+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Бирешмә, Сибай!
31 Август 2018, 12:00

Мал һаулығы һағында уяу торалар

31 августа иң изге һөнәрҙәрҙең береһе – ветеринария хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Байрам уңайынан халыҡҡа бик кәрәкле был хеҙмәттең эшмәкәрлеге менән таныштырыуҙы һорап, Ғафури район ветеринария станцияһы начальнигы Фаил Һәҙиәт улы ЗӘЙНЕТДИНОВҡа мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – етәксегә:

-Был һөнәрҙең тамырҙары иң боронғо замандарға барып тоташа. Ә беҙҙең ра-йонда ветеринария хеҙмәте, һаҡланған документтарға ҡарағанда, уҙған быуаттың 30-сы йылдарында ойошторолған, отчет мәғлүмәттәре иһә 1943 йылдан иҫәпләнә. Ул саҡта дәүләт ветеринария хеҙмәтенә район ветлечебницаһы, Ҡарағай, Еҙем-Ҡаран, Табын зооветучасткалары һәм Забельский зооветпункты ингән. Бөгөн беҙҙең ветеринария станцияһы 9 ветеринария участкаһын һәм 3 ветеринария пунктын берләштереп, улар 20 мең баш һыйыр малын, 19 мең баш һарыҡ-кәзә, 3 мең тирәһе йылҡы малы, 1,5 баш сусҡа, 180 мең йорт ҡошо һәм 20 мең бал ҡорто ғаиләһен хеҙмәтләндерә.

Районыбыҙҙың ветеринария хеҙмәте тарихында сағыу биттәр етерлек. Был биттәрҙе бар ғүмерҙәрен ошо еңел булмаған эшкә бағышлаған Н.А.Циглинцев, М.И.Фәрүәзов, Н.М.Жигалов, Ф.С.Юлдашев, А.И.Широбоков, Р.С.Әһлиуллин, Э.С.Степанова, В.Ш.Хәкимов, Ф.Ш.Ҡаһарманов, З.З.Мирхәйҙәровтар яҙҙы. Ветерандарға алмашҡа йәш быуын белгестәр килә. Быуындар күсәгилешлеге, тәжрибә, белемде тапшырыу дауам итә. Күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн хеҙмәткәрҙәребеҙҙең күптәре район хакимиәте, БР Ветеринария идаралығы, Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлыҡтарының Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары, Почетлы билдәләре һәм төрлө дәрәжә Дипломдарына лайыҡ булды.

Кешеләр сәләмәтлеге өсөн үтә кәрәкле һөнәр кешеләренең хеҙмәте арҡаһында районыбыҙ халҡы өҫтәленә зарарһыҙ ит, һөт ризыҡтары, үҫемлекселек һәм балыҡсылыҡ продукцияһы килә.

Йылдың-йылы ветеринария станцияһы коллективы малдарҙағы йоғошло һәм күпләп осраусы йоғошло булмаған сирҙәрҙе булдырмау буйынса ғәйәт ҙур эш башҡара: быға диагностик тикшереүҙәр ҙә, вакцинация, дауалау-профилактик эшкәртеүҙәр ҙә, дегельминтизация эше һәм башҡа күп саралар инә. Улар барыһы ла белгестәрҙән юғары оҫталыҡ һәм заманса ҡараш талап итә. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, алдыбыҙға ҡуйылған бурыстарҙың мөһимлеген аңлап, заман менән бергә атларға тырышабыҙ. Мәҫәлән, 2018 йылда республикала берҙәм электрон реестр булдырып, ауыл хужалығы малдарын идентификациялау сараларын тамамлау планлаштырыла. Идентификация ысулы итеп ҡолаҡҡа беркетелеүсе бирка, ә аттарға ин йәки чип һайланған. Һәр малға номер (код) бирелә, уның бу-йынса малдың эйәһен, йәшен һәм башҡа мәғлүмәтте белеп була. Был сара мал һанын иҫәптә тоторға һәм уларҙың күсешен күҙәтергә мөмкинлек бирә.

Таможня контроленең 2018 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә ингән техник рег-ламентын күҙәтеү маҡсатында махсус мал һуйыу урындары булдырыу буйынса эш алып барыла. Әле районда Родина ауылында (ШЭ Фәйзуллин Р.Р.) мал һуйыу пункты файҙаланыуға индерелде. “Урожай” КХ-һы ЯСЙ-е һәм “Солнышко” КФХ-һында бындай пункттарҙы яҡын арала төҙөү планлаштырыла.

Электрон ветеринар оҙатыу документтары әйләнешенә мотлаҡ күсеү тураһындағы 2018 йылдың 1 ғинуарынан көсөнә ингән законға ярашлы, район ветстанцияһында электрон ветеринар документтар менән эшләү кабинеты йыһазландырылды, унда әйҙәүсе ветеринар табип Е.О.Новикова консультация һәм ойоштороу эштәрен алып бара.

Беҙҙең төп бурыс – диагностик һәм профилактик сараларҙы ваҡытында үтәп, райондың эпизоотик йәһәттән именлеген тәьмин итеү. Көтмәгәндә килеп сығыуы ихтимал сирҙәр буйынса тиҙ сара күреү өсөн оператив төркөмдәр төҙөлдө, улар тейешле махсус ке-йем, ҡорамалдар һәм ике берәмек махсус техника менән тәьмин ителде. Барлыҡ ветеринар участкалар һыуытҡыстар һәм кәрәкле эш ҡоралдары, “Меркурий” системаһында электрон хәлдә ветеринар-оҙатыу документтары тултырыу һәм отчеттар төҙөү өсөн интернетҡа тоташҡан компьютер техникаһы менән йыһазландырылды.

Красноусол баҙары биләмәһендә һатыуға ҡуйылған аҙыҡ-түлек сеймалын һәм малсылыҡ, үҫемлекселек продукт-тарын тикшереү өсөн бүлмәбеҙ эшләй, уға I категориялы ветеринар табип М.Р.Ғәлиуллин мөдирлек итә.

Белгестәребеҙ үҙ оҫталығын һәм белемен даими арттыра, сирҙәрҙе дауалауҙың яңы алымдарын, яңы дарыуҙарҙың тәьҫирен өйрәнә.

Матди базаны нығытыуға ҙур иғтибар бүленә.

Ветстанцияла ваҡ йорт йәнлектәрен ҡабул итеү бүлмәһе ойошторолдо, унда консультациялар бирелә, дауалау һәм операциялар үткәрелә. Бында

II категориялы табип М.В.Трофимова эшләй. Шулай уҡ ветеринар дарыуханабыҙ, яһалма ҡасырыу пункты ла бар.

Беҙҙә тәүге профсоюз ойошмаһы һәйбәт эшләй. Һөнәри байрамыбыҙға, 23 февраль, 8 Март, Яңы йыл байрамдарына арналған мәҙәни саралар даими ойошторола,

хеҙмәткәрҙәрҙең балалары араһында конкурс-тар уҙа, Оло йәштәгеләр көнөндә ветерандарыбыҙҙы хөрмәтләү кисәләре матур йола булып тора.

Байрамыбыҙҙы ҡар-

шылап, барлыҡ хеҙмәттәштәремде һәм ветерандарҙы Ветеринария хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым. Һеҙҙең фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм һәм үҙегеҙгә, барса яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм яңы уңыштар теләйем!
Читайте нас: