-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Йәшлек бит, йүгәнһеҙ ат...

Үткән аҙнала Красноусолда “Йәшлек” ял паркында Йәштәр көнө байрам ителде. Унда төрлө саралар уҙғарылды. Байрам асфальтта һүрәт төшөрөү менән башланып китте.

Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Руслан Салауатов йәштәрҙе байрамдары айҡанлы ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе, киләсәктә үҙ маҡсаттарына ирешеп, районға файҙалы эштәр башҡарыуҙарын теләне. Бер төркөм активистарға район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары тапшырылды.


Йәштәр көнөнөң үҙенсәлекле сараһы булып “Бишектәр парады” торҙо. Ата-әсәләрҙең фантазияһына хайран ҡалырлыҡ. Нимә генә уйлап сығармағандар. “Бишектәр парады” Ғаилә йылына арналды. Баһалама ағзалары оҙаҡ ҡына бәхәсләшкәндән һуң “Бишектәр парады”ның еңеүсеһе итеп коляскаһын “Ашығыс ярҙам” машинаһы итеп йыһазландырған Лиа-на Муллагилдинаға бирергә тигән ҡарарға килде. “Башҡорт бал ҡорто” бишеге – Татьяна Барановаға – икенсе, “Индеец һәм рокер” итеп йыһазландырылған бишек (Дилбәр Ғүмәрова) өсөнсө урын менән баһаланды. Башҡа бишектәр дәртләндереү призына лайыҡ булдылар.
“Эшләпә фантазияһы” конкурсы ла бик үҙенсәлекле итеп ойошторолған ине. Төрлө формалағы, төрлө әйберҙән эшләнгән эшләпә кейеп сәхнәгә сығыусылар байтаҡ булды. Был конкурс футбол буйынса донъя чемпионатына бағышланған ине. Красноусолдағы 1-се мәктәп уҡыусыһы Роман Рябов был конкурстың еңеүсеһе тип табылды.

Ғөмүмән, "Эшләпә фантазияһы" конкурсында ҡатнашыусылар үҙҙәрен ысын мәғәнәһендә фантазияға бай икәнлектәрен күрһәтте. Рәсәй Дәүләт флагы төҫтәрендәге шарҙан эшләпә эшләп кейеүселәр ҙә бар ине. Футбол тубын да кәпәскә - эшләпәгә әүерелдергәндәр.

Йәш ҡатын-ҡыҙҙар үксәле туфлиҙа старт һыҙығына баҫып, алыҫлыҡҡа йүгереүҙә ярышты. Ғәҙәти булмаған ярышта ҡатнашырға 5 ҡатын-ҡыҙ сыҡты һәм Виолетта Алтынбаева барыһын да артта ҡалдырып, беренсе килде. Башҡаларға дәртләндереү бүләктәре тапшырылды.