-8 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
26 ноябрь – Әсә көнө
23 Ноябрь 2017, 11:59

Әсә лә ул, педагог та

Яҙмыш һынауҙарын еңеп маҡсатына ынтылған, тормошта үҙ юлын тапҡан шәхес, Үзбәк мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, БР Мәғариф отличнигы Әлфиә Әсҡәт ҡыҙы Рафиҡова тураһында гәзиткә мәҡәлә әҙерләгәндә уны, йырҙа әйтелгәнсә, изге әсә итеп тә, ысын педагог булараҡ та айырым күрһәтергә мөмкин булыр ине.

Рафиҡовтар ғаиләһе.
Рафиҡовтар ғаиләһе.
Яҙмыш һынауҙарын еңеп маҡсатына ынтылған, тормошта үҙ юлын тапҡан шәхес, Үзбәк мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, БР Мәғариф отличнигы Әлфиә Әсҡәт ҡыҙы Рафиҡова тураһында гәзиткә мәҡәлә әҙерләгәндә уны, йырҙа әйтелгәнсә, изге әсә итеп тә, ысын педагог булараҡ та айырым күрһәтергә мөмкин булыр ине.

Эйе, ауырлыҡтарға бирешмәйенсә яңғыҙы өс бала тәрбиәләп үҫтереп, тормош юлына баҫтырған әсә лә, уҡыусылары күңелендә телгә, әҙәбиәткә һөйөү уятып ижад башланғысы биргән абруйлы уҡытыусы ла ул. Ижади башланғыс тинем, сөнки Үзбәк мәктәбе уҡыусыларының шиғырҙары “Табын” гәзите биттәрендә йыш баҫыла, “Өмөтлө ҡәләм” бәйгеһендә лә әүҙем ҡатнашып, призлы урын яулайҙар. Бында, әлбиттә, тәү сиратта әҙәбиәт уҡытыусыһының хеҙмәт өлөшө ҙур. Бөгөн көндәлек тормошобоҙҙо телевидение, компьютер, Интернет баҫып алғанда ла китап уҡыусыларҙың күп булыуы, улай ғына ла түгел, үҙҙәренең дә ижадҡа ынтылыуы шулай уҡ уҡытыусының тырышлығынандыр.

Әлфиә Әсҡәт ҡыҙы хеҙмәт юлын 1985 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлағандан һуң башланы. Башта Ҡормантау, Березовка ауылдарына йөрөп эшләне. Тормош иптәше Мансаф менән бер нисә йыл Себерҙә йәшәп, унда балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләргә лә тура килде.

1993 йылдан алып Үзбәк мәктәбендә коллективта абруй ҡаҙанып, уҡыусыларының ихтирам, хөрмәтен тойоп эшләп йөрөй. Уҡыусылары шиғри бәйгеләрҙә генә түгел, район, рес-

публика кимәлендә уҙған олимпиадаларҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа һәм башҡа сараларҙа ҡатнашып еңеү яулай.

Ҡатын-ҡыҙ мәшәҡәте тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел инде ул. Айырыуса Ҡормантау, Березовка мәктәптәренә йөрөп уҡытҡанда һуң ғына ҡайтыла ине. Мансаф эштә, балалар бәләкәй. Ҡайтҡас өйҙәге бөткөһөҙ мәшәҡәттәрҙән тыш уҡыусыларҙың дәфтәрҙәрен тикшерергә, дәрескә әҙерләнергә кәрәк. Нисек өлгөргәндер барыһына ла. Былары әле Мансаф иҫән саҡта. Ул Әлфиәнең йорттағы эшен еңеләйтергә тырышты. Һәр саҡ ярҙам итер, үҙе эштән иртәрәк ҡайтһа, йә ялы булғанда хужалыҡ мәшәҡәттәрен үҙ ҡулына алыр ине. Шофер ине ул.

