-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Бал ҡортондай егәрлеләр

Һәр кем үҙ мөмкинлеге, һәләтен ҡулланып, хөкүмәттән генә көтөп ултырмай, төрлө юлдар менән килем алырға тырышҡан заманда йәшәйбеҙ. Ҡулы эш белгән, ниндәй ҙә һөнәре булған йүнселдәргә юл асыҡ хәҙер. Бигерәк тә ауыл ерендә. Күпләп мал аҫрайһыңмы, баҡсаңда йәшелсә-емеш үҫтерәһеңме, бал ҡорто үрсетәһеңме, балаҫ һуғаһыңмы, башҡа оҫталыҡ эштәре менән булаһыңмы – барыһы ла һинең ҡулда.

Урал тауҙары битләүендә йәйрәп ятҡан Сәйетбаба ауылы ерҙәре тиҫтәләгән төр шифалы үлән-сәскәле болондарға, йүкә ағаслы урмандарға бай. Юҡҡа ғына уны “баллы төбәк” тип атамағандар. Әйткәндәй, ҡортсолоҡ менән әүҙем шөғөлләнгәндәр һаны бында йылдан-йыл арта. Ошондай булдыҡлыларҙың береһе былтыр ауылда иң күп бал алыусы Юлай Юлбарисов күңеленә ятҡан һөнәр – умартасылыҡ менән бәләкәйҙән шөғөлләнә. “7 йәшлек кенә малай сағымда Ғәйетхан олатайыма эйәреп йәй буйы умарталыҡтан ҡайтмай торғайным. Уға ярҙам итеп кенә йөрөмәнем, яйлап ҡорт ҡарау серҙәренә төшөнә барҙым. Армиянан һуң, ҡайҙа эшкә керергә тип баш ватманым, ошо шөғөлгә тотоноп киттем. Тәүҙә 10-15 баш умартам бар ине. Бер нисә йылда 40-50-гә еткерҙем. Беҙҙең тәбиғәт шарттарына яраҡлашҡан, һалҡын ҡыштарға сыҙамлы башҡорт тоҡомло бал ҡорттарын ғына тотам. Ҡышын уларҙы тотоу өсөн 4х5 м ҙурлыҡтағы ымшанник төҙөп ҡуйҙым. Яҙ нисек килеүенә ҡарап, ҡорттарҙы апрель-май айҙарында йәйгелеккә Иҫке Ҡышлау тигән ерҙә урынлашҡан умарталыҡҡа алып барам. Быйыл ҡорттар һәйбәт ҡышланы. Уларҙы иртә яҙҙан ҡорт баҡсаһына алып барҙыҡ. Дәдәндәрҙе йөрөтөү өсөн бер нисә йыл элек “УАЗ” машинаһы һатып алдым. Ҡорт күп булғас, яңғыҙыма ҡарау ауырға төшөр ине. Миңә ҡатыным Ләйсән, хәҙер инде яйлап ҡул араһына керә башлаған балалар ярҙам итә. Бигерәк тә Әлиә ҡыҙыма оҡшай был шөғөл. Бал һурҙырғанда ла, ҡорттарҙы тәрбиәләгәндә лә янымдан китмәй ул,” – ти Юлай һөнәре тураһында һөйләгәндә. Әйткәндәй, Ләйсән менән Юлай 5 балаға ғүмер биргәндәр. Тәүге ҡыҙҙары Алһыу 5-се, Әлиә - 3-сө класты, Әлфиә балалар баҡсаһын тамамлаған, Солтан балалар баҡсаһына йөрөй, ә иң кесеһе - йәш ярымлыҡ Юлдаш көҙгә балалар баҡсаһына барасаҡ. Өс тиҫтә йыл буйы ҡорт тотҡан тәжрибәле умартасының үҙ уҡыусылары ла бар. Улар араһында иң белгәне тип 50-60 баш умартаһы булған Салауат Зәйнуллинды маҡтап телгә алды ул.

“Һуңғы йылдарҙа бал кәмеүе һиҙелһә лә, 20 феләктән ҡалғаным юҡ. Һатыу ҙа проблема түгел. Йылдар һуҙымында үҙемдең

даими һатып алыусыларым барлыҡҡа килде. Күпселеген Мәскәүҙән килеп алалар. Ҡайһы бер йылда бал етмәй ҙә ҡала. Бал һурҙырғас та бер феләген туғандарға таратам. Килгән-киткән ҡунаҡтарға ла күстәнәскә бирәбеҙ. Бар сығымдарҙы ҡапларға, балаларҙы кейендерергә, уҡыу кәрәк-яраҡтары алырға, башҡа донъя

кәрәк-ярағына ла етә бал һатыуҙан алған килем. Ошо аҡсаға иркен йорт һалып индек, өр яңы еңел машина алдыҡ. Хәҙер ауыл ерендә эш юҡ тип ситтә бәхет эҙләүселәр күбәйҙе. Миҙгелле эш булһа ла, ҡортсолоҡтан да табыш алып була икәнлеген онотмаһындар ине улар. Тик йыбанмаҫҡа, бал ҡорто кеүек егәрле, тырыш булырға ғына кәрәк,” – ти Юлай. Ысынлап та, ҡул ҡаушырып кемдәндер көтөп ултырмай, бар эшкә лә төптән егелеп эшләгәндәр генә етеш йәшәй хәҙерге заманда. Ата-бабаларыбыҙҙың быуаттар аша килеп еткән файҙалы һәм төшөмлө кәсебе юғалмаһын, Юлбарисовтар кеүек уңған, булдыҡлы ғаиләләр күберәк булһын ине арабыҙҙа.