-13 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
26 ноябрь – Әсә көнө
23 Ноябрь 2017, 11:53

Аҡ күгәрсен булып инә төшөмә...

Әсә булыу, тимәк, күңелең һөйөү, изгелек, борсолоу, хәстәрлеккә тулы булыу. Әсә, ҡатын-ҡыҙ – гөлдәр баҡсаһы, уның балалары шул гөлдәрҙең сәскәһе, емештәре тигән бер аҡыл эйәһе. Өс кенә хәрефтән торған был һүҙгә күпме мәғәнә һалынған. Ул яратҡан ир ҡатыны, ғәзиз балаларының һөйөклө әсәһе, кемгәлер апай, еңгә, һуңынан өләсәй булып ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарап үҫтереүсе лә.

Әсә булыу, тимәк, күңелең һөйөү, изгелек, борсолоу, хәстәрлеккә тулы булыу. Әсә, ҡатын-ҡыҙ – гөлдәр баҡсаһы, уның балалары шул гөлдәрҙең сәскәһе, емештәре тигән бер аҡыл эйәһе. Өс кенә хәрефтән торған был һүҙгә күпме мәғәнә һалынған. Ул яратҡан ир ҡатыны, ғәзиз балаларының һөйөклө әсәһе, кемгәлер апай, еңгә, һуңынан өләсәй булып ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарап үҫтереүсе лә.

Әсә ошо исемдәргә ғүмер буйы бурыслы һәм яуаплы булып йәшәй, бала – бәғер ите тигән йөрәк өҙгөс һүҙгә бөтә тормошон бағышлай, мең мәшәҡәтле тормош ғазаптарына түҙеп, балалары өсөн барыһына ла риза булып йәшәй. Әсәйле булыу – үҙе бәхет бит ул. Ул балаларына хазина, ярҙамсы ғына түгел, улар өсөн утҡа-һыуға инеп, упҡындарға төшөргә лә әҙер. Уға донъяһын бөтәйтеп, балаларын тәрбиәләп үҫтереп, кеше итеү өсөн, ай-һай, күпме түҙемлек кәрәк. Шуның өсөн дә бит бөйөк яҙыусы М.Горький: “Бала тәрбиәләү – иң ауыр хеҙмәт”, тигән.

Әҙәм балаһына һаулыҡ та, ғүмер ҙә бер тигеҙ бирелмәй, олоғая башлаған әсәләр ярҙамға мохтажлыҡ кисерә. Күптәре көн иткән донъяһын ташлап, ирекһеҙҙән ҡалала йәшәгән балаһына күсергә мәжбүр була. Ҡала шау-шыуы, ығы-зығыһы, һауаһы, һыуҙары ла оҡшамай әсәгә, ул ғүмере үткән ауылын һағынып йәшәй.

Беҙ, хәҙерге өләсәй-олатайҙар – һуғыш осоро балалары. Шул йылдарҙа балалары ас-яланғас булмаһын өсөн көстәре етмәҫлек ауыр эштәрҙә эшләгән хәҙерге өләсәйҙәр. Уларҙың күбеһе юҡ инде, баҡыйлыҡҡа күсеп бөтөп баралар. Улар күргән ғазаптарҙы бер ниндәй үлсәүҙәргә һалып та үлсәп булмайҙыр ул. "Әсәй", тип өндәшер балаларың булыу бәхет бит ул, әсә күңеле һис ҡасан тыныс түгел, ул барыһын да йөрәге аша үткәрә, күңел наҙын, йөрәген биреп, бөтә бәлә-ҡазаларҙан һаҡлап үҫтерә бит ул ғәзиздәрен. Балалар гелән шатлыҡтар ғына күреп йәшәһен ине лә бит. Замана ҡазалары – насар ғәҙәттәр, әхлаҡһыҙлыҡ, рухи ҡиммәттәрҙең юҡҡа сыға барыуын күрһәткән телетапшырыуҙар, фильмдарҙа тәрбиәләнгән йәш быуын ҡаты бәғерле, игелекһеҙ булып үҫмәҫме? Ауыл балаһы 9-сы йәки 11-се клас-ты тамамлай ҙа ҡалаға китә (ауылда эш юҡ), уҡырға ла инә алмай (түләп уҡырға аҡсаһы юҡ), ауылдағы ата-әсәһе лә эшһеҙ, колхоздар, башҡа эш урындары бөтөрөлдө. Ситкә киткән балалары өсөн борсолһа ла бер ни эшләй алмай яфалана әсә кеше.

Үҙебеҙ әсә булғас ҡына әсәйҙәр хәлен аңлай башлайбыҙ. Шуға ла иҫән саҡта рәнйетмәнемме икән, тигән уйҙар ҙа йөрәкте әрнетеп ҡуя. Баҡыйлыҡҡа күскән әсәйемде үкенмәҫлек итеп тәрбиәләһәм дә, үкенестәр булғылай. Тормоштағы төрлө сетерекле, күңелһеҙ хәлдәрҙе белгертмәҫкә тырыштым, олоғайған әсәйҙәр бала кеүек, күңеле нескәрә. Уның менән бик һаҡ булаһың. Әсәйемдең баш балаһы Бөйөк Ватан һуғышында башын һалған. Саҡ 16-һы тулған үҫмер яу эсенә барып инә. Ғүмере бөткәнсе шул сабыйын уйлап иланы әсәйем. Атайым һуғыштан бер аяғын тубыҡтан өҙҙөрөп, ҡултыҡ таяғы менән ҡайтты. 83 йәшендә гүр эйәһе булды. Әсәйем һуғыш йылдарында беҙҙе, 5 баланы аслыҡтан һаҡлап алып ҡалды. 4 улы бик тәртипле булып, төрлө етәксе урындарҙа эшләп, хәҙерге көндә 3 улы иҫән, хаҡлы ялдалар. Ҡартлыҡ көнөндә шуларға шатланып йәшәне әсәйем. Беҙҙең тәрбиәгә риза булып, рәхмәттәр уҡып, бәхиллеген биреп, 94 йәшендә мәңгелек йортҡа күсте ул.

Әсә күңеле тәрән диңгеҙ кеүек,

Кеше булдыҡ уның күкрәк һөтөн имеп.

Әсә өсөн бала иллелә лә бала,

Йәшәйексе әсәйҙәрҙең ҡәҙерҙәрен белеп.

Һүҙемде тамамлап, районыбыҙҙың барлыҡ әсәләрен Әсә көнө менән саф күңелдән ҡотлайым, йәшәргә ғүмер биреп, наҙлап, иркәләп үҫтергән ғәзиз балаларының изгелек-шатлыҡтарын күреп, иҫән-һау, бәхетле ғүмер кисереүҙәрен теләп ҡалам.