-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Янғын һүндереүсе – йәмғиәткә фиҙаҡәр хеҙмәт итеүсе

Апрелдең һуңғы көнөндә янғын һаҡсылары үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан “БР буйынса 14-се ФПС отряды” Федераль дәүләт учреждениеһының 74-се янғын часы начальнигы Вадим Владимирович ОТМАХОВҡа мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – уға:

Апрелдең һуңғы көнөндә янғын һаҡсылары үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан “БР буйынса 14-се ФПС отряды” Федераль дәүләт учреждениеһының 74-се янғын часы начальнигы Вадим Владимирович ОТМАХОВҡа мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – уға:

Беҙҙең 74-се янғын часы Стәрлетамаҡ гарнизонына ҡарай. Киләсәктә йәнә ҡайҙалыр күсереү хаҡында һүҙ бара. Әммә ниндәй генә ведомство ҡарамағында булһаҡ та, янғын часының төп бурыстары булып халыҡты янғын сығыу хәүефенән ҡурсалау, утты ауыҙлыҡлау тора.

Часть 29 хеҙмәткәрҙе берләштерә. Шулай уҡ янғын күҙәтеүе эшмәкәрлеге бүлеге лә эшләп килә. Был хеҙмәт тә Ауырғазы районы менән берләштерелеп, берҙән-бер хеҙмәткәр - начальник урынбаҫары Илгиз Хәмит улы Ардашировҡа профилактик эш алып барыу, янғын ҡағиҙәләрен теүәл үтәүҙе контролдә тотоу бурысы йөкмәтелгән. Ауыл биләмәләрендә янғын һаҡсыларынан торған профилактик төркөмдәр эшләй. Шулай уҡ муниципаль берәмектәрҙә тәүлек әйләнәһенә хеҙмәт вахтаһы алып барған 40-лап ирекле янғын һағы дружиналары, 15 тирәһе автомашина иҫәпләнә. Улар янғындарҙы ауыҙлыҡлау, кешеләрҙе һәм матди байлыҡтарҙы ҡотҡарыу эшендә ҙур ярҙамсыларыбыҙ, ҡағиҙә булараҡ, район үҙәгенән төп көс килеп еткәнсе уттың көсәйеүенә ирек бирмәйҙәр.

Янғын һүндереү-ҡотҡарыу хеҙмәткәрҙәре (хәҙер шулай аталабыҙ) тәүәккәл, сыҙамлы, яҡшы физик формала булырға, ҡорамалдары менән ҡуллана, хәүефһеҙлек техникаһын белергә, төрлө шарттарҙа эшләй алырға ла тейеш.

Районыбыҙ биләмәһендә янғындар менән бәйле хәлгә килгәндә, йыл башынан 15 янғын осрағы теркәлде. Янғын төрлө сәбәптәр менән килеп сыға. Әммә быға нигеҙҙә кешеләрҙең ут менән һаҡһыҙ эш итеүе, электр ҡорамалдары менән файҙалана белмәүе, мейес яҡҡанда, тәмәке тартҡанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәүе сәбәпсе.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғындарҙың фажиғәле тамамланыуы – кеше ғүмере өҙөлөү осраҡтары булып тора. Быйыл район биләмәһендә ут эсендә 5 кеше һәләк булды. 16 ғинуарҙа Красноусолда электр ҡорамалын файҙаланғанда ҡағиҙәләрҙе боҙоп, ут сығыуға юл ҡуйыу һөҙөмтәһендә үҙ йортонда әсә һәм улдың ғүмере өҙөлдө, ғаилә башлығы зыян күрҙе. 7 мартта ошондай уҡ сәбәп менән Имәндәш ауылында йорт хужабикәһе һәләк була. 31 мартта Красноусолда мейес менән файҙаланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоуҙан сыҡҡан ут эсендә 1964 йылғы ҡатындың үле кәүҙәһе табыла. 9 апрелдә Ивановка ауылында газ ҡоролмаһы менән файҙаланғанда һаҡһыҙлығы арҡаһында 1952 йылғы ир янғын ҡорбаны булды.

Һөнәри байрамыбыҙ - 100 йыллыҡ уңайынан совет осоронда беҙҙең часта эшләп, хаҡлы ялға туҡтаған, йәш хеҙмәткәрҙәр менән үҙ тәжрибәләрен ихлас уртаҡлашҡан ветерандарыбыҙҙы билдәләп үтке килә. Улар: Рәмил Ғилман улы Сәйфуллин, Рәис Миңләхмәт улы Шәйхолов, Мәүлетҡол Рахманғол улы Дәүләтшин, Хәлиулла Лотфулла улы Зәйнуллин, Мөхәррәм Әғзәм улы Мөлөков, Рәфит Рауил улы Йәрмиев, Әсҡәт Әхмәт улы Латипов, Алексей Алексеевич Рогожин, Виктор Михайлович Панкратьев, Роман Михайлович Саранцевтар. Ә әлеге мәлдә 15 йылдан ашыу хеҙмәт стажына эйә булыусыларҙан диспетчер Л.Ф.Панкратьева, бүлексә командиры Г.А.Рассолеев, водителдәр М.Ә.Ғәйфуллин, Г.А.Бусыгин, Н.С.Никитин, ҡарауыл начальнигы Д.В.Федоровтарҙы атарға мөмкин.

Планға ярашлы, янғынға, ғәҙәттән тыш хәлгә ҡаршы профилактик күнекмәләр ҙә уҙғарып торабыҙ. Күптән түгел ошондай ҙур күнекмә Балалар шифаханаһында үтте, Красноусолдағы 3-сө мәктәптә уҙғарырға планлаштырабыҙ. Уҡыусылар, мәктәпкәсә йәштәге балалар араһында янғын темаһына конкурс-викториналар ойошторола.

Форсаттан файҙаланып, барлыҡ коллективты, ауылдарҙағы ирекле янғын һағы дружиналарын, коллегаларҙы һәм ветерандарыбыҙҙы Янғын һағының 100 йыллығы уңайынан ҡотлайым. Ныҡлы сәләмәтлек, именлек, аяҙ күк йөҙө, ҡоро еңсәләр теләйем.