-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Драматург Мөҙәрис Багаев: Бөтә нәмә һуңлап килде миңә...

Халыҡ-ара театр көнөндә Ғафури театры үҙ тамашасыһын өр-яңы премьера менән шатландырмаҡсы. Премьера алдынан "Табышалар парҙар, ҡауышалар йәрҙәр" пьесаһы авторын - Федоровка районы Батыр ауылында тыуып-үҫкән билдәле журналист, яҙыусы, драматург Мөҙәрис Багаевты (һүрәттә) әңгәмәгә саҡырҙыҡ.

Халыҡ-ара театр көнөндә Ғафури театры үҙ тамашасыһын өр-яңы премьера менән шатландырмаҡсы. Премьера алдынан "Табышалар парҙар, ҡауышалар йәрҙәр" пьесаһы авторын - Федоровка районы Батыр ауылында тыуып-үҫкән билдәле журналист, яҙыусы, драматург Мөҙәрис Багаевты (һүрәттә) әңгәмәгә саҡырҙыҡ.

Йорттарым төплө нигеҙле

- Ирмен тигән ир үҙ ғүмерендә йорт төҙөргә, улдар үҫтерергә һәм ағас ултыртырға тейеш тигән һүҙ йөрөй халыҡта. Әңгәмәбеҙҙе бөгөн ошо өс төшөнсә тирәләй алып барып ҡарайыҡ. Һүҙҙе йорттан башлап ебәрәйек.

- Әлеге мәлгә мин йортто берҙе түгел, бер нисәне төҙөп ултырттым. Һуңғыларынан, ике улыма ике ҡатлы ике йорт төҙөнөм Өфө янындағы Нуғай ҡасабаһында. Был әллә ни ҡатмарлы эш тип һанамайым. Үҙ тормошоңдо ҡороу күпкә ҡатмарлы. Сөнки уға нигеҙ бишектән үк һалына башлай, йәғни уға тәүге нигеҙ таштарын ата-әсә, яҡындар һала. Был яҡтан мин үҙемде бәхетле тип һанайым, нигеҙем ышаныслы. Бәләкәйҙән тирә-яҡҡа шөһрәтле мулла тип даны таралған Шәйәхмәт олатайым ҡанаты аҫтында үҫтем. Ул фарсы, ғәрәп телдәрендә яҙылған боронғо китаптарҙан беҙгә бик тә әһәмиәтле әкиәттәр, хикәйәттәр тәржемә итеп уҡығаны серле төш кеүек һаман иҫтә.

Миңә “атайлы йорт – арҡалы йорт” тигәнде татырға насип булманы. Әсәйем иһә, биш атаны, биш әсәне алмаштырырлыҡ кеше булды. Хоҙайҙан уға бирелгән һәләт, көс-ҡеүәткә иҫең-аҡылың китер. Бала, үҫмер сағын һуғыш өткән, “халыҡ дошманы” ҡыҙы булараҡ та байтаҡ йәбер күргән әсәйемдең тормошо артабан да ауырлыҡтар аша үтте. Әйтергә кәрәк, ул бер нисә ғаиләнең йөгөн йылдар дауамында тартып барҙы. Ағайым менән мине лә, ағаһының үкһеҙ етем ҡалған балаларын да тейешенсә тәрбиәләп аяҡҡа баҫтырыуға өлгәште. Көн оҙоно колхоз эшендә булһа, төн оҙоно шәл бәйләгән, йорт эштәре менән мәж килгән әсәйемдең ҡасан йоҡлап хәл йыйғанын күрмәнем мин бала, үҫмер сағымда.

Уның төн йоҡоһон ҡалдырып, күҙ нурын түгеп бәйләгән шәлдәре ярҙамында ауыл хужалығы институтының иҡтисад факультетын тамамланым. Ағайым да шул уҡ шәлдәр ярҙамында бер түгел, ике юғары белемгә эйә булды.

Әлбиттә, шәл ярҙамына ғына ышанып йәшәмәнек. Беҙгә лә тормоштоң әсеһен-сөсөһөн күп татырға тура килде. Бәләкәйҙән ҡулдан көрәк, һәнәк, салғы, дилбегә төшмәне. Ҡулдарым трактор рычагтарын да күп тотто. Ә иң ыҙалатҡаны шәкәр сөгөлдөрө булды. Ауырлыҡтар булды, тик шул ауырлыҡтар аша үтеүемә үкенмәйем. Сөнки ул артабанғы ауырлыҡтар алдында ҡаушап ҡалмаҫҡа, уларҙы еңеп сығырға ярҙам итте.

