарланмай, Чернобылдә булыуҙарын бары тик Тыуған ил алдындағы изге бурыс-тарын үтәү тип һанайҙар һәм атом һәләкәттәре башҡа бер ҡасан да булмауын теләйҙәр.