Мансаф менән 1985 йылда, Әлфиә институт тамамлап ҡайтҡан йылда өйләнешкәйнеләр. Бер йылдан улдары Марсель, йәнә өс йылдан Ғәзиз тыуҙы. 1997 йылда ҡыҙҙары Зифа донъяға килде. Балалар бер-береһен ҡарашты. Атай-әсәйгә ярҙам итештеләр. Яңы йорт һалып сыҡтылар. Ошолай ғаилә бәхете кисереп, киләсәккә яҡты өмөттәр менән бер ҡайғыһыҙ йәшә лә, йәшә ине лә бит. Тик яҙмыш аяуһыҙ шул. Марселгә - 12, Ғәзизгә 9 йәш тулғанда аталары мәңгелеккә китеп барҙы. Зифаға бер генә йәш ине әле. Эйе, ауыр, әйтеп кенә лә аңлата алмаҫлыҡ ауыр ҡайғы булды был йәш ғаилә өсөн. Атайҙы юғалтҡас, йорттағы бөтөн ир-ат эше малайҙар иңенә төштө. Шуға ла эш рәтен белеп, эшсән булып үҫтеләр. Зифа ла иркә бала булманы. Әсәһенә лә, ағаларына ла ярҙам итте. Шулай ҙа атайҙы юҡһыныуҙары һәр саҡ һиҙелә ине. Бигерәк тә малайҙар һағынды атайҙы. Зифа ла теле асылғас: “Әсәй, һин ситкәрәк күс, бында атайым ята”, - тип, төҫөн дә хәтерләмәгән атаһын эргәһендә һымаҡ хис итеп аптыратты.

Тормош дауам итте. Һағыш баҫһа ла, Әлфиә бирешмәне. Эшенә лә яуаплы, етди ҡараны, өйҙәге эштәргә лә өлгөрҙө, балаларын кеше араһында кәм-хур булмаҫлыҡ итеп ҡараны, матур тәрбиә бирҙе. Әле малайҙар бәләкәй саҡта уҡ ғаиләләге бөтә проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшерҙәр, кәңәшләшерҙәр ине. Күпме аҡса бар, ул нимә алырға еткәнен дә белеп торҙолар.

Әлбиттә, бөтөнләй яңғыҙ ҡалдыҡ тип әйтә алмай Әлфиә, Мансафтың да, үҙенең дә туғандары һәр саҡ ярҙамға килергә әҙерҙәр. Уларға рәхмәтле ул.

Балалар мәктәптә лә тырыш булды. Яҡшы билдәләргә өлгәштеләр. Юғары уҡыу йорттарында белем алдылар. Марсель Өфөлә БДУ тамамланы, аспирантурала уҡыны. Ғәзиз атаһы юлынан китеп, техникаға тартылды. Наумовка ауыл хужалығы техникумында механик һөнәре алды. Әле “Ағиҙел” хужалығында шофер булып эшләй, “КамАЗ” автомашинаһын йөрөтә. Зифа Ишембай нефть техникумын тамамлап, һайлаған һөнәре буйынса Стәрлетамаҡ нефть институтында уҡыуын дауам итә.

Әсә өсөн балаларының шатлығын, уларҙың уңышын, кеше араһында кешесә йәшәүҙәрен күреүҙән дә ҙур бәхет юҡтыр ул. Балалары өсөн күңеле тыныс Әлфиәнең. Бала саҡта етемлек тойғоһон кисермәй үҫтеләр. Бөгөн шуға рәхмәтле балалар әсәләренә. Һағынып ҡайталар, хәлен белешеп ярҙам итеп торалар.

Бала үҫеп етһә лә, әсәй өсөн барыбер бала инде ул. Көтөп ала үҙҙәрен. Ирҙәр эшен эшләп өйрәнгән ҡулдары бөгөн дә тик тормай Әлфиәнең, гөрләтеп донъя көтә. Күпләп мал, ҡош-ҡорт аҫрай, баҡса тултырып йәшелсә-емеш, бәрәңге үҫтерә. Балалар ҡайтыуға һөтө лә, ҡаймағы ла булһын, ти. Әсәнең күңеле лә, уй-хыялы ла балала шул. Хеҙмәте лә уның балаларға арнала.
Читайте нас в