-13 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

60 йыл бергә

Татар Саскүле ауы-лы егете Зәйнулла менән Ауырғазы районының Түбәнге Ләкәнде ауылы ҡыҙы Фәүзиә бынан 60 йыл (февраль айында никахлашҡандар) элек яҙмыштарын бергә бәйләй. Бына шунан бирле бер-береһенә терәк тә кәрәк тә булып ғүмер һуҡмағынан ҡулға-ҡул тотоношоп атлай.

Ошо йылдар арауығында Зәй-нетдиновтар 4 балаға – 2 ул һәм 2 ҡыҙға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарғандар. Бөгөн 7 ейән-ейәнсәрҙең яратҡан олатай-өләсәһе лә улар. Зәйнулла Рамазан улы туғыҙынсы тиҫтәһен ваҡлай, ә сабыр, мөләйем Фәүзиә Хәбибрахман ҡыҙына - 78 йәш. Бар ғүмерҙәрен элекке “Забельский” совхозында эшкә бағышлап, хаҡлы ялға туҡтағандар. Ғаилә башлығы башта ҡом карьерында тир түкһә, артабан тимерсе булып эшләй. Хужабикә иһә сөгөлдөрсө була, әммә сирләү сәбәпле, был ауыр эштә оҙаҡ эшләй алмай.

-Күрше ауылдан ҡунаҡҡа килеп йөрөгән Фәүзиәне бер күреүҙә оҡшатып танышыуыбыҙ ҡауышыу менән тамамланғайны, бына бергә йәшәүебеҙгә 60 йыл да булып киткән, - ти Зәйнулла ағай.

Улдары Фәнил менән Ильяс тыуған ауылдарында төпләнгән, икеһе лә карьерҙа тракторсы булып эшләгән, ҡыҙҙары Наилә – Стәрлетамаҡ ҡалаһында (пенсияла), Әлфиә Аҡкүл ауылында йәшәй, автозаправкала эшләй.

Олоғайған көндә-рендә балаларының ҡәҙер-хөрмәтен күреп, ауылдаштарының ихтирамын тойоп, татыулыҡта йәшәй Фәүзиә менән Зәйнулла Зәйнетдиновтар.