Уландарым өлгө булырлыҡ

- Шул уҡ ваҡытта лайыҡлы улдар үҫтерҙем, тип тә күкрәк ҡаға алаһығыҙ.

- Хоҙай миңә бик һуңлап ғаилә ҡорорға насип итте. Беҙ өйләнешкәндә миңә – 36, Рәшиҙәгә – 30 йәш ине. Шуға ла бик тырышып ике йылда ике малайлы булдыҡ. Балалар менән беҙҙең арала йәш айырмаһы ҙур булыуы ҡыҙыҡ ҡына хәлдәргә лә юлыҡтыра ине. Бер саҡ балалар баҡсаһына барһам, яңы эшләй башлаған тәрбиәсе малайҙарыма: “Кейенегеҙ, олатайығыҙ һеҙҙе алырға килгән”, - тип ысҡындырмаһынмы.

Ҡатыным менән икәүләп тормоштоң күп һынауҙарын үттек. Ул ҡаты сирләп йылдар дауамында дауаханаларҙа дауаланырға мәжбүр булды. Балалар менән әсәйем янына ауылға күсеп тә йәшәргә тура килде. Малайҙар бәләкәйҙән өләсәй тәрбиәһен алды. Әсәйем ейәндәрен бар эшкә лә өйрәтеп ҡалманы, доғалар ҙа уҡытты, намаҙға ла баҫтырҙы. Үгәй олатайҙары ла малайҙарҙы үҙ итте. Уларҙы атҡа ултыртып йөрөтөп бесән сабырға, күбәләргә, утын әҙерләргә өйрәтте. Бергәләшеп көтөү ҙә көттөләр, картуф утау, йәшелсә үҫтереү кеүек эштәр уларға йөкмәтелде. Ишембайға кире ҡайтып уҡырға төшкәс тә улар каникул һайын ауылға ашҡынды.

Фидарис улым БДУ-ның журналистика факультетын тамамланы. Флорид шул уҡ уҡыу йортоноң тарих факультетында, Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында белем алды. Ваҡытында Башҡорт йәштәре иттифағы рәйесе, шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр палатаһы депутаты ла булды. Әлеге мәлдә ағалы-ҡустылы төҙөлөш буйынса фирма булдырып эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнәләр. Икеһе лә ғаиләле. Әлегә өс ейәнсәрем бар, дүртенсеһен көтәбеҙ.

- Рухлы егеттәр! Улар кеүек туған теле, тыуған халҡы, республикаһының патриоттарын нисек үҫтерҙегеҙ?

- Тормош иптәшем Рәшиҙә менән (быйыл апрелдә донъя ҡуйыуына ике йыл тула) баштан уҡ балаларҙы рухи яҡтан тәрбиәләүгә ҙур өҫтөнлөк бирҙек, телебеҙҙе, милләтебеҙҙе, илебеҙҙе үҙ итһендәр өсөн бар көсөбөҙҙө һалырға тырыштыҡ. Үҙ-ара башҡортса ғына һөйләшеү төп ҡағиҙә булды.

Ағастарым татлы емеш бирә

- Ә ғүмер юлығыҙҙа ултыртҡан ағастарығыҙ нисегерәк үҫә?

- Ағастарҙы күп ултырттым инде ул, уңға ла, һулға ла, тигәндәй. Тура мәғәнәлә әйткәндә, үҙ ҡулдарым менән ултыртып үҫтергән бик шәп сейә баҡсам бар. Уңышлы йылдарҙа 40-50 биҙрә сейә йыйып алған булды. Ғөмүмән, ағас ултыртыуҙы ла мин дөйөмләштереп әйткән шөғөлдөр, тип уйлайым. Һәр ултыртҡан ағасым бөгөн һәм киләсәгемдә емешен күреп ҡыуаныу өсөн һалынған хеҙмәтем билдәһелер, моғайын.

- Ә ни өсөн әҙәбиәткә һуңлап аяҡ баҫтығыҙ?

