-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
26 ноябрь – Әсә көнө
23 Ноябрь 2017, 12:21

Инәй генәм, бергенәм

Бигерәк тә ауыр заманға тура килгән шул ғәзизкәйемдең бала сағы. 1912 йылда донъяға килә ул. Дүрт йәше менән барған саҡта атаһын Беренсе бөтә донъя һуғышына алалар һәм күп тә үтмәй инәһе – Ғәлиә өләсәй ваба ауырыуынан үлә.

1945 йылдың февралендә төшкән фото. Инәйемә 32 йәш. Зөлфәр ағайыма – 11, Зәбиҙә апайыма – 14, миңә 4,5 йәш. Тышта һыуыҡ. Инәйем, бәләкәсем өшөмәһен, типтер инде, үҙенең быймаһын, бишмәтен миңә кейҙергән. Ағайым менән икебеҙҙең дә башында милиция фуражкаһы
Бигерәк тә ауыр заманға тура килгән шул ғәзизкәйемдең бала сағы. 1912 йылда донъяға килә ул. Дүрт йәше менән барған саҡта атаһын Беренсе бөтә донъя һуғышына алалар һәм күп тә үтмәй инәһе – Ғәлиә өләсәй ваба ауырыуынан үлә.

Кеше эт, бесәй һәм хатта кеше ашауға (тамаҡ тамуҡҡа индерә, тиҙәр) тиклем барып еткән осорҙа, ә ҡайҙа аслыҡ – шунда ваба, холера, тиф һәм башҡа ауырыуҙар шашынған саҡта атайһыҙ ҙа, инәйһеҙ ҙә тороп ҡалып, аслыҡтан үлмәй ҡалыу - үҙе бер мөғжизә. Әл дә атаһының бер туған энеһе Ямалетдин ағаһы ғына хеҙмәт армияһынан иҫән-һау ҡайтып, инәйемә берҙән-бер терәк була. Ә атаһы – Камалетдин олатайым ете йыл немецта әсирлектә булып, инәйемә ун бер йәш тигәндә генә ҡайтып керә.

Граждандар һуғышы тамамланып, колхозлашыу осоро башлана, тормош та бер сама арыулана башлай. Ун ете йәше тулған инәйемде атайыма кейәүгә биргәндәр. 1931 йылда - Зәбиҙә апайым, 1933 йылда Зөлфәр ағайым тыуа, 1936 йылда тыуған ҡыҙ бала сәңгелдәктә ятҡан осорҙа үлә, ә 1940 йылда мин донъяға килгәнмен.

Инде рәтләнеп донъя көтөп алып киттек тигәндә – тағы һуғыш. 1941 йылда атайыбыҙҙы ун өс ауылдашы менән бергә 112-се Башҡорт атлы дивизияһына оҙатҡандар. Мин бәләкәй булыу сәбәпле уныһын хәтерләй алмайым. Тик һуңынан инәйемдең атайымдың хатын беҙгә уҡып, илашып алғаныбыҙ хәтерҙә ҡалған. Хатта: “Исемдәре Рәсүл, Былбыл балалары булып

төштәремә керә шул”, - тигән шиғыры ла бар ине.

Бала саҡтан тормоштоң ҡаты һынауҙарын мул татып үҫкән инәйем өс балаһын ас-яланғас итмәҫ өсөн бар тырышлығын һала. Закон тарафынан тыйылһа ла, һыйырҙы икәү итә, бал ҡорттары үрсетеп ебәрә. Артыҡ һыйыр өсөн дә, ҡорт өсөн дә уға сумырғансы һалымын да һалалар.

Бер һыйырҙы егергә өйрәтеп, ҡыш көнө ағайым урмандан утын ташыһа, яҙ етеү менән инәйем үҙе егеп, колхозға эшкә китә торғайны.

“Атайығыҙ ҡайтып, күбәйеп китһәк”, – тип, бәрәңге һатып, өйгә төкөтмә буратып ҡуйҙы. Бал аҡсаһына мунса ла һатып алды. Үҙен ауылда “бай Ғәбиҙә” тип йөрөтә башланылар.

Инәйем беҙгә – балаларына ҡарата теҙгенде ҡыҫҡа тотто. Мәҫәлән, үҙе эштә саҡта берәй ҡорттоң күсе айырып китһә, ниңә ҡараманың, тип, миңә ҡаты ғына эләгә торғайны.

Һуғыш бөткәс, инәйемде һоратыусылар күп булды. “Ҡағыҙында “хәбәрһеҙ юғалған” тип яҙылған бит, “үлде” тимәгәндәр, берәй ваҡыт ҡайтып килһә, күҙенә нисек күренермен”, – тип, һоратыусыларҙы кире ҡаға килде.

Атайыбыҙҙың өйҙән үҙ аяғы менән атлап теге донъяға (һуғышҡа) сығып китеүенә ун йыл үткәс, ҡайтмаҫына тамам ышанғас ҡына, ҡайныһынан барып рөхсәт алып, атайымдың һуғыштан ғәрипләнеп ҡайтҡан ике туған энеһенә тормошҡа сыға ул.

Донъябыҙҙы йәмләп энекәшебеҙ тыуғас, инәйем: “Кем итеп исем ҡушайыҡ икән?” - тип, тағы ҡайныһына бара. Олатайым: “Аллаһы Тәғәлә Арыҫлангәрәйгә иш биргән икән, Ишбирҙе тип ҡушығыҙ,” – тигәс, энекәшебеҙ Ишбирҙе булып үҫеп етә.

Инәйем менән Арыҫлангәрәй ағайым энекәшебеҙ менән Нәфисә киленебеҙ тәрбиәһендә бәхетле ҡартлыҡтарын кисереп, икеһе лә һикһәнде уҙып баҡыйлыҡҡа күстеләр.