+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Бирешмә, Сибай!
1 Март 2019, 11:17

Һауаһы ла, дауаһы ла файҙаға булһын

Тау-байыҡтырыу ком-бинатының карьеры төтәү сәбәпле һауала зарарлы матдәләр күбәйеүҙән яфаланған Сибай балаларына республикабыҙҙың төрлө шифаханаларында ял итеп, һаулыҡтарын нығытырға мөмкинлек булдырылған. Шул йәһәттән Красноусол балалар шифаханаһына ла Сибай социаль приютында тәрбиәләнеүсе биш бала килгәйне. Уларға юлламаны “Ныҡлы ғаилә” проекты сиктәрендә “Берҙәм Рәсәй” партияһы тәҡдим иткән.

Өс бер туған Земфира Хәсәнова (14 йәш), Урал Хәсәнов (13 йәш), Тимур Хөснийәров (10 йәш) һәм Зарина Садиҡова (12 йәш), Миләүшә Сирғәлина (10 йәш) һанаулы көн эсендә бында үҙҙәренә дуҫтар табып, өйрәнеп тә бөткәндәр. Уларға бигерәк тә ҡыр өйрәктәрен ашатыу ныҡ оҡшаған. Балалар шифаханаһы коллективы ла уларҙы матур итеп ҡаршы алып, һәр минутты файҙалы үткәреү өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырған.

- Ваннаның файҙаһын әле аңлап еткермәһәләр ҙә, бассейнға, массажға, физкабинеттарға йөрөргә, тренажер бүлмәһендә шөғөлләнергә, үлән сәйҙәре эсергә яраталар. Аралашыусан, алсаҡ, тыныс булыуҙары менән барыбыҙға ла улар оҡшаны, - ти өлкән шәфҡәт туташы Фәнилә Вилдан ҡыҙы Мәүлетова.

23 февраль көнө “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзалары ла балаларға Стәрлетамаҡ ҡалаһына сәйәхәт ойошторғандар. Ҡунаҡтарҙы Стәрлетамаҡ ҡалаһының урындағы бүлеге башҡарма комитеты етәксеһе Алексей Серебряков үҙе килеп алып, балаларҙың иҫтәрендә ҡалырлыҡ урындарҙы күрһәткәндәр. Ҡалалағы “Ньютон-Лаб” интерактив музей-лабораторияһында булыуҙарын улар береһенән-береһе уҙҙырып, ҙур кинәнес менән һөйләйҙәр. Шулай уҡ район хакимиәте исеменән район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр бу-йынса урынбаҫары Айгөл Миҙхәт ҡыҙы Кирамова һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлеге башҡарма комитеты етәксеһе Илдус Ринат улы Йәнешев район менән таныштырыу маҡсатында уларҙы Игенйылға ауылындағы “Дөйәғоштар иле”нә экскурсияға алып барған. Балаларға бында ла бик оҡшаған. Улар күргәндәрен балалыҡ ихласлығы менән һөйләп бирергә тырышты. Иртәгә ҡайтасаҡтарын ғына йөҙҙәренә моңһоулыҡ сығарып әйттеләр.

Сибай ҡалаһынан килгән был балаларҙың күңелдәрендә йылы хистәр тыуҙырған
Ғафури ере уларға киләсәккә көс-ғәйрәт бирһен, саф һауаһы, Балалар
шифаханаһының дауаһы һәм тәбиғәте һәйбәт тойғолар менән йәшәтһен, тигән
теләктә хушлаштыҡ беҙ ҙә.
Читайте нас: