-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ағас ултырттыҡ

Ғаилә йылы һәм ғаилә аҙналығы айҡанлы, "Ағас ултырт" акцияһы сиктәрендә Бурлы урта мәктәбенең тирә-яғына зәңгәр шыршылар ултыртыу өсөн өлгөлө ғаиләләрҙең бер нисәүһе саҡырылды. Тантаналы линейканан һуң, килгән ҡунаҡтарға йәш үҫентеләр бирелде.

Тәүге үҫентене Ғүмәровтар ғаиләһе ултыртты. Ғаилә башлығы Вадим Рәшит улы мәктәптә технология дәрестәрен алып бара. Уҡыусыларҙы тал сыбығынан кәрзин, ултырғыс, оялар үрергә өйрәтә. Районда, республика кимәлендә үткән "Оҫта ҡулдар" бәйгеһендә, уҡыусылары менән берлектә, призлы урындар яулап ҡайттылар. Хәләл ефете Альбина Вәзир ҡыҙы менән 3 ҡыҙ һәм 1 ул тәрбиәләйҙәр. Өлгөлө ғаилә бар яҡлап та тырыш, берҙәм. Бергәләп баҡса ҡарайҙар, күпләп мал-тыуар тоталар.

Ғәлиевтарҙың эшһөйәр ғаиләһендә 2 ҡыҙ, 3 ул үҫә. "Һәр беребеҙҙең үҙ ағасы булды инде",- тип ҡыуанысы менән уртаҡлаша 7 үҫенте ултыртҡан ғаилә башлығы Ришат Әнүәр улы. Уларҙың матур, тырыш ғаиләһенә һоҡланып туйғыһыҙ. Урам тулы ҡош-ҡорт, мал-тыуар аҫрайҙар. Йәйен еләк-емеш, көҙөн бәшмәк йыйып, үҙҙәре ҡарап үҫтергән йәшелсәләрҙе ауыл, район баҙарына сығарып һатып, ғаилә бюджетын тулыландыралар. Оҙаҡламай күп балалы татыу ғаилә, ике ҡатлы йорттарын һалып бөтөп, өй туйы үткәрергә йыйына.

2 ул, 1 ҡыҙға ғүмер биргән Ләйсән Радик ҡыҙы, тормош иптәше Рәзил Рәмил улы эштә булыу сәбәпле, балалары менән генә килгән. Бурлы балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләгән Ләйсән йорт эштәренә лә өлгөрә. Тәҙрә төптәрендә ниндәй генә гөлө юҡ уның! Аш-һыуға ла бик әүәҫ ул. Үҙе бешергән торт, бауырһаҡ, ҡырҡылған туҡмастары менән ауылдаштарын ҡыуандыра.

Ҡормантау ауылында йәшәгән Тоҡомбәтовтар ғаиләһе береһенән-береһе сибәр ике ҡыҙ үҫтерә. Информатика уҡытыусыһы Руслан Урал улы эштән буш ваҡыттарын умарталыҡта уҙғара. Бар ауырыуҙарға шифа булған ҡорт балын етештереүҙә уға тиңдәш юҡтыр. Ә биология уҡытыусыһы Айгөл Әхнәф ҡыҙы, мәктәп баҡсаһында ғына түгел, өйҙә лә уңған хужабикә. Ҡыҙҙары Руслана менән Рушана, ата-әсәһенә оҡшап, тырыштар, йорт эштәрендә лә ярҙам итәләр, матур-матур сәскәләр үҫтерәләр. Мәктәптә тик "5"-ле билдәләренә генә өлгәшәләр.

Ситдиҡовтарҙың татыу ғаиләһендә 2 ул, 1 ҡыҙ тәрбиәләнә. Ғаилә башлығы Илдус Фәиз улы мәктәптә завхоз булып эшләһә, Гөлсәсәк Самат ҡыҙы - уҡытыусы. Егәрле хужабикә роза сәскәләре үҫтерә. Бейергә лә ярата ул. Уҡыусыларға һәр байрамға төрлө бейеүҙәр өйрәтә. Уҡыусылары конкурстарҙа призлы урындар яулай. Үҙе лә концерттарҙа сығыш яһай.

Филүс һәм Гүзәл Ғималетдиновтар 2 ул үҫтерә. Оло улдары Илнур 5-се класты

тамамлаһа, бәләкәстәре Динислам балалар баҡсаһына йөрөй. Ғималетдиновтарҙың татыу ғаиләһе лә бөтә эштәрҙе бергәләп башҡара. Йәшелсә-емеш үҫтерә, ҡош-ҡорт аҫрай.

Мәктәп хеҙмәткәре Мәғүҙә Ғәни ҡыҙы менән Юлай Әхмәҙулла улы Нәбиуллиндар 3 балаға ғүмер биргән. Оло улдары Илмир ғаиләһе менән Салауат ҡалаһында, уртансы ҡыҙҙары Юлиә Себер тарафтарында йәшәй. Ҡул эштәренә оҫта хужабикә 6-сы

класта уҡыған ҡыҙы Ынйы менән ғаилә ағасын ултыртты.

Яугилде ауылында йәшәүсе Эльвира Наил ҡыҙы һәм Әхәт Миниәхмәт улы Буранғоловтар 5 бала тәрбиәләй. Эшкә тырыш атай-әсәй балаларын да хеҙмәт яратырға, эшләп үҫергә өйрәтә. Ғаиләлә килеп тыуған мәсьәләне бергәләп хәл итә, барлыҡ эштәрҙе күмәкләп башҡара Буранғоловтар ғаиләһе.

Башланғыс кластар уҡытыусыһы Айгөл Зөлфәр ҡыҙы Солтанморатова, яратҡан тормош иптәше Рауил Ғәбдрәшит улы менән бергә, үҙҙәренең үҫентеһен ултыртты. Өс улға ғүмер биргән өлгөлө ғаилә Яугилде ауылында йәшәй. Хәстәрлекле атай-әсәй улдарының ялға ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп, һағынып көтөп ала. Оло улдары Радик Өфө авиация институтында, уртансыһы Айҙар - Ишембай нефть техникумында белем алһа, төпсөктәре Илдар Красно-усол башҡорт гимназия-интернатында уҡый. Ял көндәрен күңелле, файҙалы итеп үткәрә улар.

Башҡорт теле уҡытыусыһы Ләйсән Әнүәр ҡыҙы Хәлилова һәм уҡыу алдынғыһы Илгизә Рәхмәтуллина ла үҙ үҫентеләрен ултыртып ҡыуанды.

Йылдар үтеү менән үҙебеҙ ултыртҡан зәңгәр шыршыларыбыҙ мәктәптең ихатаһын матурлап, тирә-яҡҡа йәм биреп торор, тип ышанабыҙ.

Эйе, ағас ултыртыу - ул ябай эш. Тик ошо ябайлыҡты оло кимәлдә ойошто-роу - оло хөрмәткә, ҙур ихтирамға лайыҡ. Ошо хөрмәтебеҙ, сикһеҙ рәхмәтебеҙ, әлбиттә, мәктәбебеҙ директоры Рауил Ғәбдрәшит улы Солтанморатовҡа. Уға имәндәй ныҡлы һаулыҡ, ауыр эшендә ҙур уңыштар теләйбеҙ.