- Башта әйтеп киткәнемсә, бөтә нәмә һуңлап килде миңә. Йәш саҡтан уҡ яҙышһам да, әҙәбиәткә лә арыу уҡ һуңлап тотонорға тура килде. Бының үҙ сәбәптәре лә бар. Бер яҡтан, донъя йөгө ныҡ баҫып, форсат бирмәһә, икенсенән, күрәләтә аяҡ салып, әҙәбиәт донъяһына индермәҫкә маташыусылар ҙа булды. Илле йәште йомғаҡлағанда, йәғни тормоштоң аңын-тоңон төшөнөп, ныҡлы тәжрибә туплап, ҡәләмгә тотоноуҙың ыңғай яғы ла байтаҡ. Өлгөргән емеш татлыраҡ була тиеүем.

- Ошо ҡыҫҡа ғына арауыҡта әҙәбиәттең барлыҡ жанрҙарында ла үҙ көсөгөҙҙө һынап ҡаранығыҙ тиергә була.

- Әле булһа береһен дә ситләтмәйем. Тәү башлап юмор менән сатираны үҙ иттем. Күпләп юморескалар, юмористик хикәйәләр яҙҙым. Шаян шиғырҙарым да байтаҡ. Шунан инде балалар әҙәбиәтенә тотондом. Повесть, хикәйә, әкиәттәрем гәзит-журналдарҙа баҫылып торҙо. Журналист булараҡ публицистика өлкәһендә лә эшләнем. Яҙған әҫәрҙәрем матур ғына баһа ала барҙы. “Аманат”, “Шоңҡар” журналдары, “Йәшлек”, “Киске Өфө” гәзиттәре мине үҙҙәренең лауреаты тип атаны. Төрлө конкурс, фестивалдәрҙә лә лайыҡлы урындар әҙ алманым.

Артабан драматургияға иғтибарымды ныҡлы йүнәлттем. “Бисәләр бунты” исемле тәүге пьесамды Салауат дәүләт башҡорт драма театры сәхнәләштерҙе һәм ул әлегә тиклем бик уңышлы сәхнәләштерелә. Әйтергә кәрәк, пьесамдың береһе лә театрҙар репертуарынан төшөп ҡалмаған. “Байрам ашы - ҡара ҡаршы” постановкаһын инде 14 йыл дауамында сәхнәләштерәләр.

Әлеге мәлдә Салауат драмтеатры репертуарында 4 пьесам, Өфөнөң М.Ғафури исемендәге академия драма театрында һәм Йәштәр театрында берәр әҫәрем бар, Сибайҙар ике пьесамды сәхнәләштерҙе, халыҡ театрҙары араһында әҫәрҙәрем популярлыҡ яуланы.

Пермь, Силәбе, Ырымбур өлкәләрендәге, Татарстан, Ҡаҙағстан тамашасыһы мин ижад иткән пьесаларҙы бик йылы ҡабул итә, тигән сәләмдәр йыш килеп тора.

- Һеҙҙең ҡәләм аҫтынан сыҡҡан “Булған хәлдәр” ҙә гәзит-журнал уҡыусылар араһында бик популяр тип иҫәпләнә. Ҡайҙан белеп бөтәһегеҙ һеҙ ул тиклем ғибрәтле хәл-ваҡиғаларҙы?

- Тормошта ҡағыҙ битенә инеп ятыр хәл-ваҡиғалар быуа быуырлыҡ, аҙым һайын осрап тора. Бына шуларҙы дәфтәр битенә теҙеп, тәпәшерәк урындарын бейегерәк итеп күрһәтеп, тарыраҡ ерҙәрен киңәйтеберәк ебәрһәң, уҡымлы килеп сыға.

- Һеҙҙең бит әле яратып башҡарған тағы ла бер шөғөлөгөҙ бар – ҡортсолоҡто әйтәм.

- Умарталарҙың һаны биш тиҫтәгә еткән осорҙар булды. Ысын мәғәнәһендә мөғжизәләр иле ул – бал ҡорттары донъяһы. Улар янында үҙҙәренән кәм эшләргә тура килмәһә лә, был эштән мин ләззәт кенә кисерәм.

- Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тигәндәй, Мөҙәрис Басир улы ниндәй генә эшкә тотонһа ла, ҡулынан килеүенә, башҡарып сыға алыуына һис шигем юҡ. Киләсәктә лә ижад шишмәләре ҡоромаһын, уҡыусыларығыҙҙы, тамашасыларығыҙҙы яңынан яңы әҫәр, пьесалар менән шатландырып тороғоҙ. Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.